Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бөркөүсе24.01.2018
Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бөркөүсеРишат Төхвәтуллин – башҡорт йыр сәнғәтенә лә, татар йыры донъяһына ла үҙенсәлекле яңылыҡтар алып килгән уникаль тауышлы йырсы.
Йыр – үҙенең бөтә тәбиғәте һәм айышы менән үҙенсәлекле жанр. Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы Рауил Бикбаев “йондоҙ ҡото – нурланыуҙа, йырҙың ҡото –йырланыуҙа”, тип яҙған үҙенең бер әҫәрендә. Унда һүҙ үҙенән-үҙе нимә тураһында барғанлығы аңлашылып тора. Шул юлдарға көй-моң өҫтәп, әйтер фекерең йыр башҡарыусы тарафынан кешегә еткерелә икән, тәьҫир көсө тағы ла нығыраҡ тойола. Бына шул синтетик ижад төрөнөң бөтә нескәлектәрен аңлап, халыҡҡа үҙенең тәбиғәттән бирелгән моңо-тауышы менән оҫта итеп еткереүселәр етеңкерәмәй.


Моң шишмәһенең башы – әсәһенән

Халҡыбыҙ поэтик-музыкаль хазиналар аша борон-борондан үҙенең тарихын, тормош-көнкүрешен, уйҙарын, теләк-ынтылыштарын, ҡайғы-шатлыҡтарын бер-береһенә еткерә алған, тәбиғәт менән һөйләшкән. XX быуатта кешеләр электроника (яңы технологиялар) ярҙамында аралашһа, тәүтормоштағылар иһә ритм, рифма аша киңлек, ваҡыт арауығы менән музыкаль бәйләнеш тыуҙырып һөйләшкән. Көйҙәр сығарып, таштарға һуғып, ҡоштар тауышын тыңлап, хайуандар, үҫемлектәр донъяһын күҙәтеп, улар телен аңларға тырышҡан, сөнки улар ҙа үҙ телдәрендә бер-береһе менән аралаша. Ер йөҙөндә, Йыһанда нимә тереклек итә, һәммәһенең дә йәне бар, улар үҙ-ара аңлаша. Һәр береһенең теле, моңо бар. Кешелек донъяһы ниндәй генә асыштар яһамаһын, барыһын да тирә-йүнебеҙҙән, тәбиғәтебеҙ­ҙән алған. Әҙәм балаһы, ҡоштарҙың осоуын, ҡанатын күреп – самолетты, балыҡ­тар­ҙың һыуҙа йөҙөүен күреп, ер аҫты кәмәһен уйлап тапҡан, ҡоштарҙың матур итеп сутылдашып һайрауын, моңланыуын, үҙенсәлекле тауышын ишетеп көйҙәр сығарған. Ғөмүмән, кешелек донъяһы үҙенең аралашыуын һүҙ менән башлап, шул һүҙҙәрҙе көйгә һалған. Бер ниндәй музыка ҡоралы булмаған килеш йырлай башлағандар. Йөҙ йыллыҡтар уҙа килә әкренләп уйын ҡоралдары уйлап сығара башлағандар. Тәүҙә иң ябайҙарын, әйтә­йек, башҡорт халҡының иң боронғо һәм мәңгелеге булған ҡурайҙы, шунан ҡала ҡумыҙы, думбыраһы, татар халҡының тальяны, һыбыҙғыһы һ.б. Беҙҙең халыҡ элек-электән былай ҙа оҫта йырлаған, сөнки беҙҙе тәбиғәтебеҙ шулай иткән.
Күп яҡлы таланттар төбәге – Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында һоҡланғыс ғаилә Розалия менән Айрат Төхвәтуллиндарҙың Ренат улдарына иш һәм Хоҙай бүләге булып, ергә йәмле яҙ килеүен хәбәр итеп ҡыйыҡтарҙан тәүге тамсылар тама һәм йылы яҡтан ҡоштар ҡайта башлаған мәлдә моңло бер сабый донъяға килгән. Бәләкәй сағынан уҡ бик шуҡ, теремек, һәр күренешкә үҙ ҡарашы булған, айҙай нурлы, ҡояштай йылы Ришат бүтән балаларҙан айырылып торған. Бихисап ҡыҙыҡһыныуҙары иғтибарҙы йәлеп иткән. Бәлки, йырсы булмаһа, унан бына тигән спортсы ла үҫеп сығыр ине, йәнә техниканы ярата.
Сәнғәт донъяһын һайламаһа, күпме тамашасы уның ижадын күрмәҫ, йырҙа­рынан мәхрүм ҡалыр ине. Аллаға шөкөр, үҙенең эске тойомлауы менән ошо ауыр ҙа, изге лә ижади хеҙмәт юлын һайлап яңылышмаған. Һүҙем – һоҡланғыс талант эйәһе Ришат Төхвәтуллин хаҡында. Маҡсатым – бүтән яҡтан түгел, ә уны кеше һәм шәхес булараҡ асыу.
Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бөркөүсеУның менән баш ҡалабыҙҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының (хәҙер институт) вокал бүлегендә уҡып йөрөгәнендә үк танышҡай­ным. Беренсе күреүҙә үк бик үҙенсәлекле, талантлы егет икәнлеген дә төҫмөрләп ҡуйғайным һәм: “Һин бит үткән йыл Евровидениела Гран-при яулаған йырсы-скрипкасы егет Александр Рыбакка оҡшап тораһың, һиңә скрипка ғына етмәй!” – тигәйнем. 
“Сәләм юллайым һиңә, тыуып үҫкән ауылым Ҡарамалы-Ғөбәй, һағындым һине, ауылым!” тигән йырҙы бик күптәребеҙҙең ишеткәне барҙыр. Авторы – бөгөн башҡорт һәм татар йыр сәнғәтендә бик популяр йырсыбыҙ Ришат Төхвәтуллиндың һөйөклө әсәһе Розалия Төхвәтуллина. Әйткәндәй, Ришаттың моң шишмәһенең башы – әсәһенән. Розалия Нурулла ҡыҙы ла бик матур йырлай, йырҙар ижад итә. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлағас (хәҙерге Башҡорт мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы), хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында – клуб мөдире, аҙаҡ ул мәҙәниәт йорто тип үҙгәртелгәс, уның директоры булып ике тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Ошо дәүер эсендә бик күп мәҙәни-тәрбиәүи саралар ойошторған, сценарийҙар яҙып, концерттар үткәргән. Ришаттың атаһы Айрат Сөләймән улы (30 йылға яҡын колхозда ал-ял белмәй механизатор йөгөн тартып, хаҡлы ялға сыҡҡан) кисәләрҙә – тауыш режиссёры, ә Ренат ағаһы – алып барыу­сы, кәрәк икән, йырлаған да. Ришат, ди-д­жей ҙа булған, синтезаторҙа ла уйнаған, кескәй Айгөл йырлап-бейегән. Ҡыҫҡаһы, һәр саҡ шулай бөтә сараларҙы ғаилә менән ихлас биҙәр булғандар. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр, тиҙәр. Ришаттың бер туған ағаһы Ренат (ул да иҫ китмәле моңло итеп йырлай икән) Стәрлетамаҡ физкультура институтын тамамлап, бер нисә йыл тыуған ауылындағы дөйөм урта белем биреү мәктәбендә – уҡытыусы, күрше ауылдарының урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡарған, унан Себер тарафтарында бил бөгөп алғандан һуң, хәҙер Әлмәттә нефть компанияһында оператор-машинист. Үҙенең һөйөклө кәләше Зилә менән өс балаға ғүмер биреп, бик матур итеп йәшәйҙәр. Ауылдарында автосервис хеҙмәте күрһәтеү буйынса үҙ эштәрен асҡандар. Уларға ла Ришат ихлас күңелдән ярҙам итеп тора. Мәҡәләмдең геройы үҙе әйтмешләй, “Алтын сәсле һеңлеһе Айгөл” бөгөн Ҡазан федераль университетында иҡтисад факультетында белем ҡаяларын “кимерә”. Ул да иҫ китмәле матур йырлай. Ришат ағаһы менән бергәләп “Абыйыма” (З. Нагаева), әсәһе менән шулай уҡ Зифа Нагаева ижад иткән “Балалыҡ рәхмәттәре” тигән йырҙы оҫта башҡаралар. Бик аҡыллы һәм донъяға етди ҡарашлы ҡыҙыҡай. Кинйә булһа ла, артыҡ иркәләнеп йөрөмәй. Ике ағайың булыу ҙур бәхет инде. Күҙ теймәһен, үҙем һәр саҡ ағайлы кешеләргә һоҡландым. Һәр ваҡыт һине хәстәрләп, ел-ямғыр тейҙермәй яҡлап торған туғандарың булыу – ниндәй ғорурлыҡ! 
