Туй12.01.2018
Туй– Мин һине яратам!
– Мин дә һине үлеп яратам!
– Һинһеҙ бер көн дә йәшәй алмайым...
– Мәңге бергә булырбыҙ, хатта...
Дәртле лә, тулҡынландырғыс та ул туйға әҙерләнеү... Кейәү мәһәр йүнләй, ҡыҙ бирнәлеген һандыҡҡа тултыра. Ике яҡтан да атай-әсәй, туған-тыумаса өҫтәлгә һый-хөрмәт хәстәрләй.
Рәлиә менән Фәнүр ҙә алтын балдаҡ, туй күлдәге алырға тип ҡала баҙарына юлланды. Эх, кәләшкә ниндәй генә күлдәктәр тегелмәгән! Ҡарҙай ағы, тәбиғи ебәк төҫөндәгеһе, ҡыҙылы, хатта йәшел, алһыуырағы ла эленгән.
– Бер көн өсөн анау хәтлем хаҡҡа күлдәк алырға йүләр барҙыр шул! – тине Рәлиә, ирендәрен бүлтәйтеп.
– Әйтмә лә, былар бит миллионерҙарға ғына, – тип аптырауын йәшермәне буласаҡ кейәү.
– Юҡ, иң яҡшыһы прокатҡа алыу!
Баҙар ҡыҙырып йөрөп, балдаҡтар хаҡында бөтөнләй онотоп киткәндәр! Башҡа ваҡ-төйәктәрен тейәп, автобус туҡталышына еткәс кенә иҫтәренә төштө.
– Юҡҡа аптырама, – тине Фәнүр буласаҡ кәләшенә. – Мин бер киоскта Дубай алтынынан эшләнгән осһоҙ йөҙөк, алҡалар күрҙем – бер ере менән дә ысынынан айырылмай!
Икенсе, өсөнсө көнөндә лә йәштәр буласаҡ туй мәжлесенең һәр минутын күҙ алдынан үткәреп сыҡты.
– Тамада саҡырып тормайыҡ, ике туған апайым – телгә бөткән кеше, әйҙә һөйләһен дә һөйләһен! – тине Фәнүр.
– Дөрөҫ, бер көндә 15 меңде кеҫәләренә һалып сығып китәләр әтеү. Элек тамаданың кем икәнен дә белмәгәндәр, барыбер йәшәйҙәр! – тип хупланы Рәлиә.
– Хәҙер һәр кемдә лә крутой телефондар – фотограф та кәрәкмәҫ! Юҡһа туйҙы фотосессияға әйләндерәләр ҙә ҡуялар!
“Бына бит күпме аҡсаһын янда ҡалдыра былар, бигерәк һаҡсылдар, тиҙ үк байып китерҙәр”, – тип шатланды ике яҡтан да туғандар. Пар килгәндәр бит, әй!
Ҡоҙағыйҙар ҙа осрашып туйға бүләк хаҡында һөйләшергә булды.
– Әйҙәгеҙ, бер төрлө суммала аҡса һалайыҡ йәштәргә! Аҡсаһыҙ бер аҙым атларлыҡ түгел. Тигеҙ булһын ике яҡтан да, – тине беренсе ҡоҙағый.
– Шулай, бик дөрөҫ, – тип йөпләне икенсеһе. “Кредитҡа булһа ла алып бирермен, тип уйлап алды эстән генә, мах биреп тора буламмы!”
– Күстәнәстәрҙе лә ҡап уртаға тигеҙ итеп бүлеп алып киләйек, – тип оҙон исемлек тултырҙы ике ҡоҙағый.
– Ике көн хитланып тормаҫтан, барлыҡ йолаларҙы үтәп, бер яҡта ғына үткәрәйек тә ҡуяйыҡ, – тине кейәүҙең әсәһе.
– Бик хуп, бик хуп! – тине ҡаршы яҡтағылар.
Туй, туй, туй!
Киленде күрше ауылдан алғас, ҡайһылай рәхәт! Әллә ҡайҙа йәһәннәмгә таң тишегенән юлға сығыу түгел инде. 10–15 минутлыҡ юлды “һә” тигәнсә үтеп, туй машинаһы ҡоҙалар йорто алдына килеп тә туҡтаны. Килен һандығын ике еҙнәһе “туҡ” иттереп ишек төбөнә ултыртты.
– Беҙҙән – бирнә, һеҙҙән – аҡса! – тип еңгәләре һандыҡты асты.
– Күпмегә һатаһығыҙ?
– Бер түшкә һарыҡҡа!
– Ҡана, ҡана, күрәйек, нимәләре бар икән?
– Бына яҫтығы, юрғаны, һауыт-һабаһы...
