Ут шәхестәр26.01.2018
Ут шәхестәр1961 йылда Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Сосновка райондары ауылдарында булып ҡайтҡайным. Студент саҡта, фольклор экспедицияһында. Күңелем менән ул яҡҡа тартылып торҙом. Барманым түгел, барҙым ул яҡтарҙың башҡорттары янына, әммә элекке йөрөгән юлдарҙан үтергә тура килмәй ине... Күҙ алдымда фажиғәнән һуң булған хәл тик торҙо. Тормош һүнгән, халҡыбыҙ бөлгән кеүек ине. Әле бына биш көн буйы ул яҡтарҙы бер итеп ҡыҙырып ҡайтыу форсаты тейҙе. Һәм ҡыуанып ҡайттым. Ҡот һаҡланған халыҡта, рух һүнмәгән, әлбиттә, быҫҡып ятҡан усаҡтар бар, әммә уны яңынан баҙлатып ебәреүселәр ҙә юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһендә булдыҡ беҙ.


Тарих буйынса билдәле, тәбиғәт ярҙам итер халҡына ут шәхес тыуҙыра. Лев Гумилев билдәләүенсә, пассионар шәхес. Был ике район, хатта тотош өлкә өсөн бар ителгән ут шәхес – ул Рабиға Фәрит ҡыҙы Бикбулатова.
Ут шәхестәр үҙҙәренең көс-ҡеүәте менән тирә-йүнендәгеләрҙе ялҡынлан­дырып, дәртләндереп ебәрә торған һәләткә эйә. Бошмаҫ, вайымһыҙ, халыҡ яҙмышына битараф булған кешеләр ут шәхестәр янында үҙҙәрен халҡы рухына енәйәт ҡыл­ғандай тоя башлай һәм йә арыраҡ ки­теү­ҙе хуп күрә йәки ҡушылып китә. Ә Рабиға Фәрит ҡыҙының “хал­ҡым!” тип янған йөрәген, халҡына бағыш­лаған ғүмерен, булмышын тойоу, уның көн­дәлек тырышлығын, хеҙмәтен күреү фәҡәт фекерҙәш булыуға ғына этәрәлер, сөнки рухташтары күп уның. Иң элек, әлбиттә, ире, Арыҫлан Бикбулатов. “Мин уға эшләргә тулы мөмкинлек бирҙем. Ул хаҡ юлда, халыҡ юлында”, – ти ул.
Ошондай һүҙҙәрҙе әйтер тормош юлдашы булыу Рабиға Фәрит ҡыҙы өсөн генә түгел, халыҡ өсөн дә мәртәбә. Ә бит Арыҫлан Әзәл улы үҙе лә ең һыҙғанып, күкрәк киреп халыҡ юлына баҫҡан. Ауылы-ауылы менән ғаилә шәжәрәләрен төҙөй. Кемдең ҡайһы ырыуҙан, ҡайһы ауылда ниндәй ырыу вәкилдәре йәшәй, ҡасан килеп ултырғандар ҙа ошо урында төпләнгәндәр, теге йәки был нәҫелдең нин­дәй күренекле заттары бар – һора ғына. Шунда уҡ зиһенендәге белемде эшкә егә лә тарихты терелтеп ебәрә һәм һинең күҙ алдыңа килтереп тә баҫтыра. Ошоноң менән ул боронғо башҡорт ерендә йәшәүселәрҙең аҫабалығын, яугирлеген, илһөйәрлеген, туғанлыҡ сифаттарының ныҡлығын һөйләй һәм өлкән быуынға хәтер йомғағын таратырға еп осо тоттора, йәштәр күңеленә артабан ошо сифаттарҙы һаҡлауға йүнәлеш бирә, өмөт осҡоно һала.
