“Атай – театр сәнғәтенең ҡеүәте, илһамы!”19.01.2018
“Атай – театр сәнғәтенең ҡеүәте, илһамы!”Тап бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтә. Артист нәҡ ошо театрҙа сәхнәгә алып сыҡҡан ролдәр исемлегенә күҙ һалһаң, иҫең китерлек: театр тарихында бындай ҡатмарлы образдарҙы тағы ла кем уйнағаны бар икән?! Мәшһүр Арыҫлан Мөбәрәковтың геройҙары ғына тиңләшә ала был исемлек менән! Р. Ишмораттың “Дауылға ҡаршы”һында — Владимир Ульянов, Ә. Мирзаһитовтың “Әсәйемдең сал сәстәре”ндә — Йондоҙ, Ф. Бурнаштың “Йәш йөрәктәр”ендә — Хәйретдин, У. Шекспирҙың “Макбет”ында — Макбет, А. Чеховтың “Аҡсарлаҡ” драмаһында — Треплев, И. Абдуллиндың “Йөрәк менән шаярмайҙар” әҫәрендә — Моталов, М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһында — Аҡъегет, “Ташлама утты, Прометей!” әҫәрендә — Прометей, Н. Асанбаевтың “Кеше бәхете”ндә — Әнүәр, Л. Толстойҙың “Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә” пьесаһында — Никита, “Тере мәйет”ендә — Протасов, Н. Хикмәттең “Онотолған әҙәм”ендә — Доктор, С. Мифтаховтың “Зимагорҙар”ында — Фәсхи, А. Абдуллиндың “Онотма мине, ҡояш” әҫәрендә — Чекмарев һәм башҡалар...
Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан ойошторҙоҡ беҙ был әңгәмәне. Бөтә артистарҙың да балалары ижад юлын һайламай, бөтәһе лә артист та булып китмәй. Әммә булғандары, моғайын, ата-әсәһенең ижади фиҙакәрлегенә баһа бирә алалыр, тигән уй-ниәт менән Рәсәйҙә билдәле режиссер, артист Айсыуаҡ Илшат улы ЙОМАҒОЛОВ менән һөйләшеп алырға булдыҡ, сөнки Айсыуаҡтың театр сәнғәтендә лә, кинола ла үҙ почергы, юлы бар. Практик йәһәттән эшләп өйрәнгәндәргә теоретик булып сығыш яһау, бәлки, ауырыраҡтыр ҙа, әммә тыңлап ҡарайыҡ әле уның һүҙен.


– Илшат ағай хаҡындағы хәтирә­ләреңде ишетке килә, Айсыуаҡ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, уны мин дә, башҡалар кеүек үк, ижади шәхес булараҡ иҫкә алам төҫлө. Минең өсөн ул атайҙан былайыраҡ, һәр саҡ үҙенең эшенә мөкиббән кеше булып күҙ алдына баҫа, сөнки ул мин белә-белгәндән үҙен тулыһынса рухи хеҙмәткә, ижадҡа бағышланы. Ҡайһы бер рәссамдар ҙа уларҙың ҡулы менән Күктән кемдер идара итә, улар үҙҙәрен ижадтан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай, тип әйтә бит, атайҙың ана шулай Күк кәнсәләре менән бәйләнеше бар ине һымаҡ. Уға ана шул ҡайҙандыр килгән илһамлы мәлдәрен файҙаланып ҡалырға, мөмкин тиклем әйтәһе һүҙен әйтергә кәрәклеген тоя инем. Уның ише кешегә, бәлки, ғаиләһенең булыуы ла бик үк кәрәкмәгәндер, мөһим дә булмағандыр. Йәмғиәттә йәшәгәндәр өйләнергә, уның балалары тыуырға тейеш бит инде, бары тик шулай булһын өсөн генә ул да өйләнгәндер, балалар булдырғандыр һымаҡ.
