Айырмайыҡ моңдо йәндән...19.01.2018
Бөгөн әҙәм балаһы төрлө тауыш, йыр, моң диңгеҙендә йәшәгән кеүек. Көнө-төнө өйҙә лә, эштә лә, машинала ла бер туҡтауһыҙ моң-йыр яңғырап тора. Хәҙер йырҙар ҙа, йырсылар ҙа саманан тыш артты. “Быуаттар буйына һаҡлап, үҫтереп, хөрмәтләп беҙгә тапшырылған күңел ынйыһы — моңдоң бәҫен, баһаһын төшөрмәйбеҙме икән?” тигән шомло уйҙар тыуа башта.

Бер яҡтан, илап түгел, ә йырлап йәшәргә кәрәк, тип әйтергә яратам. Икенсе яҡтан иһә, кендек менән тубыҡ араһындағы темаларға яҙыл­ған йырҙар, таҡмаҡтарҙы ишетһәм, сәхнәләге ярым шәрә йырсылар янында шулай уҡ арлы-бирле, әсәнән тыума кейенгән сибәр­кәйҙәрҙең һикерешеп йөрөгәнен күрһәм, ысынлап та, йыр сәнғәтенең кимәле түбән төшкәне асыҡтан-асыҡ күренә.
Бер милләтте башҡаларҙан айырым милләт итеүсе дин, тел, ил, тарих һәм сәнғәт, тип уйлайым. Ә сәнғәттең иң халыҡсан төрө – ул йыр сәнғәте. Раббыбыҙ кешегә иманлы ғүмер бүләк итеп, тағы ла бер мөһим һәләт биргән, ул да булһа моң. Башҡорт һәм татар телдәрендә генә моң тигән төшөнсә бар, башҡа телдәргә уны тәржемә итеп тә, аңлатып та булмай. Нимә икән ул моң, моңло йыр? Моңдаштарым, әлеге осрашыуға ашҡынып, бөтә донъя мәшә­ҡәттәрен ҡалдырып, йыр башҡарырға һәм тыңларға килгәнбеҙ икән, тимәк, МОҢ – беҙ күҙ алдына ла килтермәгән көскә эйә тәбиғәттең иң ғәжәйеп мөғжизәһе. Шуғалыр ҙа моңло йыр тыңлағанда кешенең йөҙө балҡып, күҙ ҡарашы нурланып, йыйырсыҡтары яҙылып китеүсән. Был күҙгә күренгән үҙгәрештәр. Ә кешенең күңеле моңға тулғанда был сихри донъя ниҙәр кисергәнен бер генә булһа ла күрһәң ине. Раббыбыҙ ниңәлер беҙҙән йәшергән был һәләтте. Әммә һәр беребеҙҙең моңдо ишетеү менән уй-кисерештәре талғын ғына бер йүнәлеш ала, күңеле ял итә башлай, һыҙланыуҙар, ҡайғылар таралып юҡҡа сыға. Халыҡ та бит юҡҡа ғына “Йыр — күңелдең моңо, етемдең йыуанысы, әсирҙең таянысы, яңғыҙҙың юлдашы” тимәгән.