Быйыл Ришаттың ауылындағы хәйриә концертына (8-се йыл инде традицион рәүештә ”Йәйге осрашыуҙар” исеме менән үтә) Өфөнән барып етергә насип итте Хоҙай һәм унан үҙемә бай­таҡҡа етерлек ыңғай хис-тойғолар менән ҡайттым. Минең өсөн генә түгел, унда булған барлыҡ тамашасы өсөн – оҙайлы ямғырлы йәйҙең 29 июле – салт аяҙ, ҡояшлы булыуы менән генә түгел, ә популяр йырсы Ришат Төхвәтуллиндың тыу­ған ауылы Ҡарамалы-Ғөбәйҙә уҙғарылған хәйриә концерты менән дә иҫтә ҡалды.
Саф һауалы, сәскәле болон уртаһындағы (ауылда булһа ла, шул тиклем матур, заманса итеп ҙур-ҙур лампалы уттар менән биҙәлеп эшләнгән һәм уға күпме көс һалынғанлығын Ришат үҙе һәм уның яҡындары, дуҫтары ғына белә) сәхнәгә бына ҡояшҡа янған ҡаҡса битле, бөхтә, иркә, мөләйем ҡарашлы, ҡап-ҡара ҡуйы ҡаштары аҫтындағы йүгерек ҡара­ғусҡыл һоро күҙҙәрен баҙлатып, тыйнаҡ ҡына атлап, киң яурынлы, баһадирҙай оҙон буйлы (быныһы атаһынан күскән), иҫ киткес һөйкөмлө егет килеп сыҡты! Һәм киске ауыл тынлығын илаһи сихри, ғәжәйеп моңло тауышлы йыр ялмап алды...
Зөләйханың Йософон төштә күреп, айный алмай тороуындай хис иттем үҙемде. Шул мәлдәрҙә кисергән тулҡынландырғыс матур тойғоларҙы бер-ике һөйләм менән булһа ла яҙмайынса булдыра алмайым. Беренсенән, ауылдың тәбиғәтенә ғашиҡ булдым, матурлығын, төҙөклөгөн, таҙалығын күреп һоҡландым (бында ла Ришаттың өлөшө ҙур, сөнки ул йыл һайын ауылы өсөн ниндәйҙер изге эш эшләй). Икенсенән, унда йыйылған (биш меңдән ашыу, Өфөнөң бер Боҙ аренаһы тулырлыҡ) халыҡты күреп хайран ҡалдым.
Өсөнсөнән, Ришаттың ата-әсәһе менән танышып, Айрат һәм Розалия Төхвәтул­линдарҙың асыҡ, ихлас, матур, изге күңел­ле, тырыш кешеләр икәнлегенә һоҡ­ландым. Дүртенсенән, Ришаттың йырҙа­рынан бер иланым, берсә йылмайҙым, үҙенең йырҙарындағы кеүек, “Һине күргән һайын тулҡынланам, әйтә алмайынса һүҙҙәремде, берсә күктәге йондоҙҙарға”, берсә яңы тыуған айға, берсә сәхнә йондоҙо Ришатҡа ҡарап хыялланып торҙом. Ысынлап та, бер биш-алты сәғәткә әкиәти, мөғжизәле донъяға килеп юлыҡ­ҡандай тойҙом үҙемде һәм ошо минут­тарҙың мәңге дауам итеүен теләнем.  
Уны ҡыҫҡа ғына шиғыр юлдарына һалғайным шул мәлдә үк: 
Рухлы ла, моңло ла, зирәк тә,
һөйкөмлө лә, 
Изге күңелле, изге ниәтле,
мөхәббәтле лә Ришат 
Шартына килтереп тыуып-үҫкән
ауылы – Ҡарамалы-Ғөбәйҙә, 
Алтындарға тиң оло ҡор йыйып,
алҡыштарға күмелде! 
Тағы ла дуҫтарының, уға ғүмер биргән
әсәһенең, остазының 
Тиңһеҙ сығышынан да изге хәйриә
концерты шаулап үтте! 
Өмөт сатҡылары уятып йәшәүгә
кемдәргәлер, 
Хәйриә ярҙамы булып фәрештәләй
ауыл балаларына. 
