— Балалар улар мәнфәғәтендә телевидениела эшләгән ағай-апайҙарына дан килтермәй. Әммә бындай аудиторияның рәхмәте күпкә ихласыраҡ, — тине “Класс!” телекомпанияһының генераль директоры, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы Людмила Зайцева “Тамыр”ҙың 20 йыллығы уңайынан “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында.
Людмила Зайцева фекеренсә, балалар өсөн телепрограмма ойоштороу — үҙенсәлекле хеҙмәт.
— Кескәйҙәр донъяға, үҙҙәренә эскерһеҙ ышана, уларға бөтөн нәмә ҡыҙыҡ. Ғәҙәттә, бындай аудиторияға мәғлүмәтте төрлө ысул менән еткерергә мөмкин. Ләкин ауырлыҡтар ҙа юҡ түгел — тәү сиратта баланың тәжрибәһеҙлеге. Ул бит тормош күренештәренән сығып һығымта яһай белмәй. Унан кескәйҙәр юмор төшөнсәһен дә төрлөсә ҡабул итә. Тик быларҙың барыһы ла “зәңгәр экран” артында тороп ҡалырға тейеш. Нисек кенә булмаһын, мин барыбер балалар менән эшләгәндәргә көнләшәм — кескәйҙәр эргәһендә бойоғорға ваҡыт юҡ, — тине ул.
Ошо көндәрҙә 20 “йәшен” билдәләгән “Тамыр” телеканалы был үҙенсәлектәрҙе күптән үҙләштергән. Тәжрибә һәм балаларға һөйөү — тамырҙарҙың төп маҡсатын ошо билдәләй ҙә инде. 2010 йылдың декабренән кабель селтәренә көйләнгән балалар-үҫмерҙәр телеканалы — бөгөн һәр өйҙә ҡәҙерле ҡунаҡ. Танып-белеү, уҡыу-уҡытыу, тәрбиә, спорт тапшырыуҙары бында әкиәт геройҙары, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәте, өләсәйҙәр һабағы аша һынлана.
— “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалын ойоштороуыбыҙҙың төп маҡсаты башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Ҡала ерендә кешеләр башҡортса аҙ аралаша, беҙ иһә туған тел мөхитен булдырырға ынтылабыҙ, — ти телеканалдың директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Ҡунаҡтар әйтеүенсә, XXI быуат телевидениеһы үткән дәүерҙекенән әллә ни айырылмай. Дөрөҫ, ул хәҙер һанлы, күп каналлы, “телевизор”ҙы Интернеттан да ҡарап була. Әммә ниндәй генә ваҡытта йәшәһәк тә, телевидение — сифатлы, ә уның йөкмәткеһе ҡыҙыҡлы булырға тейеш тигән фекерҙә улар.
— Федераль телевидениела балалар өсөн тапшырыуҙар булырға тейеш. Бөгөн ул етерлек кимәлдә тип әйтеп булмай. Ысынбарлыҡта балалар телевидениеһында ҡыуаныстарға ҡарағанда хәл итәһе мәсьәләләр күберәк — финанслау, иҫкергән техника, кадрҙарға ҡытлыҡ. Шул уҡ ваҡытта был балалар телевидениеһының нисек тә йәшәүенә һәм үҫеүенә асыҡ дәлил, — тине Мәскәү вәкиле.
Артабан ҡунаҡтар “Тамыр” телеканалының юбилейы уңайынан Конгресс-холда үткән байрам концертына йыйылды.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.