– Шул да булдымы бирнә! Бер һарыҡ хаҡына етмәй бит йыйыныһы!
Еңгәләр башланып та өлгөрмәгән туйҙың йәмен ебәрә яҙып бәхәсләшергә тотондо.
Ярай әле аранан бер аҡыллыһы:
– Минән бер һарыҡ, иртәгә үк ҡуранан килеп алырһығыҙ, – тип алыш-биреште туҡтатып ҡуйҙы.
Йортҡа инеп, туй мәжлесен башлап ебәрҙеләр.
Бер-береһен уҙҙырып матур теләктәр әйтелде, өгөт-нәсихәт бирелде:
– Ике яҡты ла тигеҙ күрегеҙ!
– Мөхәббәтле булығыҙ!
– Тормош йөгөн бергә тартығыҙ!
Һәр тост һайын эселгән рюмкаларҙан баштар әйләнде, күңелдәр күтәрелде, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһен ҡосаҡлап:
– Бер туғандар булып йәшәйек! – тип бәхет йәштәрен һөрттө.
– Бигерәк пар килгәнбеҙ, – тине улар шатлыҡтарын йәшермәй.
Бүләк бирешеү тамамланғас, кейәү егетенең апаһы:
– Хәҙер ике яҡтың да бүләктәрен һанап, теүәлләп ҡуяйыҡ!
– Аҡса артыҡ булғандан түгел, ярҙам итеп бирҙек, мәнфәғәтле әйбер алһындар тип! – тине килендекеләр.
Баҡтиһәң, кейәү менән килен һәр яҡтың бүләген айырып һала барған икән! Вәт, баш!
Шаһит егет менән ҡыҙ, айырым бүлмәлә аҡсаны һанағас, ҡунаҡтар алдына сығып баҫты. Мәжлес бер минутҡа тын ҡалды, хатта йәйге селлә булыуына ҡарамаҫтан, себен осҡан тауыш та ишетелмәҫ булды.
– Кейәү яғынан 150 мең, – тине шаһит, егет яҙып алып сыҡҡан ҡағыҙ киҫәгенә текәлеп.
– Ә ҡыҙ яғынан... – тип мут йылмайҙы шаһиҙә ҡыҙ.
– Йә, әйтә һал, көттөрмә, – тине берәү өҫтәл артынан.
– 180 мең!
– Айырма күп түгел, ярай изгелеккә яраһын, – тине бер ҡоҙа.
– Нишләп күп булмаһын – 30 мең аяҡ аҫтында ятмай ул, – тип сәрелдәне ҡаланан килгән ҡоҙаса. – Мин ул аҡсаны ике ай эшләйем!
– Ике яҡтан да тигеҙ һалырға тигәйнек бит!
– Нейә, беҙҙә Әндрәй ҡаҙнаһы бармы әллә?
Әле генә “туғанлашҡан” ҡоҙа-ҡоҙағый бер-береһенә “матур” һүҙҙәр яуҙырҙы.
– Белә инем инде һеҙҙең ҡарунлыҡты, тик өндәшмәнем генә, – тине төп ҡоҙағый.
– Үҙегеҙ үтә йомартмы әллә?
– Харап ҡына булды балаҡайым!
Мәжлес күс айырған ҡортто хәтерләтте. Һүҙҙәр менән генә бер-береһенең тауышын баҫа алмағас, тәүҙә ҡағыҙ салфеткалар, аҙағыраҡ балғалаҡ, сәнске, тәрилкәләр “ярҙамға” килде.
Бәс-бәс килен кейәү егетенең галстугын матҡып тотҡанмы ул?
– Минең аҡсаға йәшәргә итәһеңме? Йүнле эш хаҡы алырлыҡ һөнәрең дә юҡ бит! Туғандарыңды әйтер инем, тфү!
– Ай, Аллам, харап икән хан ҡыҙы! Кейәүгә сыҡҡанға рәхмәт әйт! Мин алмаһам...
– Нимә-ә-ә?
– Нимә ишеттең!
– Все! Етте! Айырылам!
Буласаҡ “килен” башындағы аҡ эшләпәһен йән асыуынан сисеп иҙәнгә ырғытты.
– Ыстырам, әҙәмсә аҡса һалырлыҡ та туғандары булмағас, ни бысағыма кәрәк ул кейәү!
– Ваҡытында айырылыуың мең артыҡ! Был һарандар һиңә көн күрһәтмәҫ! – тине кәләштең әсәһе.
Туй мәжлесе ошо урында шып туҡтаны, ярһыған ҡоҙалар тышҡа атылды. Пар балдаҡлы туй машинаһы яңғыҙ парҙы ултыртып ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы...

Ауырғазы районы.


Вернуться назад