Ваҡиғаның олоһо, финанс көрсөгө
ваҡытында, 
Әүлиәләргә тиң изге эш башҡарып
сыҡтың һин! 
Тағы ла нимәләр тип һине
ҡылыҡһырлаһам да, 
Уларҙың барыһы ла аҙ төҫлө,
афариндарҙан да афарин! 
Ләкин йылдар үтер, һинең был изге
ғәмәлдәрең, 
Ләйсән ямғырындай йылы булып
күңелдәрҙе йылытыр, 
Ихласлығың, һандуғастай моңло
тауыштарың, 
Нәҡ йәйге ҡояштай маяҡ булып даими
үҙенә тартып торһон!!!

Бер үк йырҙы ҡоштар ғына башҡара

Ысынлап та тыуған яғына, халҡына тоғро шәхестең башҡа төрлө булыуы мөмкин дә түгелдер. Яңыраҡ ҡына Өфөлә “Егет моңо” исемле концертына барҙым, уны тағы ла тәрәнерәк астым. Ул – үҙ һөнәренең оҫтаһы, ысын талант, ҙур талант. Ҙур талантҡа талап та ҙур бит әле, шуны ла оноторға ярамай. Ришат үҙенең иҫ киткес таланты, һөнәри белеме бар икәнен белә һәм үҙ өҫтөндә күп эшләй, көндән-көн камиллаша. Ашаған белмәй, тураған белә, тиҙәр.
Һәр сығышына – “Башҡорт йыры”, “Татар йыры”, “Юлдаш-хит”, “Алтын йондоҙ” Болғар милли радиоһының йыр конкурсына һәм башҡа кисәләргә, хатта ки һабантуйға ла тәфсирләп әҙерләнә, оло яуаплылыҡ менән һәр саҡ тере тауышҡа, үҙенең бөтә концертында ла бер-ике мәртәбә микрофонһыҙ йырламай ҡалмай. Ул бөтә йырҙарын да кисереп, үҙенең йөрәге аша үткәреп, күкрәге менән, йәғни йөрәге менән йәнле итеп йырлай. Һөҙөмтәлә онотолоп барған ҡайһы берҙәренә йән өрҙө. Рәйес Ханнановтың Илдар Юзеев һүҙҙәренә ижад иткән “Тыңласы, һандуғас!”, легендар актриса Рәғиҙә Янбулатова һүҙҙәренә мәшһүр Сара Садиҡова яҙған “Әйт, дуҫҡайым, әйт!” кеүек йырҙар – шуға асыҡ миҫал.
Ришаттың репертуарының байтағын лирик, романтик мөхәббәт тураһында йырҙар тәшкил итә. Ғөмүмән, улар – мәңге иҫкермәҫ темаларҙың береһе. Һөйөү – кешене ҙур эштәргә, матур уйҙарға әйҙәүсе иң ҙур көс. Һәм был дөрөҫ тә, сөнки ул үҙе мөхәббәтле, тамашасылар уны һәр саҡ йылы итеп ашҡынып, яратып, ихтирамлы алҡыштар менән ҡаршы ала.
Үҙе шулай ысын йөрәктән ярата белмәһә, саф, таҙа, тоғро мөхәббәт хаҡында хыялланмаһа йәки кисермәһә, Зифа апай Нагаева яҙған ”Һиңә ҡәҙәр”, “Аҡҡоштар мөхәббәте”, “Егет һүҙе”, “Яңғыҙ аҡҡош” (Р. Арыҫланов көйө, Р.Тимерова һүҙҙәре), “Пар күгәрсен”, “Сыйырсығым”, “Бөгөн ярат мине”, “Ярты бәхет кәрәкмәй” йырҙарын халыҡ күңелен яуларлыҡ итеп башҡара алыр инеме икән?! Йәки үҙе ауылда тыуып үҫеп, уҡып, шунда малай сағынан уҡ эшләп, хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫмәһә, “Ағайыма”, “Атай-әсәйемә” кеүек классик йырҙарға торошлоларын тамашасыны ышандырырлыҡ итеп башҡара алыр инеме икән!? Әгәр ҙә ул ҡала шарттарында үҫһә, “Гармун моңо” (үҙе лә баянда, гармунда оҫта уйнай, Октябрьский ҡалаһындағы сәнғәт колледжында хор дирижерлығы бүлегендә уҡый, ә йыр серҙәренә талантлы педагог Ғәлиә Мусина класында шөғөлләнә), “Иң ҡәҙерле кешеләрем” ише аҫыл йырҙары халыҡ күңеленә ятыр инеме икән?!
