Гәзит һәр осорҙа ла заман менән бергә атлай. Октябрь революцияһынан һуң төбәктә бер-бер артлы район гәзиттәре барлыҡҡа килә башлауы ошо хаҡта һөйләй. Матбуғат хәл иткес мөһим ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан сараға әйләнә. Тимер рудаһына бай булған һәм заводтар урынлашҡан, һәр сәйәси ағым өсөн стратегик яҡтан мөһим булған Иҙел башында ла синыфтар көрәшенең төп ҡоралы – матбуғат баҫмаһы барлыҡҡа килә. Шулай итеп, Башҡортостан автономиялы республикаһын төҙөү, яңы ҡоролош өсөн янып йөрөгән халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡтыртҡан төп пропаганда ҡоралы – “Южно-Уральский рабочий” гәзитенең тәүге һаны 1922 йылда сыға. Ваҡыт үтеү менән, заман талабына ярашлы, баҫманың исемдәре лә үҙгәреп тора. Район тарихын аҡҡа теркәгән ошо “Урал” гәзите 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне.Шул айҡанлы Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында тантаналы сара үтте. Район баҫмаһын олпат байрамы менән тәбрикләп, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ҡала-район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Теләүбаев, “Башҡортостан Республикаһы” дәүләт унитар предприятиеһының филиалы – Белорет мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлнара Мөхәмәтғәлина, ҡала-район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зәлифә Әғләмова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, Рәсәй почтаһының Белорет почтамты начальнигы урынбаҫары Вәлимә Гарданова сығыш яһаны.
Сарала гәзит хеҙмәткәрҙәренә – Башҡортостан Журналистар союзының, район Советының Почет грамоталары тапшырылды. Кисәлә йыл башында иғлан ителгән “Урал” – шәп гәзит!”, “Урал”ды иң күп таратҡан почтальон” конкурстары, “Бөтә мәктәп менән – “Урал”ға”, “Бәхетле авто”, “Аҙна бүләге ” конкурстарына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр бүләкләнде.
Бай тарихлы “Урал” гәзите – республика матбуғатында танылыу алған яҙыусыларҙы, журналистарҙы тәрбиәләгән баҫма. Мәҫәлән, Яныбай Хамматов, Тайфур Сәғитов, Зөлфәр Хисмәтуллин, Гүзәл Ситдиҡова, Әхмәҙин Әфтәх, Зәки Әлибаев, Дамир Шәрәфетдинов, Рәсүл Сәғитов, Фәриха Вәлиуллина, Рәмилә Мусина кеүек яҙыусылар, журналистар нәҡ “Урал”да тәү башлап ҡәләмдәрен үткерләгән.
“Урал” – халыҡ гәзите, ошо йүнәлештән бер саҡта ла тайпылғаны юҡ. Шуға ла уҡыусылар баҫмаға яҙылып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Улар араһынан Мансур Һиҙиәтовты, Зөһрә Үтәғолованы, Әнисә Аҫылғужинаны, Рәсимә Сәйетғәлинаны, Линиза Шакированы, Раят Вәлиевте, Мәүлит Кәримовты, Мәүлиә Сафиуллинаны, Мөнирә Сәлимйәнованы, Рафиға Ғәлиуллинаны, Әнисә Ғәзизованы, Фәриҙә Сәйетбатталованы, Хаммат Ағзамовты, Люциә Нурмөхәмәтованы, Флүрә Шакированы, Солтан Сиражетдиновты, Люциә Шаһиморатованы, Зифа Ҡужаҡованы билдәләп үтергә мөмкин.
“Урал” гәзитенең райондағы ижтимағи-сәйәси, мәҙәни тормошонда тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Ул – башҡорт ҡоролтайын, ағинәйҙәр ҡорон, “Иҙел башы” һәм “Ҡуңыр буға” ижадсыларын туплап торған төп матбуғат сараһы.
Иҙел башы тормошон төрлө яҡтан яҡтыртҡан, уңған һәм уңышлы кешеләре менән таныштырып торған “Урал” гәзитенең ярҙамсылары ифрат күп. Юбилей кисәһенең үҙ теленең баһаһын белгән, милләт яҙмышы өсөн битараф булмаған эшҡыуарҙарҙың матди ярҙамы менән үтеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Был йәһәттән “Спецпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әғзәм Йәләлетдинов, Өмөтбай ауылы егете, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Радик Яныбаев, Рәсәй Федерацияһының почетлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре Булат Яныбаев, эшҡыуар, Егәҙе ауыл Советы депутаты Ришат Мөхәмәтвәлиев, “Урал спорт ҡорамалы” заводы директоры Азат Вилданов, Белорет май-сыр комбинаты директоры Нәзиф Фәйзуллин, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Альфред Мөхөтдиновты айырым билдәләп үтеү мөһим.
Кисә барышында “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажетдинова районда башҡорт баҫмаһын үҙ ярҙамынан ташламаған эшҡыуарҙарға, сараны музыкаль яҡтан биҙәгән һәүәҫкәр артистарға рәхмәт белдерҙе. Байрамда ҡатнашыусылар иһә гәзиттең йөҙ йыллығында ла ошолай осрашырға яҙһын, тигән теләк менән таралышты.