Америкала “Бабич” фильмын күрһәттеләр26.01.2018
Америкала “Бабич” фильмын күрһәттеләрСан-Франциско ҡалаһында режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” тигән тарихи фильмын күрһәттеләр. Ул башҡорт шиғриәте классигы, йәмәғәт эшмәкәре, беренсе Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған.


– Америкала йәшәп, “Бабич” фильмын ҡараным, нәҡ шуға ла был фильм минең өсөн айырыуса яҡын булды, ахыры. Актерҙарҙың иҫ киткес уйнауын, Илгиз Таһировтың күңел биреп шиғыр уҡыуын һәм уларҙың тәрән мәғәнәле булыуын билдәләп үткем килә.
Кинофильмды ҡара-аҡ төҫтә төшөрөү был фильмға айырыуса килешә һәм сюжетты ысынбарлыҡҡа яҡын итә, тип уйлайым. Ҡайһы бер мәлдәрен әле һаман уйлап йөрөйөм. Тимәк, фильм ысынлап та йөрәккә үтеп ингән, – тип тәьҫо­раттары менән уртаҡлаша Зөһрә Сәләхетдинова.
– Фильмды төшөргәндән һуң иң ҡыуаныслы мәл – тамашасының нисек үҙгәреүен күреү, ишетеү, тойоуҙыр ул. Тамашасының үҙ асышы менән уртаҡлашырға мөмкинлек табыуы айырыуса ҡәҙерле, – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхи­фәһендә Булат Йосопов.
“Бабич” фильмы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы булышлығында республика Башлығы грантына һәм шәхси бағыусылар ярҙамы менән төшөрөлгән. Төп ролде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының күренекле артисы Илгиз Таһиров башҡара.



Вернуться назад