Талантлы һандуғас Ришат колледжда уҡығанда ла, Өфө сәнғәт академияһында вокал бүлегендә ижад серҙәренә төшөнгәндә лә параллель рәүештә ди-джей булып эшләп тә йөрөй. Әлбиттә, был егетебеҙҙе сыныҡтыра һәм музыка аппаратуралары, музыка уйын ҡорал­дарын төптән үҙләштереүгә булышлыҡ итә. Егеттең зауыҡлы, тыйнаҡ, фәлсәфәүи йырҙары ла байтаҡ, улар халыҡты, тыңлаусыны уйланырға мәжбүр итә, ҡайһы саҡ аяуһыҙ ҙа булған реалистик донъяны бер миҙгелгә булһа ла оноттора. “Ағым һыуы” (Р. Хә­ки­мов, М. Кәбиров), “Турғай”, “Әллә яҙ­мышмы, әллә яңылышмы” дуэты (Ф. Ғаз­залова, В. Рәхмәтуллина менән башҡара) шундайҙарҙан.
Уның бөтә йырҙары ла тәрән мәғәнәле, ниндәйҙер бер тормошсан идеялы, эстетик яҡтан әһәмиәтле, үҙе кеүек юғары зауыҡлы. Әйтәләр бит, юғарылыҡты билдәләй тик юғары күңел, тип. Был нәҡ уға хас та инде. Ул йылдар үткән һайын камиллаша, сығышы ғына түгел, ә һәр концерты һайын үҫешә, ижад кешеһенә кәрәк булған эволюцияны аҙым һайын, саҡрым һайын үтә. Яҡташым – башҡорт йыр сәнғәтенә лә, татар йыры донъяһына ла үҙенсәлекле яңылыҡтар алып килгән уникаль тауышлы йырсы.
Уның ижадын яратҡан кеше булараҡ, шуға иғтибар иттем – ул бөтә йырҙарының да иң аҙағын һуҙып-һуҙып тамамлай, был уның иркен тынлы булыуы тураһында һөйләй, тауыш диапазонының киңлеген күрһәтә. Талғын ғына иҫ киткес яғымлы тауышы менән “Мәҙинәкәй”ҙе йырлаһынмы йә иһә “Ғүмерем буйы көттөм шул һөйөүҙе”не тыңлайһыңмы, йоҡлап барған ереңдән уянып, йәнләнеп китәһең.
Башҡорт халыҡ йыры “Элмәлек”те ана ниндәй оҫта итеп, еренә еткереп башҡара! “Сәлимәкәй”ҙе һуң нисек һуҙа һәм беҙгә шул замандың әсе яҙмышлы башҡорт ҡатын-ҡыҙы образын күҙ алдына баҫтырып, тарихыбыҙҙың социаль мөхитен тыуҙыра. Миңә ҡалһа, Ришат – феноменаль хәтерле йырсы. Күҙҙәр генә теймәһен, был үҙенсәлекле сифат йырсы өсөн бик мөһим. Фонограмманы һайлау­сылар өсөн ул бик кәрәкле лә түгел, репетиция ваҡытында ғына йыр һүҙҙәренең мәғәнәүи асылын аңламайынса ятлап алып, сығыш һайын төрлөсә итеп боҙоп йырлайҙар. Ришат гел тере тауышты үҙ иткәс, йырсы өсөн хәтерҙең шәп булыуы үҙенә күрә бер табыш.
“Башҡортостан – ғәзиз тыуған илем!” ише гражданлыҡ мотивтары менән һуғарылған, көслө гимн кеүек йырҙы ла иҫ китмәле һоҡланғыс итеп, лирик тонда башҡарыу һәләтенә эйә. Бәрхәт тауыш, тыныс холоҡ, матур эске һәм тышҡы күңел торошо хас булыуынан киләлер. Үҙенсә­лекле тауышы менән илһөйәрлек, тыуған ереңдең тоғро улы булыуын Башҡортостан тураһында йырында ысын бөркөттәрсә рухланып, ғорурланып йырлай. Ул, ғөмү­мән, һәр саҡ ҡайһы тарафтарҙа ғына сығыш яһамаһын, үҙенең Башҡортос­тандан булыуын билдәләй. Беҙҙә уҙға­рылған барлыҡ ҙур проекттарҙа ҡатнашырға тырыша, көн тәртибе, йәғни эш графигы бик тығыҙ булһа ла (йылына 200-гә яҡын концерт программаһы менән сығыш яһай, һәм был миҙгел һайын арта ғына бара), ҡанатланып осоп, ашҡынып ҡайтып ҡатнаша.