Ҙурҙан ҡубып ҡараһаң, уның кеүек шәхестәргә ғаилә бөтөнләй кәрәкмәйҙер ҙә һымаҡ, сөнки ижад иң алғы планда тора. Һәм шулай йәшәне лә. Ул бер ҡасан да тормош ығы-зығыһы, көндәлек мәшәҡәттәр тип баш ватманы, киреһенсә, глобаль масштабта фекерләне, донъяуи ҡараш менән уйҙарға сумды, ваҡлыҡтарға төшөп китмәне. Ул һәр ваҡыт үҙ донъяһында йәшәне. Үҙе уйлап тапҡан ижад илендә нимәләрҙер яҙҙы, образдар тыуҙырҙы. Ғаиләгә бәйле улы һәм атаһы тойғоларын сағылдырған хәтирәләр иҫкә төшмәй, тип әйтһәм, башҡаларҙың күңелен төшөрөрмөнмө икән? Әллә атай хаҡындағы образды юҡҡа сығарырмынмы, тип тә ҡурҡам. Тик шуны аңларға кәрәк: атай ҙур шәхес булды! Шуға күрә башкөллө ижад донъя­һында йәшәгән ир-егеткә ғаилә башлығы, атай булараҡ әллә ниндәй маҡсаттар ҙа ҡуйырға ярамай.
– Бөтөнләй бер ниндәй ҙә иҫтәлек юҡмы ни?
– Бар, әлбиттә. Дүрт йәштәр тирәһендә мин цирк клоундары менән мауығып киттем һәм өйҙә ҡыҙыҡлы ғына репризалар эшләй башланым. Тамашасыларым – атайым менән әсәйем. Уларҙы эштәренән айырып, үҙемдең тамашаларҙы ҡарарға талап итеп тигәндәй ултыртып ҡуям. Йығылып китәм, ҡыланам, әммә уларҙан һаман үҙем теләгән реакцияға ирешә алмайым, атайҙың яғымлы ҡарашы, йылмайыуы мине ниәтләгән образымдан сығара. Тағы ла бер хәл иҫкә төшә. Миңә алты йәш тирәһендә беҙ ғаиләбеҙ менән Ҡара диңгеҙгә ял итергә барҙыҡ. Пляждабыҙ. Атай-инәй ҡыҙынып ята, ә мин диңгеҙ менән танышырға киттем. Беренсе тулҡын уҡ мине аяҡтан йығып, даръя эсенә атып бәрҙе. Тороп баҫтым да ярға табан бер нисә аҙым яһаным ғына тиһәм, мине икенсе тулҡын аяҡтан йыҡты һәм йәнә диңгеҙ эсенә һөйрәй. Ҡурҡышымдан ҡысҡырам, ярҙамға саҡырам һәм үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмайым – инәйем менән атайым миңә ҡарап көлөшөп баҫып тора, ә мине сираттағы тулҡын аяҡтан йыға...
Йәнә лә атайымды һәр саҡ йоҡлап ятҡан килеш хәтерләйем. Мин йоҡларға ятам, ә ул эшенән ҡайта. Төн буйы яҙа, ижад итә. Мин иртән торғанда, ул репетицияларға тиклем ятҡан була. Мин балалар баҡсаһына, мәктәпкә китәм, ҡайтам, атай өйҙә юҡ, сөнки ул спектаклдә уйнай, эшкә китә.
Ҡайһы саҡтарҙа уның кабинетында текстарын уҡыуын ишеткәнем хәтеремдә. Атайҙың тауышы көслө, ул һәр һөйләмде тәрән кисереп, тамашасыға еткерерлек итеп уҡый. Яҙған сағында нимәһе ҡыҙыҡ, ул йыш ҡына диалогтарҙы ҡысҡырып әйтеп яҙа ине. Бәлки, шуға ла уның пьесаларының теле һоҡланғыс, йәнле булғандыр. Актер булараҡ та, ул артисҡа нимәне нисек әйтергә кәрәклеген дә яҡшы белгән. Йәнле аралашыу теле, шул уҡ ваҡытта сәнғәт юғарылығы ла һаҡланған уның яҙмаларында.
– Илшат ағайҙың пьесаларын да сәхнәләштерҙең бит әле?
– Эйе, әсәйем менән бергә “Сәсәндәр”ҙе М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында сәхнәгә сығарҙыҡ. Стәрлетамаҡ театрында “Серле моң” әҫәрен дә эшләнем. Уның һәр сәхнәһе бик ҡыҙыҡлы, конфликтлы була, ижади эшләүгә мөмкинлек бирә. Режиссерға ла, актерға ла таяныс булырлыҡ ижади фекерләү, уйланыу өсөн шарттар бар уның уның әҫәрҙәрендә.