Бикбулатовтарҙың балалары, ейәндәре барыһы ла бер рухта тәрбиәләнгән. Силәбе ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙы Резеда менән кейәүҙәре Ғилемдар Байназаров­тарҙа булып, аптырап ҡалдыҡ. Балалары Әлиә, Вәсилә, Батырхан саф башҡортса һөйләшеп йөрөй. Башҡортса уҡырлыҡ мәк­тәп юҡ, балалар баҡсаһы юҡ... Әммә улар өсөн төп шарт бар – башҡортлоҡто һаҡлау теләге көслө. Резеда ла атаһына ярҙам итә, Ғилемдар ҙа уларҙың рухташы. Былар барыһы ла ут шәхестәр Рабиға менән Арыҫлан Бикбулатовтарҙың көс-ҡеүәтенең тәьҫире. Ҡайҙа ғына, кем менән генә осрашһаҡ та, уларҙың һәр береһе миллә­тебеҙҙең киләсәгенә оло өмөт уятырлыҡ риүәйәт һөйләй — ул да булһа, Илгизәр Диҡҡәттең “Башҡорт көсө” менән “Рух ҡошо”, икенсеһе ошо ергә ереккән тамыр­ҙа­рыбыҙҙың тәрән булыуы һәм юҡҡа сығырға тейеш түгеллеге хаҡында әңгәмә ҡороп, шәжәрә менән иҫбат итеп ҡуя.
Ут шәхестәр тирәһендә тупланыусылар уларҙың ялҡынына йылынып ҡына йәшә­мәй, ә шәмдәренә ут ҡабыҙып, башҡаларға нур өләшә башлай. Рабиға менән Арыҫлан Бикбулатовтарҙың балалары, ейәндәре генә түгел, туғандары ла ошо изге юлға баҫҡан. Халҡыбыҙ яҙмышын бер ва­ҡытта ла юғарынан хәл итмәнеләр, үҙе­беҙ­ҙе үҙебеҙ хәстәрләнек, үҙебеҙҙе үҙебеҙ милләт итеп һаҡлайбыҙ — ошо ысынбар­лыҡты улар яҡшы аңлай.
Рабиға Фәрит ҡыҙы “Аҡ тирмә” ойош­ма­һын да, “Ағинәйҙәр” хәрәкәтен дә етәк­ләй. “Ошо ойошмалар аша тупланыу еңе­ле­рәк булыр тип уйланым да, үҙемде үҙем етәксе итеп билдәләп, эшләп алдым да киттем!” – ти ул, ярым шаярып. Әммә ул ошо эште күптән алып барған, әүҙем­дәр­ҙе ойошторған, тик был ойошманың атамаһы ғына булмаған, шуға Рабиға Бик­булатованың хәҙер инде исемле ойошма­ларҙы етәкләүен барыһы ла тәбиғи тип ҡабул иткән.
Бер кем дә уны үҙен күрһәтеү, дан өсөн йөрөй тип уйламай, сөнки башҡарған эштәре бихисап. Силәбе яҡтарынан һәләт­ле балаларҙы йыйып алып, Өфө, Сибай уҡыу йорттарына урынлаштырыуы, музыка йүнәлешендәге уҡыу йорттарына имтихан өсөн йырҙар, башҡорт халҡының оҙон көй­ҙәрен өйрәтеүе, шиғырҙар ятлатыуы, уларҙы каникул ваҡыттарында барып алып, ҡабат килтереү мәшәҡәттәрен үҙ елкәһенә алыуы, ә Арыҫлан Әзәл улының ҡатыны өсөн ғорурланып: “Беләһегеҙме, Рабиға һуңғы йылдарҙа ғына алып барған ун ете уҡыусының береһе лә уҡырға инмәй ҡал­маны”, – тип әйтеүе, ҡайһы ауылға барһаҡ та, шул тиклем ҡыуанышып ҡаршы алыу­ҙары, өҫтәүенә каникул ваҡытында музыка йүнәлешендә уҡыған ейән-ейәнсәрҙәренең беҙгә эйәреп сығыш яһап йөрөүҙәре – ғәжәп, ни тиклем оло эш алып барылған­лығын күрһәтеп тора.