Үҙенең концерттарынан тыш, йыш ҡына саҡырыуҙар ала һәм ижтиһад итеп, ҙур ихласлыҡ менән, һәр береһендә тулҡынланып ихлас ҡатнаша. Был һис кенә лә аудиторияны һан менән йә иһә географияны йәйелдереү генә түгел, сифат яғынан камиллашыуҙы күрһәтеүсе күренеш, йәғни уның һәр концерты сағыу бер мәҙәни күренеш булараҡ, тамашасыны үҙенә йәлеп итеүсе фактор. 
Уның ошо соло концерттары йыл һайын төрлө исем менән үтә һәм был темалар, М. Кәримдең сәхнә әҫәрҙәрендәге һымаҡ, мәғәнәүи йәһәттән эволюцион үҫтерелә килә. 
Костюмдар, музыканттар, бейеүселәр­ҙән, алып барыусыларҙан башлап техник хеҙмәткәрҙәргә тиклем барыһын да бик ентекләп өйрәнеп, һайлап-күҙәтеп йөрөп йыйып алған, хәрби походҡа сыҡҡан кеүек команда йыйған. Сөнки, үҙе әйтеүенсә, бындай тығыҙ эш графигы менән, көн-төн юлда, саҡрымдар аша юл үткәндә кеше һынала, шул мәлдәрҙә түҙмәйенсә кемдеңдер һыныуы ла мөмкин. Шуға үҙенә команданы айыҡ аҡыл менән ентекләп туплаған.
Ришат үҙенә талапсан булған шикелле, уларҙан да шуны талап итә. Ижадсының тауышы шымарғандан-шымара, башҡарыу оҫталығы көндән-көн камиллаша. Хәҙер инде ул бер туҡтамай оҙон көйлө йырҙарҙы ғына түгел, ҡатмарлы опералар, ариялар башҡарыу кимәленә етте. Һәр нотаны тоя, боролоштар, һүҙҙәр, көй барыһы ла үҙ урынында, тамашасы менән гармоник бәйләнеш тыуҙырыла, шуға ла уның бер генә йыры ла ялҡытмай, ҡабат-ҡабат тыңлайһы ла тыңлайһы килә. Сөнки уның һәр бер йыры моноспектаклгә тиң. Йырсы өсөн йырҙың осһоҙ хит-парадтарҙа ҡатнашып, меңәрләгән тауыш йыйыуы мөһим түгел, иң мөһиме, халыҡ яратһын, залдарың шығырым тулы булһын, һорап-һорап концертыңды көтөп алып, сәскә гөлләмәләренә ихлас алҡыштарын да ҡушһындар!

Туҡ башаҡ ҡына түбән эйелә 

Кеше булған кешелә мең кешенең эше бар, кеше булмаған кешелә кешенең ни эше бар? Ни өсөндөр ата-бабаларыбыҙҙан килгән ошо әйтем һәр саҡ уйландыра, сөнки ныҡ көслө һәм образлы, тапҡыр итеп әйтелгән. Ысынлап та, кем алда, шу­ны бысраҡҡа батырырға тырышалар, көнләшәләр, был, шоу-бизнес кеүек һуңғы ун йыллыҡтарҙа йылдам үҫешкән өлкәлә (милли республикаларҙы күҙ уңында тотам, Рәсәй кимәлендә ул ярты быуат элек киң йәйелдерелде, хатта үҙенә күрә айырым бер индустрия булып тора) үҙен ныҡ һиҙҙертә. Туҡ башаҡ ҡына түбән эйелә, тиҙәр, ә буш башаҡ тура тора, эйелмәй. Был тап мәҡәлә геройыма ҡағыла ла инде.
Уның күңеле тулы хазина, моң, һәр башҡарған йыры ҡабатланмаҫ. Шуға ла баш ҡалҡытмай эшләй, башҡалар уның менән булышалармы-юҡмы, унда эше лә юҡ, ундай ваҡлыҡтарҙан өҫтөн, ысын ир-азамат. Барыһына ла тешен ҡыҫып түҙһә түҙә, ғауғалашып, дәғүәләр белдереп йөрөмәй, үтә тәрбиәле, тыйнаҡ, ғилми тел менән әйткәндә, интеллигент.
Ғүмер буйы бер үк йырҙы ҡабатлау ҡоштарға ғына килешә икәнлеген беләбеҙ. Был Ришатҡа хас түгел, уның репертуары, музыкаль багажы, хазинаһы өр-яңы, матур-матур йырҙар менән байытыла килә. Ул һан артынан ҡыумай, йырҙарҙың мәғәнәлеһен, моңһоҙҙарҙы ла моңландыра торғанын, ғәмһеҙҙәрҙе лә сәмләндерә торғанын һайлай. Ғөмүмән, кешелек донъяһында иң шәп йырсыларҙы һандуғасҡа тиңләгәндәр, ә һандуғастар турғай түгел, улар тупланып осмай, яңғыҙы ғына талпына. Башҡаларҙан айырылып торған йырсыларҙы шуға ла һандуғасҡа тиңләйҙәр ҙә инде. Ундайҙарҙың тауышын һис бер кем менән дә бутау мөмкин түгел. Шуның өсөн йыр оҫталығын баһалау конкурстары ла шундайыраҡ исемдәр аҫтында үтәлер республикабыҙҙа.
Мәҫәлән, Ришат Төхвәтуллин Башҡортостанда үткәрелгән иң тәүге йыр бәйгеһе – “Гәлсәр һандуғас”та (2008 йыл) ҡатнашып, башҡорт халыҡ йыры “Эскадрон”ды юғары кимәлдә башҡарып “Өмөт” номинацияһына лайыҡ булды, ул беҙҙең өмөтөбөҙҙө тулыһынса аҡланы, шулай уҡ “На крыльях таланта”, “Йәшлек һандуғасы” бәйгеләрендә лә еңеүсе була, ә инде Р. Ваһапов исемендәге конкурста беренсе урынды алды. Был бәйгеләргә тиклем дә, унан һуң да Ришат тиҫтәләгән конкурста ҡатнаша. Улар хаҡында уның ижадын күҙәтеп барыусылар, яратыусылар барыһы ла беләлер, еңеүҙәре ике-өс тиҫтәнән артыҡ (бөтәһен дә бер мәҡәләлә яҡтыртып бөтөү ҙә мөмкин түгел). Моғайын да, бала сағында, бәхетен һынау ниәтендә Рәсәй кимәлендә балалар араһында уҙғарылған “Синяя птица”ла ҡатнашһа, мотлаҡ еңер ине. 
Ришат бөгөн башҡорт һәм татар йыр-моң сәнғәте көмбәҙендә сағыу йондоҙ булып балҡый. Үҙенең бик матур лирик тенор тауышы менән Башҡортостанда ойошторолған мәртәбәле “Юлдаш хит”та (Юлдаш йыры-2015), бик күп популяр йырҙар авторы Зифа Нагаева ижад иткән “Аҡҡоштар мөхәббәте” йыры менән еңһә, “Башҡорт йыры” кеүек ҙур проекттарҙа ла һынатманы, гел алдынғылыҡты биләне.
Татарстанда бына инде рәттән биш йыл үткәрелгән “Болғар радиоһы”ның милли музыкаль премияһының “Алтын йондоҙ” статуэткаһы унда хәҙер инде бишәү. Гел бишлегә йырлағас, бишәү инде! Тәүгеһе – йыл йырсыһы. ...Быйылғыһы – уның коллективыныҡы!