– Тормошта ул ниндәй кеше ине?
– Әҫәрҙәрендә конфликт ярылып ятһа ла, ул үҙе ғауғалап йөрөгән кеше булманы. Әммә ғәҙел ине, тура һүҙле булды. Үҙенә оҡшамаған нәмәне лә, уйындағы фекерен дә ул асыҡтан-асыҡ әйтә барҙы, шуға күрә театрҙарҙа етәкселек менән проблема тыуа торғайны. Әммә нимә уйлағанын әйтә тигәс тә, ул үҙенә кәрәкте генә һөйләп йөрөгән тип аңларға ярамай. Уның һәр һүҙе сәнғәт юғарылығынан, театрҙың кимәлен күтәреү маҡсатынан, ижади фекерләүҙән сығып тыуған телмәр булды.
– Эйе, Илшат Йомағолов – ул башҡорт театры сәнғәте юғарылығын билдәләгән шәхес. Һиңә ошо хаҡта әйткәндәре бармы?
– Үҫкән саҡта мин һәр ваҡыт талантлы атайҙың улы булыуымды тойҙом. Ҡайҙа барһам да: “Ооо! Илшат Йомағоловтың улы!”– тиерҙәр ине. Уның абруйын һәр саҡ һиҙҙем, ышаныслы ижади ҡанаты аҫтында үҫтем. Уға булған мөнәсәбәттән сығып ҡарай торғайнылар миңә. Ә ул мөнәсәбәт бик яҡшы булғанлыҡтан, мин кешеләрҙең, театр сәнғәтен һөйөүселәрҙең атайымды нисек ихтирам итеүен тоя инем.
Атай шәхес булды. Ул сәхнә әҫәрҙәрендә лә һәр саҡ шәхестәрҙе уйнаған. Был да ҙур күрһәткес, баһа. Прометей, Макбет, Пугачев, Иванов ролдәре – барыһы ла спектаклдең төп геройҙары. Режиссерҙар атайҙың ролен сығарып бөткәнен гелән көтөп торор булған, икенсеһе уны үҙенә саҡырған, өсөнсөһө... Бына шулай бер туҡтауһыҙ тынғыһыҙ ижад донъяһында йәшәгән ул. Бер роль менән икенсеһе араһында атай хатта ял итеп тә өлгөрмәгән. Уны тап ана шул ҙур шәхес булған героик образдарҙы тыуҙырыу өсөн көтөп тә торғандар. Ул үҙенең эске ҡеүәте менән ҙур шәхестең тәрән кисерештәрен, күңел һыҙланыуҙарын оҫта сәхнәләштерә алған. “Харизма” тигән яңы һүҙҙе хәҙер йыш ҡулланалар телмәрҙә. Атай тап ана шундай сифатҡа эйә булған, көслө энергетикалы артист ине. Унан, әйтерһең, тулҡын-тулҡын булып ҡеүәтле көс, илһам ағыла. Сәхнә өсөн был бик мөһим, минеңсә.
Бер шундай үҙенсәлекле хәл дә булған. Ул Гитлерҙы уйнаған. Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме: атай һәм Гитлер. Илшат Йомағоловтың уйнауын яратҡан тамашасы Гитлер килеп сығыу менән ҡул саба баш­лаған! Был бит инде башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Әлбиттә, спектаклдән был роль алып ташланған. Атай ни бары бер тапҡыр ғына уйнап ҡалған был ролде. Яратҡан артисына ҡул сапҡан тамашсының овациялары Совет осоро өсөн ни тиклем хәүефле икәнен үҙегеҙ аңлайһығыҙ инде. Хәйер, бөгөн дә беҙ Гитлер образына ҡул саба торған халыҡ түгел.
Театрҙарҙа үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы сәхнә ролдәрен башҡарған артистар бик күп ул, әммә шәхестәр аҙ. Юҡ кимәлендә. Шәхес булыу өсөн талантлы булып тыуыу ғына аҙ, күрәһең. Атай һәр секунд, минут ошо ижад, сәхнә, сәнғәт, театр донъяһы менән йәшәне.
– Балаларының театр сәнғәте юлын һайлауына ул нисек ҡараны?
