Таңсулпандың тылсымлы донъяһы30.01.2018
Был бик ғәҙәти булмаған китап автор тарафынан үҙе бер тапҡыр ҙа күрмәгән атаһы рухына бағышлап, уның китаптарына (!) рәхмәт йөҙөнән яҙылған, сөнки ҡыҙ бала, иҫ белә башлағандан алып әсәһенең хәтирәләре буйынса атаһын күҙ алдына килтереп һәм унан ҡомартҡы (мираҫ) булып ҡалған китаптарҙы уҡып үҫкән. Атаһының шәхси китапханаһында ниндәй генә китаптар булмаған! Бына ни өсөн Таңсулпан үҙенең йәшенән күпкә ололарса фекерләй, ул, әйтерһең, был ерҙә йөҙ йыл йәшәгән!


Башҡорт тарихын, халҡыбыҙҙың рухи асылын һәм тәбиғи булмышын яҡшы белгәнлеге йәш шағирәнең тос һәм тапҡыр поэтик табыштарында балҡып-балҡып китә. Гүйә, уларҙың өҫтөнән еңелсә генә туҙандарын һөртөп, яҙғы еләҫ ел кеүек хәтерҙәребеҙҙе яңыртып ипле генә һыйпап үтә:
“Һынауҙарҙа һынмай үҫеп еткән –
Беҙ күлдәктә тыуған кешеләр!”
“Салауаттың рухы йән өрәлер –
Ҡурай һыҙыла диңгеҙ өҫтөндә...”
“Мин арышмын, бары тик арышмын,
Бик борондан башым ҡалҡыттым.
Мин – ер ҡыҙы, тик бер арыш башаҡ,
Мин – шаңдауы йөҙәр быуаттың...”
Йәш шағирә үҙенә бер ниндәй ҙә ташлама яһамай ҙа, уны көтмәй ҙә. Бөгөнгө ҡатмарлы тормошта нисек батмай ҡалырға, намыҫыңды һатмай нисек уңышлы кеше булырға? Бындай һорауҙар алдында ул ҡаушап, баҙап ҡалмай, ә ысынбарлыҡтың күҙҙәренә тура ҡарап атлай: “Ни булһа ла ҡалһын әйҙә шулай, хаталанмаҫ кеше түгелмен. Бөгөндәрем мине бер үлтерһә, үткәндәрем өсөн мең үлдем. Ни булһа ла минән екһенмәгеҙ, заман өсөн мин бит йәш бала. Яңылышмаһам, үҙем был тормошта дөрөҫлөктө миңә кем таба?”
“Йығылғанда үҙе ҡалҡҡан ғына
Аяғында ныҡлы торалыр”, – тип тормоштоң аяуһыҙлығы, мәрхәмәтһеҙлеге хаҡында ла иҫкәртә Таңсулпан. Йәшәүҙең асылы, уныңса, балаларың өсөн, килер быуындар өсөн тоғро һәм намыҫлы йәшәүҙә. Әгәр улар риза булһа, тимәк, һин ғүмереңде заяға үткәрмәгәнһең. Кешенең ерҙә йәшәү бәхете лә шунда.
“Бәхетле бул, ти ҙә ҡалаһығыҙ,
Бәхетлемен бит һуң тыумыштан.
Ҡайһы ергә кендек ҡаным тамған –
Минең бәхет шунан башланған”,
– тип раҫлай Таңсулпан үҙ булмышын. Яҡтылыҡ һирпелеп, сафлыҡ бөркөлөп торған шиғырҙары күп Таңсулпандың. Уларҙа йәшлек хисе, йәшлек дәрте, мөхәббәт сафлығы, тормоштоң ваҡлыҡтарына, ығы-зығыһына һәм кәртәләренә ҡарамай кешене яңы маҡсаттарға рухландырыуы асыҡ сағыла.
Ирендәрең менән өттөң мине,
Ҡайнарлығың менән иреттең.
Һөйөүеңдән үлдем ҡосағыңда,
Һөйөү менән кире терелттең...
Әммә бөгөнгө ҡырыҫ ысынбарлыҡ, заманыбыҙҙың киҫкен проблемалары йәне бар бер кемде лә һиҫкәндермәй ҡалмай. Әле кисә генә хис-тойғолар тулҡынында албырғап йөҙөп йөрөгән йәш шағирәне лә Ваҡыт – Тормош – Йәшәү төшөнсәләре уйланырға, борсолорға мәжбүр итә:
Әй, был Донъя!
Яҡты фани Донъя!
Кемдәр генә һиңә килмәгән?
Бөйөклөгөң танып, ғазап сигеп,
Бармы һиңә башын эймәгән?..
Ә бит әле ул йәш! Бөтә күрәсәк-киләсәк яҡты хыялдары, ҡабынған ғына өмөттәре алда. Нисек итеп дөрөҫ юлды табырға ла нисек яңылышмай ғына изге ниәттәреңә өлгәшергә һуң?
“Сирек быуат ҡына ғүмер үтеп,
Мәғәнәһен тапмай тормоштоң,
Алыҫтағы һүнгән бер йондоҙҙоң
Һарыһына кинәт һабыштым...”
Ошо юлдар тәүге уҡыуҙа нисек кенә сәйер тойолмаһын, аҙаҡ барыбер үҙенә тарта һәм ябай ихласлығы, сихри тәүәккәллеге менән лирик герой яҙмышына битараф булмаҫҡа саҡыра. Уларҙағы шиғри сәйерлек һәм сихри шиғрилыҡ тәбиғи ҙә кеүек, бер үк ваҡытта ғәйре тәбиғи ҙә һымаҡ: ниңә әле йәш ғүмер “тормоштоң мәғәнәһен тапмай” һәм “алыҫтағы һүнгән бер йондоҙҙоң” яҡтыһына һыйынып йәшәргә мәжбүр? Кемде күҙ уңында тота шағирә “алыҫтағы һүнгән йондоҙ” тигәнендә? Бынан алдағы бер шиғырында автор Рәмиҙе үҙенең тиңе күреп, уға бик сәйер баҙнат менән өндәшкәйне:
“Ҡәбереңә ҡайттым, Рәми, тағы,
Өшәнеүҙәр менән... Ышанып.
Күңелемде йылытһаңсы өрөп,
Йәйге елдәреңә ҡушылып... (“Ҡайтыу”).
Рәми Ғарипов ижадына мөкиббән ғашиҡ шағирә үҙенең лирик эҙләнеүҙәрендә оло остазы стиленә лә эйәреп киткеләй. Эйәрһен. Был тәүге мауығыу үтер. Уның шиғриәттәге Рәми мәктәбен үтеүе күпкә хәйерле.
Глобаль образдар, мәңгелек һәм сикһеҙлек хаҡында яҙырға ла, ижтимағи-сәйәси (ер, тел, иман, йәшәргә хоҡуҡ, әхлаҡ һ.б.) темаларҙы күтәрергә лә хәленән килә Таңсулпандың, Афарин! Хөрмәтле уҡыусы! Сихри ҙа, бер аҙ сәйер ҙә, тылсымлы ла Таңсулпан Рәсүлдең шиғри донъяһы хаҡында булды был ҡыҫҡа ғына күҙәтеүем.
Ул әле үҙе лә тулыһынса аңлап та, аңлатып та бөтөрә алмаҫ (асылда кем уны аңлатып бөтөргән инде?!) хыял һәм хистәр донъяһына ишектәрен шар асып ҡуйған... Рәхим ит был илаһи донъяға!
Аҡ юл һиңә, һиҙгер күңелле Бөрйән ҡыҙы!

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.


Вернуться назад