Төркөмөндә уның ышанысын аҡлаған ижади һөнәрмәндәр – яҡташыбыҙ, баянсы, Тәтешле районы бөркөтө Руслан Мөхәмәҙиев бар, ә виртуоз музыкант Ташҡын Ибраһимхәлил күңел ҡылдарын скрипка аша тирбәлтә, ул Баҡы ҡала­һынан, бик талантлы азербайжан егете биш телде өйрәнгән; йөрәктәргә үтеп инерлек итеп саксофонда уйнаусы, көслө тынлы егет Вәсил Шәрипов иһә Октябрьский ҡалаһынан; аһәңле һәм ҡараңғыла иҙәнгә ятып та гитара ҡылдарын сиртә алырлыҡ егет Ринат Ресмәтов – Иркутск тарафтарынан; һүҙ оҫталары – Рөстәм Ғатауллин менән Сөмбөлә Вәлиәхмәтова – Ҡазан ҡалаһыныҡы, йырҙарға хәрәкәт аша мәғәнә һәм биҙәк өҫтәүселәр Марсель Сәми­ғул­лин да Туймазыла тыуған, Илгиз Бәҙрет­динов иһә – Башҡортостандың Борай райо­ны батыры (бик егәрле егет икәнлеге күренеп тора). Шулай уҡ төркөмдә ике бейеүсе ҡыҙ – Ләйсән Иҙрисова менән белорус ҡыҙы Настя Лобода ла бар. Төркөмдә Башҡортостандың Шишмә райо­ны йырсыһы Әлиә Ҡарасурина ла тәжрибә туплай. Концерттарҙың директоры, шулай уҡ ижади ҡарашлы, рухлы яҡташыбыҙ – Эмиль Уйылданов. Улар шулай матур коллективҡа тупланып, бер төптән, татыу, дуҫ, үҙ-ара килешеп эшләгәнгә күрә лә, бөтә Рәсәйебеҙҙең иң ҙур ҡалаларын урап сыҡҡандар ҙа инде (Мәскәү, Санкт-Петербург, Пенза,Тольятти, Һамар, Һарытау, Төмән, Ҡазан, Яр Саллы, Нижневартовск, Сорғот, Екатеринбург,Тубыл, Төмән, Силәбе, Орск, Тоцк, Ырымбур һ.б.). Ришат Башҡортостан һәм Татарстан тамашасыларын айырыуса үҙ итә. Шуның өсөн ике туғандаш халыҡтың республикаһының барлыҡ ҙур ҡалаларында ҡат-ҡат сығыш яһай. Тырышлығы һәм таланты менән тамашасылары алдында үҙенә абруй һәм ҡот өҫтәне, затлы һәм шул уҡ ваҡытта халыҡсан йырсыға әйләнде. 
Үткән йыл уның өсөн айырыуса иҫтә­лекле, йөкмәткеле булды, сөнки ул Ҡа­занда халыҡ-ара милли “Татар йыры-2017” фестивалендә “Зәңгәр күҙҙәр” (З. Вә­лиул­лин көйө, Л. Миңнәхмәтова һүҙҙәре) йыры менән “Иң моңло йырсы” исеменә лайыҡ булды. Йырсы өсөн бынан да ҙур баһаның булыуы мөмкинме конкурстың ниндәй кимәлдә икәнлеген аңлаған ке­шегә?! Бындай номинацияны атҡаҙанған артистарҙың да яулай алмаған осраҡтары бар.
Бындай ҙа маһир йырсы, талантлы артист Ришат Айрат улы, тамашасы һөйөүе менән бер рәттән, рәсми танылыуға лайыҡ бөгөн. Әлбиттә, Ришат та әлеге уңыш­тарына килеп еткәнсе байтаҡ һикәлтәле юлдар үткән. 20-ләп кеше алдында ла сығыш яһаған осраҡтар булғанда ла, ул ҡанатланып, илһамланып ижад итергә көс тапҡан. Ул да бит әҙәми зат, ижад кешеләренең күңелдәре ҡылдай нескә була бит. Мәскәү ҙә бер көндә генә төҙөлмәгәнлеген аңлап, сабырлыҡ менән Ришат әлеге дәрәжәһенә еткән, сөнки ул үҙенең иңендә тотош халыҡ, мәҙәниәт, сәнғәт, ата-әсәһе, уҡытыусылары өсөн (мәктәп уҡытыусыларынан башлап сәнғәт колледжы, Өфө сәнғәт институты (профессор Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова класында уҡыған) ҙур яуаплылыҡ тоя. Артабан да, Алла бирһә, гөрләтеп, ҡанат­ланып ижад итер, яңынан-яңы проекттар, йырҙар менән сығыш яһар. Ысынлап та, шундай матур күңелле кеше тураһында тулы бер китап итеп хикәйәләге килә. Был һүҙҙәремә уның ижадын яратыусылар үҙ ихласлыҡтарын өҫтәр тип ышанам. 

http://gorka-5.ru/
Наҡыя Исҡужина,
филология фәндәре кандидаты.


Вернуться назад