Беҙ сәйәхәткә өсәү барҙыҡ: Өфөнән “Аҡтирмә” ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Бикбаева һәм ейәнсәрем Айсулпан. Тәнзилә Яҡуп ҡыҙы Өфөлә “Өләсәйҙәр мәктәбе” эшләй башлауы тураһында һөйләне, эш ойоштороу юлдарын аңлатты, Айсулпан думбырала уйнаны, Силәбе балалары менән бергә тиҙ арала берләшеп тә, айырым да сығыш яһаны. Рәми Ғари­пов шиғырҙарын уҡыны, Рабиға Бикбула­това үҙенең ейәнсәре Алһыуға Зәйнәб Биишеваның “Башҡорт теле” тигән шиғы­рын өйрәткәйне. Икенсе ейәнсәре Нурия­ның скрипкала халыҡ көйҙәрен һыҙҙырып уйнап ебәреүе өләсәһенең кешегә аҡыл ғына өйрәтеп йөрөмәүен раҫланы.
Бикбулатовтарҙан “ут-ялҡын алып”, ең һыҙғанып эшкә тотоноусылар, Гөлсинә Йо­мағолова, Арғаяш мәктәбе директоры Ә. Н. Юлдашева, бер туған һылыуы Мәр­фуға Фәрит ҡыҙы, Аяҙғол мәктәбе директоры Л. Ғ. Иҫтамғолова, Ағинәйҙәр ойош­маһы ағзаһы Маһисәрүәр Динмөхәмәтова (әйтергә кәрәк, Динмөхәмәтовтарҙың шул тиклем рухлы, саф башҡортса һөйләшкән балалар үҫтереүҙәре, уларҙың башҡорт ғаиләләре ҡороуҙары, һис шикһеҙ, һоҡлан­ғыс күренеш), Дәрбеш ауылының хакимиәт етәксеһе Зәйнулла Сөләймәнов һәм баянсы егет Рамаҙан (уға бер юлы рәхмәтем­де әйтеп китәйем, беҙҙең үҙ аҡсабыҙға кил­гәнде, Бикбулатовтарҙың үҙ машина­һында, үҙ иҫәптәренә йөрөткәнен белеп, исмаһам, бензинға булһын, бына ауылдашым Гүзәл менән икебеҙҙән тип, ярҙам күрһәтте), Силәбе ҡалаһында Р. И. Абдул­ли­на һәм башҡа улар кеүек әүҙем рухташ­тарҙы осратыуым сикһеҙ шатлыҡ булды.
Аяҙғол мәктәбенең хаҡлы ялдағы уҡы­тыусыһы Маһинур Ғабдрахим ҡыҙы: “Демократик үҙгәрештәр ваҡытында күтәрелеп ҡалдыҡ, “Тормош һабаҡтары” уҡыттым, балаларҙы рухлы итеп тәрбиәләүҙә ныҡ ярҙам итте. Әле шуның шауҡымы менән киләбеҙ. Ана һүнә, бына һүнә тип ятҡан, күмергә әйләнеп барған өмөтөбөҙҙө ҡайта­нан ҡуҙландырып ебәрҙегеҙ, рәхмәт. Бик­булатовтарға тағы нығыраҡ рух өҫтәнегеҙ, Башҡортостан был яҡтарҙы онотто, тип уйлап йөрөй инем, шөкөр, килеүегеҙгә оло рәхмәт”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
Бар, бар беҙҙең Ут шәхестәребеҙ! Былай булғас, бер ниндәй ел-дауыл да ҡур­ҡыныс түгел. Яңғыҙ ағасты ел бора, тотош урман елде бора.

Рубриканы
Мәрйәм БУРАҠАЕВА
алып бара.


Вернуться назад