Рәхмәт, Роберт ағай!19.01.2018
Рәхмәт, Роберт ағай!Роберт Арыҫлановтың биш китабын һәм библиографик белешмәһен уҡып сыҡтым. Ҡайһы береһен ике-өс мәртәбә ҡулыма алдым. Ә “Беҙҙең Йәнтеш”те һаман да уҡыйым. Ниңә уның китаптары менән мауығып ҡыҙыҡһыныуымды хәҙер аңлатам. Беҙ бит – замандаштар һәм яҡташтар. Уның яҡындары һәм туғандары — барыһы ла минең туғандарым. Барыһы ла күҙ алдымда барҙы — ҡанатланыуҙар, тормош юлын һалып, кеше донъяһына сығыуҙар.

Ағайҙың уңыштарына шатланып йәшә­нем, ә юғалтыуын ауыр кисерҙем. Шулай ҙа, китаптарын уҡып сығып, күп кенә таныш булмаған ваҡиғалар менән таныштым. Һүрәтләгән шәхестәрҙең барыһын тип әйтерлек беләм һәм күбеһенең эшмә­кәрлеге менән дә танышмын. Минең өсөн улар барыһы ла ҡәҙерле кешеләр. Әммә мин белмәгәндәр ҙә күп. Улары инде уның дәүләт эшендәге коллегалары.
Миңә Хәйбуллала хеҙмәт өлкәһендә бик оҙаҡ булырға тура килмәне. Бүребай руднигында күп булһа өс йыл эшләгән­мендер. Әҙ генә эшләһәм дә, күп кенә етәкселәрҙең исемдәрен бөгөнгә тиклем йөрәгемдең түрендә һаҡлайым: В. Соков, С. Гайдичар, А. Никитин. Был шәхестәр минең өсөн бәхәсһеҙ авторитеттар булып ҡалды.
Николай Яковлевич Батановты мин В. И. Ленин кеүек күрә инем. Ул бик намыҫлы, халҡына тоғро, кешелекле һәм кеселекле етәксе булды. Беҙҙең ауылда Николай Яковлевичты “Батан ҡарт” тип йө­рөт­төләр. Ә бит ул саҡта Бата­новтың әле йәш, ир сағы ине. Ә халыҡ уны үҙе өлкәнәйтте, шул исеме менән абруйын күтәрҙе һәм хөрмәт итте.
Һин бәхетле кеше, Роберт! Сөнки һиңә Батанов, Шакиров, Мостафина кеүек күре­некле шәхестәр менән бергә эшләргә насип иткән, бер маҡсатҡа ирешкәнһегеҙ. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр уларҙы белмәмешкә һалышып, оноторға тырыш­һалар ҙа, был шәхес­тәрҙең исемдәре халыҡ хәтерендә изге һәм мөҡәддәс булып мәңге һаҡланыр.
Роберт Мөтиғулла улының һәр бер китабы мемуар әҙәбиәт, очеркка яҡын. Ә бына “Беҙҙең Йәнтеш” художестволы әҫәргә тарта. Әгәр ҙә көсө, теләге булһа, ошо китапты ҡабат нәшер итһен ине ул — отошло булыр ине. Йөкмәткеһен тағы ла күберәк, үткән һәм бөгөнгө заман ваҡиғалары менән байытырға кәрәк. Өҫтәмәгә, тауҙарҙы, йылғаларҙы, ауыл ҡырындағы урмандарҙы төҫлө фотографияларға төшөрөп, китапты биҙәгәндә, шәп булыр тип уйлайым. Тағы ла, хәҙерге ауыл кешеләрен бергәләп, яңы мәктәпте, ауыл клубын фотоға төшөрөп, китапҡа ҡушып ебәргәндә артыҡ булмаҫ. Әлбиттә, китабында ауыл тормошон яҡтыртҡан сағында, бай фактик һәм тарихи материалдар килтерелгән. Ҡайһы мәлдә аптырап та, хайран ҡалып та ҡуям, бигерәк тә уның ныҡышма­лылығына һәм түҙемлегенә. Ҡайҙан уларҙы табып алған да нисек йыйған, күпме ваҡытын түккән?
Йәһәннәмдә ятҡан ауылдың, рәсми рәүештә сыҡҡан тарихи китапты ҡулдарына алып, ауыл халҡы сикһеҙ шатлыҡ кисерер һәм уға рәхмәттәрен әйтер, тип ышанам. Коммерция яғынан ҡарағанда: әгәр ҙә шул китапҡа күп кенә бөгөнгө ауыл кешеләренең фотоларын да керетеп ебәргәндә, һәр береһе уны үҙенә алырға тырышыр ине. Әлбиттә, һүҙ бөтә ауыл халҡы тураһында бармай. Китабында минең атайымдың да исеме бар. Бының өсөн уға айырым ҙур рәхмәт.
Дөрөҫөн әйткәндә, бөтә китаптары — авторҙың биографияһы. Уҡыйым да үҙемдең бала сағымды күрәм. Уҡыйым да йәшлегемде иҫемә төшөрәм.
Ғүмеремдең түрендә ошондай йөкмәткеле китаптар яҙғанына мин ғорурланам. Дөрөҫ эшләгән. Тормошто йоҡлап ҡына, араҡы эсеп, үҙ-үҙең менән генә мауығып үткәрергә ярамай. Кеше ғүмере ҡыҫҡа, ә китап ғүмере оҙон, мәңге тип әйтһәң дә ярай.
Ваҡыт арбаһы туҡтауһыҙ елер, беҙҙең өҫтөбөҙҙәге ерҙәр тигеҙләнер, ә китаптар кешеләр араһында йөрөүҙәрен дауам итер, китаптар менән бергә беҙҙең дә исемдәребеҙ йәшәр, халыҡта һаҡланыр.
Роберт ағай Арыҫлановтың китаптары һутлы, әҙәби тел менән яҙылған. Еңел уҡыла. Унда яҙыусы һәләте бар. Ваҡиғаларҙы, тәбиғәтте матур тасуирлай. Яҙыуымдың һуңында уға, Ленаға һәм яҡындарына иҫәнлек һәм именлек теләйем. Уның тормошоноң иң ҙур даланы — Лена Ғәзиз ҡыҙы. Мин уға ҡарап гел һоҡланам, уның кешелеклелегенә һәм тоғролоғона хайран ҡалам. Мин уға киләсәктә тик яҡшылыҡ теләйем. Һөҙөмтәлә, Роберт ағай, мин һиңә яҙыуыңды дауам итергә тәҡдим итер инем. Һаулығың мөмкинлек бирһә, әҙәби әҫәрҙәргә тотон. Булдыра алырһың, тип ышанам.

Риф ДӘМИНЕВ,
яҙыусы, һәүәҫкәр композитор.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад