Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың тренинг үҙәгендә “Башҡортостан Республикаһы йәштәренең сәйәси әүҙемлеге” тигән темаға сираттағы “түңәрәк өҫтәл” үтте.
Осрашыуҙа республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Ришат Лоҡманов менән Сергей Каменев, Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәрбиә эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Руслан Исламов ҡатнашты.
Йәштәрҙең тауыш биреү әүҙемлеген күтәреү, сәйәсәттә һәм алда торған һайлауҙа уларҙың ҡатнашыу мөмкинлеген асыҡлау дискуссия майҙанының төп маҡсаты булды.
— Бөгөн тикшерелгән темаға һеҙҙең битараф булмауығыҙ мине шатландыра, — тине Сергей Каменев. —
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыуығыҙ шуны раҫлай. Йәштәрҙең тауыш биреү кимәле сәйәси йәһәттән әүҙем халыҡтың 20 проценттан ашыуын тәшкил итә. Шуға күрә уларҙың гражданлыҡ позицияһын күрһәтеүе бик мөһим. Йәш кешеләрҙең тауыш биреү әүҙемлеген күтәреүгә йоғонто яһарлыҡ механизмдар уйлап табырыбыҙға ышанам. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар йәш һайлаусыларҙың киләсәге бөгөн үҙҙәренең әүҙемлеген ниндәй кимәлдә күрһәтеүенә бәйле тигән уртаҡ фекергә килде.
Мәүлиҙә ЯҠУПОВА.