Тағы ла өҫтәп йырҙың илаһи көсөнөң илебеҙ тарихындағы әһәмиәтен әйтмәй булмай. Ниндәй генә һынауҙар, ҙур эштәр булмаһын, ата-бабаларыбыҙ эшкә йырлап барған, арыһа ла йырлап ҡайтҡан, йыр менән илде ҙурлаған, үлемесле һуғышта йыр менән окоптарҙан дошманға ташланған, йыр менән еңгән. Ә ниңә һуң беҙ әле “моңдар ҡайтһын ауылға” тип йырлай башланыҡ, ә ниңә һуң беҙҙең балалар үҙҙәре аңламаһа ла сит телдәге йырҙарҙы хуп күрә башланы, ә ни өсөн йырлы концерттар хәҙер кемгәлер аҡса килтереүсе шөғөлгә әйләнде, ә ни эшләп беҙ моңло йырҙы таҡмаҡтар менән алмаштыра башланыҡ һуң әле? Нимә булды беҙгә? Әҙәм күңеленән моң көсө китһә, был бушлыҡҡа аҙғынлыҡ, йәнһеҙлек, аҡсаға табыныу, иманһыҙлыҡ килеүе көн кеүек асыҡ. Был процесс күҙгә күренеп башланды кеүек тә инде. Минеңсә, ислам динендә кешене тәүфиҡ, һиҙиәткә, рух паклығына өндәгән моң — хәләл. Был һүҙҙәрҙе Ҡөрьән-Кәримде тулыһынса уҡып сыҡҡан кеше булараҡ әйтәм.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тураһын­дағы хәҙистең береһендә был тәңгәлдә бик тәрән мәғәнәле һүҙҙәр бар. Абу Бәкер пәйғәмбәрҙең йортона байрам көндө барып инһә, ике ҡыҙ бала көйләп ултыра икән. Абу Бәкер тыйырға була уларҙы, шунда Мөхәммәт уға йырлаһындар, һәр милләттең үҙ байрамы була, беҙҙең байрам бит был, ти. Бына шулай. Ә инде Алланы онотторорлоҡ итеп, Алла һаҡ­лаһын, үҙҙәренең фиғеле менән әхлаҡ­һыҙлыҡтарын аңламайынса тәртипһеҙ­лек­кә, фәхишәлеккә өндәгән артиста­рыбыҙ башҡорт һәм татар сәхнәһендә көндән-көн арта ғына бара. Клиптарҙа күренә был. Мәҫәлән, шәрә егеттәр мунсала иптәштәре менән йыр йырлап күңел аса йә өҫтәл тулы харам эсеп типтереп байрам итә, йә иһә түшәктә һөйәркәһе менән аҙғынлыҡ ҡылып ята. Был – донъя һәм Рәсәй эстрадаһынан килгән ғәләмәттәр. Ҡайһы бер музыка каналдарын ҡараһаң, ундағы клиптар йә диванда, йә бандиттар менән төшөрөлгән. Шулай буламы һуң? Ысын моңло йыр бит мө­хәббәт хистәрен юғары күтәрә, донъяның матурлығын күрһәтә, ә енси аҙғынлыҡҡа, эскелеккә һәм закон боҙоу норма тигәнде һеңдереүгә ҡоролорға тейеш түгел. Балаларыбыҙға йыр-моңдоң нәфислеген шулай боҙоп күрһәтеү эше алып барыла. Әсәйем яғынан өләсәйҙәрем XIX быуатта Татарстандан Башҡортостанға иман, мәғрифәт һәм ғилем алып килгән. Ә хәҙер нимә килә күршеләрҙән? Популяр музыка, эстрада, шоу һәм юмор тигән булалар. “Кисә ғаиләм менән күршеләрҙән килгән юмор театры концертына барғайныҡ, уларҙың енси органдар тирәһендә сыуал­ған көлөүенән ҡатыным менән ҡыҙым алдында оялып башта уҡ сығып киттек”, – ти бер ир.
Концерттарыбыҙҙан тамашасы дөрөҫ йүнәлеш таба икән, теләгебеҙгә иреш­кәнбеҙ тип һанайбыҙ. Яҡшыны ямандан айыра белеүегеҙгә мең рәхмәт һеҙгә, моңдаштарым. Беҙ шулай бергәләшеп Раббыбыҙ тарафынан бирелгән сихри моңдо киләсәгебеҙ – балаларыбыҙҙы моңһоҙлоҡҡа, тәүфиҡһыҙлыҡҡа һәм азғынлыҡҡа өндәүсе көс итеп күрһәтеүгә, заманыбыҙҙың иң ҙур енәйәтенә ҡаршы торорға тейешбеҙ. Булдыра алмаһаҡ, тиҙ арала моңдан ғына түгел, имандан да, телдән дә яҙасаҡбыҙ. Алла һаҡлаһын!


Вернуться назад