– Совет осоронда театр донъяһында бик популяр бер әйтем бар ине: “Тяжела и неказиста жизнь советского артиста”. Шуға күрә балаларына яҡшыраҡ тормош теләгәндән, күпселек артистар үҙ юлдарынан китеүҙәрен теләмәй. Минең атайым да шулай уйлағандыр. Әрменән ҡайтҡас, “сәнғәт институтына уҡырға инергә телә­йем” тигәйнем, ул, кәйефе төшөп: “Һинең бит бынамын тигән һөнәрең бар – рәссам!” – тине. Хеҙмәт иткәнгә тиклем мин сәнғәт училищеһының художество бүлеген тамамлағайным. “Рәссам – үҙе баш, үҙе түш. Уның өҫтөндә бер кем дә тормай, идара итмәй, ә артист режиссерҙан алып сәхнәне монтажлаусыға тиклем буйһона”, – тип ҡабатланы ул. Һәм был һис кенә лә арттырыу түгел ине, быға мин үҙем артист булып эшләй башлағас, декорацияларҙың ике ҡатынан баштүбән дөм-ҡараңғылыҡҡа табан осҡанда йәнә инандым, сөнки монтажлаусы баҫҡысҡа яндауыр ҡуйырға онотҡан булып сыҡты. “Тағы ла шуны онотма – әгәр һин артист булырға йыйынғанһың икән, тимәк, һөнәреңдә беренсе булырға тейешһең, башҡаса юл юҡ. Әгәр инде ҡулыңдан килмәһә, был эш һиңә күңелһеҙлектәр генә килтерәсәк”, – тине атай, күҙемә текләп ҡарап. Бер аҙ тынысланғас, шулай тип тә өҫтәп ҡуйҙы: “Ярай. Үҙе йығылған бала иламай, тиҙәр. Уңыштар теләйем”. Атайымдың имтиханға әҙерләгән тексты уҡып ҡарауымды һорағанын һәм бик ҡиммәтле кәңәштәр биргәнен хәтерләйем.
Ә инде сәхнәгә сыға башлағас, бер ҡасан да тәнҡитләмәне, киреһенсә, бик риза ине, хупланы, маҡтаған саҡтары ла булды. Ни сәбәптәндер хатта бер генә тапҡыр ҙа ризаһыҙлығын күрһәтмәне, шелтәләмәне лә.
Хәҙер инде үҙемдең тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам, актерлыҡ – ул айырым шарттарға бәйле, эш хаҡы бәләкәй булған, ауыр, үҙеңде ҡорбан итеүҙе талап иткән, ә инде иң һуңында, рәхмәтһеҙ хеҙмәт. Сәхнәлә саҡта ғына һине хәтерләйҙәр, китеүең менән тамашасы йөрәгендәге урынды башҡалар яулай.
– Һинең менән килешмәйем. Илшат ағайҙың киткәненә ун йыл, бына бит тамашасы уны хәтерләргә йыйына. Мәңгелек үлсәмдәре башҡа бит...
– Актерлыҡ – ул һөнәрҙәренең фанаттары профессияһы. Иллә-мәгәр һин тап ошо юл өсөн яралғаныңды тойһаң, ошо эштең тоғро хеҙмәтсеһе булһаң, донъяңды онотоп ижад итергә тейеш булып сығаһың. Тамашасының һөйөүе менән туҡланып йәшәй артист. Әгәр инде ул да булмаһа, был юлды һайлауың – оло уңышһыҙлыҡ, минеңсә. Артистар балаларының был юлды һайлауын теләмәй, ә тегеләре иһә ошоға ҡаршы килгәндәй, тап сәхнә юлын һайлай.
– Илшат Йомағолов менән Рәмзиә Хи­самованың улына үҙен сәхнәлә, сән­ғәттә табыуы ауырмы? Бәлки, еңе­ле­рәктер? Ғөмүмән, уларҙан айырма­лы үҙеңдең юлыңды барлау кәрәк бит!
– Әллә инде... Нимә тип әйтергә лә бел­мәйем... Артист булараҡ уйнай баш­лағанда алдымда ундай маҡсат тормай ине. Атайым – үҙе бер шәхес, инәйем – үҙе бер донъя, ә миңә был профессия оҡшай ине һәм ролдәр башҡарҙым. Нимә, нисек, кемде уҙырға, уларға оҡшарғамы, оҡшамаҫҡамы – ул хаҡта бөтөнләй уйламаным, сыҡтым да уйнаным. Миңә был эш оҡшай ине.
– Атай-әсәй менән сағыштырып ҡарағандарын тойғаның булдымы?
– Ундай хәл була инде. Беҙ артист балалары – Айрат Абушахманов, Рушана Бабич, Айһылыу Вәлитова бергә уҡыныҡ. Ҡайһы ваҡыт дәрестәргә беҙ генә йөрөй торғайныҡ, сөнки ауылдан килгән студенттар ял етер-етмәҫтән үк ҡайтып китә, ҡайтһалар, килеп етеп өлгөрмәйҙәр, шуға күрә класта беҙ дүртәү генә ултыра торғайныҡ. Артист балалары булараҡ, беҙ был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы, ауыр икәнен аңлай инек. Беҙ уҡыуҙа ла, барыһын да 100-150 процентҡа атҡарып сығырға тырыша торғайныҡ. Актер һөнәренең ҙур хеҙмәт икәнен бала саҡтан аңлап үҫтек. Йәнә лә атай-әсәйҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерге килмәй бит инде.
– Театр режиссеры кино режиссерына ярҙам итә аламы? Был һәр ике һөнәрҙең нескәлеге һиңә таныш бит...
– Эйе, улар икеһе – ике һөнәр. Театр режиссеры ул күберәк ҡуйылған шарт­тарҙа, образдар менән эшләй. Ә кино сән­ғә­тендә был яҡлап күпкә еңелерәк. Әгәр нимәнелер күрһәтергә кәрәк икән, мин тотам да шуны күрһәтәм, төшөрәм. Бөтә фильмды, уй-фекерҙе йыйнап торған образ бында башҡасараҡ сағылдырыла. Театр режиссерының шартлы ситуацияларҙа эшләүе эшен ҡатмарлаштыра төҫлө миңә, әммә был театр, һәм ул тап шул рәүешле тамашасыға фекерен әйтә.
Кино сәнғәтенең дә үҙ ҡатмарлыҡтары бар. Әйтәйек, төшөрөү процесын ойоштороу өсөн генә лә күпме тырышлыҡ, физик һәм рухи көс кәрәк. Ҙур сығым талап ителә, әйтелгән ваҡыт арауығында төшөрөп бөтөү шарты ла бар, сөнки һәр артистың йә объекттың үҙенең эш графигы бар, шунан бер сәғәткә лә, ҡайһы саҡ бер минутҡа ла тайпылырға ярамай. Мәҫәлән, кино төшөрәһе көндә бер бәләкәй генә деталдең булмауы арҡаһында тотош фильмдың графигы ла юҡҡа сығыуы ихтимал, ә был, үҙ сиратында, өҫтәмә ҙур сығымдар талап итәсәк. Шуға күрә репетициялар өсөн ваҡыт та булмаған кино сәнғәте ижадсыларҙан көсөргәнешле эш талап итә. Майҙансыҡта репетициялар эшләп тораһың, шунда уҡ фильмды төшөрөп үк бараһың. Бында оҙайлы осрашыуҙарға, алдан фекер туплауҙарға бөтөнләй ваҡыт ҡалмай. Актерҙарға уйларға, тыуҙырырға мөмкинлек тә юҡ тиерлек, шуға күрә күпселек артистар киноны яратмай, сөнки ролде тыуҙырыу, шул ваҡыт арауығындағы эске һыҙланыу процесы юҡ. Кинола улар әлегә тиклем тупланған багажы, тәжрибәһе менән эшләй. Театрҙағы эстетик ләззәт тойғоһо бында юҡ. Спектаклдә бит башланыу менән ижади процесс бара, әҫәр сәхнәлә үҫә тора, тыуа. Ә кинола беренсе төшөргән көндә үк фильмдың аҙағын эшләйһең, мәҫәлән.
Театр режиссерынан айырмалы, кинорежиссер актерҙың образды эшләп бөткәнен көтөп тора, уның менән төрлө варианттар уйлай алмай, күпселек осраҡта ул артисҡа үҙенең башында тыуған образды уйнарға, мизансценаларҙы, төшөрөләсәк күренештәрҙе шулай йәки былай эшләргә генә ҡуша. Театрҙа былар барыһы ла күпкә уңайлыраҡ ижади мөхиттә тыуа.
– Актер Илшат Йомағолов һинең “Башватҡыс” фильмыңда төштө...
– Уны төшөрәм тип уйламағайным да. Унда бер ҡарт образы ине, ә мин атайымды бер ҡасан да ҡарт кеше итеп тойманым. Минең өсөн ул һәр саҡ ир-егет ҡиәфәтендә күҙ алдыма баҫа, ә ҡарт кеше булып түгел. Ир-ат, ғөмүмән, оҙаҡ йәшәмәй, шуға күрә өлкән йәштәге артистар ҙа, хатта ирҙәр ҙә юҡ кимәлендә булып сыҡты. Ә мин ҡарт кеше эҙләнем, театрҙа миңә кәрәкле типаж табылманы. Театр артисының йәнә шуныһы бар, кинола ла ул ролде сәхнәләге кеүек сағыу итеп уйнай башлай. Ҡартты профессионал булмағандар араһында эҙләнем. Беренсе көндә хатта мин икенсе бер ҡарт кешене төшөргәйнем. Әммә ул бөтөнләй мин теләгәнсә уйнай алманы. Ул үҙенең рухи, күңел потенциалын ролгә һала белмәй булып сыҡты. Күҙҙәре буш, бер нәмә лә килеп сыҡмай... Шул ваҡыт мин атайға мөрәжәғәт иттем. Курс эшем янып бара. “Атай, ҡотҡар!” – тинем. Ул ярҙам итеп ебәрҙе.
Кинематографтың шуныһы уңайлы, әгәр ваҡытың бар икән, ролгә тулыһынса тура килгән, бөтөнләй уйнауы ла кәрәкмәгән кешене, типажды таба ала­һың. Шуға күрә ҡы­йыу рәүештә профессионал булма­ғандарҙы файҙа­ланырға була. Уларға бына ошолай эшлә, тегендә ҡара, башыңды бор, тип камера артынан бойороҡтар биреп тороп та төшөрөргә мөмкин. Иң мөһиме – камера алдында кешенең үҙен тәбиғи тотоуы һәм тәҡдим ителгән шарттарға инеп киткән булыуы. Йәнә лә тауышты яңынан яҙҙырыу ярҙамға килә. Профессиональ булмаған байтаҡ артистарҙың интонацияһы бер төрлө. Улар бер көйгә һалып ала ла, шулай һөйләп тик тора. Шуға күрә тауыштарҙы яҙҙырғанда, сәнғәт донъяһын белгән актер профессионал булмағандар фильм төшөргәндә биреп бөтмәгәнде тауышы менән биреүе лә ихтимал.
– Үҙенең “Баш­ват­ҡыс”­тағы ролен нисек баһаланы Илшат ағай?
– Бик ҡәнәғәт ҡалды ул, шунда уҡ риза булды. Башватҡысты йыйырға өйрәнде атайым, ихлас башҡарҙы ул был ролен. Улым, улай эшләмәйек, тегеләй итәйек, былай түгел, тигән кеүек шелтәләре лә булманы, бик риза булып, ниндәйҙер бер эске ҡыуаныс менән төштө ул был фильмға. Артист булараҡ, үҙен бик итәғәтле, иғтибарлы тотто, һәм мин нимә күрергә теләйем, шуны эшләне лә. Шуныһы хәтеремдә, әҙер фильмды ҡарағас, атай ғәжәпләнеп: “Бер ҡараһаң, кинола иҫ китерлек бер нәмә лә булмаған кеүек, ә ниндәй тәрән тойғо уята”, – тине.
– Илшат ағай шул тиклем ҡапыл китте беҙҙең аранан, әйтерһең, ошо фильм уның үҙе хаҡында булды кеүек?..
– Эйе, уның хаҡында ла, минең турала ла, сөнки мин дә ана шул малай кеүек, башватҡысты йыйырға өйрәнмәнем, унан кәрәкле белемде, тәжрибәне алып ҡала алманым. Ә бит ул бай рухиәтле, ҡеүәтле, дарманлы артист, шәхес ине. Бөтә ижади багажын, серен ул үҙе менән алып китте.
Был киноның сюжеты минең бала саҡтан алынған ул. Күршелә генә бер бабай йәшәй ине, миңә башватҡысты йыйырға ул өйрәтте. Бер килке аралашмай ҙа торҙоҡ, ул арала бабай үлеп тә киткән. Уның тол ҡатыны миңә ошо башватҡысты: “Бабайың һиңә ҡалдырҙы!” – тип бүләк итте. Ишек алдына сығып, башватҡысты һүттем, шунда уҡ йыйырмын кеүек ине, әммә килеп сыҡманы. Онотҡанмын. Ә өйрәтер кеше был донъяла юҡ. Һәм бер кем дә миңә башватҡысты йыйыу серен төшөндөрә алмаясаҡ. Шуны аңлау хисе йөрәгемде әрнетте. Миңә ете йәш тирәһе ине ул саҡта. Бына ошо күңел кисерештәрем тойғоһо хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалды, мин уны ҡыҫҡа метражлы фильмда файҙаланырға булдым. Шул малай саҡта миңә тәү тапҡыр үлемдең ни икәнен аңлау тойғоһо килгәйне. Аңлап бөтөп булһа инде ул тойғоно... Дөрөҫөн әйткәндә, кеше барыбер ғүмер буйы бер үк тырмаларға баҫа. Эйе, мин атайҙан нимәлер өйрәнеп ҡалырға ла тырышманым, ул да әллә ни илтифат итмәне, нисектер һәүетемсә шулай йәшәп ятырбыҙ кеүек тойолған, күрәһең.
– Стәрлетамаҡ театрына Илшат Йомағо­лов­тың исемен биреү тураһында яҙғайныҡ бынан биш йыл элек... Эш алып барыламы ул?
– Ниндәйҙер комиссия шөғөлләнә булһа кәрәк. Атайҙың вафатынан һуң уҡ стәрлетамаҡтар хәстәрләй башлағайны ла ул, әммә ундай эш биш йыл үткәндән һуң ғына атҡарылырға тейеш икән. Ун йыл да үтеп китте. Стәрлетамаҡтың ул ваҡыттағы мэры тарафынан да, йәмәғәтселек яғынан да хупланғайны был эш, тик ана шул ваҡыт үтмәү сәбәпле онотолоп ҡалды. Ҡабатлап яҙҙылармы, юлланылармы икән, уныһын әйтә алмайым. Атайҙың студенттары, һабаҡташтары исеменән хат ебәрелгәйне заманында. “Ҡаралырға тейеш” тигән яуап булған ул. Әлбиттә, уның исеме бирелһә, бик шәп булыр ине. Әйтәләр бит әле, карапты нисек атаһаң, ул шулай йөҙөп китә тип. Шуның кеүек, атайҙың көслө энергетикаһы был сәнғәт усағын тағы ла сағыуыраҡ балҡытып ебәрер, яҙмышын ҡурсалар ине. Бәлки, ҡайҙалыр ярҙам да булыр ине театр әһелдәренә. Атайҙың исеме бетеү кеүек булыр ине башҡорт театрына. Ул бит үҙен тотошлайы менән театр сәнғәтенә бағышлаған шәхес.
Әгәр театрға исем бирелһә, шунда уҡ атайҙың һәйкәлен дә ҡуйырға мөмкин булыр ине. Уның мөһабәт кәүҙәһе һынлы сәнғәт әҫәре өсөн дә бик килешер ине. Мин уны хатта тоҫмаллайым да: өҫкө планда уйсан яҙыусы, актер Илшат Йомағолов буласаҡ геройҙарын күҙ алдына баҫтыра, ә аҫҡы планда Нәркәс һыу алырға килгән һәм уйланып ултыра, ә Тимерхан ағастар араһынан күҙәтеп тора... Әлбиттә, былар барыһы ла хыялдар. Әммә башҡорт театр сәнғәтенең күренекле шәхесе Илшат Йомағолов бындай баһаға лайыҡ! Мин уны хәтеремә төшөрһәм дә, уйлаһам да, һәр саҡ уйсан, мең төрлө ижади фантазия донъяһына батҡан йөҙө күҙ алдыма килә.


Вернуться назад