Һәр ваҡыттағыса, күптәрҙең “яңы йыл каникулдары” көтөп алған фильмдарҙы ҡарау менән үтә. Нисәнсегә ҡарайымдыр 1975 йылда режиссер Эльдар Рязанов төшөргән “Ирония судьбы, или С легким паром” фильмын, әммә ялҡмайым. Сюжеты, Марина Цветаева, Белла Ахмадуллина шиғырҙарына яҙылған йырҙар, Эдуард Асадов шиғыры ятланып бөтөлгән, әммә эстетик ләззәт тойғоһон ҡабат кисереү ниәтенәнме, тик бер мәлгә генә булһа ла яңынан шул геройҙар менән бергә йәшәп алыу, бәндәләрҙең яҙмышы хаҡында ҡабат уйланып алыу теләгенәнме икән, Рәсәй телевидениеһының төрлө каналдарында барған ошо кино мотлаҡ ҡарала. Пролетарийҙар юлбашсыһы В. Лениндың А. Луначарский менән әңгәмәләшкәндә әйткән һүҙҙәрен бөгөн төрлө вариантта, һәр кем үҙе теләгәнсә телгә ала. Халыҡ аңына яңы фекер, күңелдәргә ойотҡо һалыу өсөн кино сәнғәтен күтәреүҙе күҙ уңында тотҡан Владимир Ильич былай тигән: “Бөтә сәнғәт төрҙәренән кино беҙҙең өсөн иң мөһиме булып тора”.
Ә бит совет осоронда СССР халыҡтары өсөн ниндәй генә картиналар сығарылмаған да ниндәй генә образдар тыуҙырылмаған! “Свадьба в Малиновке” (режиссеры Андрей Тутышкин), “Москва слезам не верит” (Владимир Меньшов), “Пираты ХХ века” (Борис Дуров), “Бриллиантовая рука”, “Кавказская пленница, или Новые приключения Шурика”, “Иван Васильевич меняет профессию” (Леонид Гайдай), “Человек-амфибия” (Владимир Чеботарев), “А зори здесь тихие” (Станислав Ростоцкий), “Афоня” (Георгий Данелия), “Судьба” (Евгений Матвеев), “Калина красная” (Василий Шукшин)...
Быны иҫкә алыуым юҡҡа түгел. Башҡорт киноһы тураһында бик күп яҙҙыҡ, фекер алыштыҡ, радио һәм телевидение тапшырыуҙары әҙерләнде, әммә барыбер әллә ни ырата алмайбыҙ, ахыры, тигән тойғо ҡала.
Тулы метражлы “Салауат Юлаев” фильмын төшөрөү өсөн 29,4 миллион һумлыҡ грант талап ителә, тип хәбәр ителгәйне электрон мәғлүмәт сығанаҡтарында. Ярай, беҙҙә кино сәнғәте өлкәһендә талантлы режиссерҙар ҙа, операторҙар ҙа етерлек. Бары тик, донъя кимәленә сығарырлыҡ әҫәр тыуҙырып булырмы һуң был суммаға, тигән һорау тыуа. Ни тиклем генә кино, бигерәк тә нәфис фильмдар ҡарауы күңелле лә, ҡыҙыҡлы ла булһа ла, исеме халыҡ-ара танылған шәхес тураһында йығылып ятып ҡарарлыҡ сәнғәт әҫәре төшөрөү өсөн кәмендә 50 миллион, тик һум түгел, ә доллар кәрәкмәйме икән?!. Халыҡ яратып ҡараған шотланд халҡының шундай уҡ азатлыҡ һөйөүсе геройы хаҡындағы “Храброе сердце” фильмының бюджеты 70 миллион доллар. Шул уҡ ваҡытта фильм прокатҡа сыҡҡас, 200 миллион доллар йыйған. Етмәһә, ун тапҡыр кино сәнғәте өлкәһендәге “Оскар” премияһына тәҡдим ителеп, уны биш мәртәбә яулаған. Нисек шәп булыр ине беҙҙә лә ошондай кино тыуһа!
Хәйер, милли образ табам тиһәң, уның өсөн мотлаҡ тарихи шәхесте һынландырыу ҙа кәрәкмәйҙер. Ана бит режиссер Айсыуаҡ Йомағолов “Ел аулаусы” киноһында башҡорт бабайын, ауыл, мөхитен тыуҙырҙы! Тимәк, мөмкин.
Режиссер Булат Йосоповтың “Беренсе Республика” фильмының бюджеты ла яҡынса 20 миллион булмаҡсы. Төп ролдәрҙе башҡарасаҡ артистар ҙа яҡынса билдәләнгән: Һәҙиә Дәүләтшинаны – Лилиә Исҡужина, Дауыт Юлтыйҙы – Рафиҡ Хәсәнов, Ғәзиз Әлмөхәмәтовты – Артур Ишмөхәмәтов, Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙы – Руслан Хайсаров, Зәйтүнә Бикбулатованы – Рушана Бабич, Мәкәрим Мәһәҙиевте Артур Ҡунаҡбаев уйнаясаҡ. “Беренсе Республика” фильмының төп геройы – автономия башында торған “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррирҙәренең береһе Ҡасим Аҙнабаев. Золом ҡорбаны булған ауыр яҙмышлы матбуғат әһеле ролен артист Роберт Йылҡыбаев башҡарыр тип көтә фильмды төшөрөүселәр.
“Бабич” фильмын уҙған йыл эсендә барлыҡ халыҡ ҡарап сыҡты булһа кәрәк. “Беренсе Республика”ның да сценарий авторҙары шул уҡ – Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева һәм ғалимә Гөлсәсәк Саламатова. Әйткәндәй, “Бабич” фильмының тарихи ерлеге хаҡында айырым һүҙ әйтеп китке килә. Тарихи консультанттары – Азат Ярмуллин, Марат Зөлҡәрнәев. Был киноны мин тарихи дәреслек тип атар инем. Уны һәр бер башҡорт балаһына, һәр бер башҡорт мәктәбендә күрһәтергә кәрәк. Башҡалар теләһә ҡарар, теләмәһә, үҙҙәре белә. Шәхсән минең өсөн үҙ балаларыбыҙҙың телде, тарихты белеүе мөһим! Эйе, тарихи китаптар күп. Башҡорт автономияһы хаҡында беҙ тарихсылар, ғалимдар Әмир Юлдашбаевтың, Марат Ҡолшәриповтың, атаҡлы Зәки Вәлидиҙең үҙенең яҙмаларынан да бик күп мәғлүмәт алдыҡ, уҡыныҡ, белдек. Хатта шағир Шәйехзада Бабичтың “Башҡорт халҡына көйлө хитаб”ын уҡып та ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙың нисек барышын белеп була, әммә кинокартина – ул бөтөнләй икенсе донъя. Ул беҙгә күҙҙәр, тауыштар, моңдар, образдар аша дәүерҙең тулы йөҙөн күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә, барыһын да ус төбөнә һалып аңлатып бирә. Бигерәк тә бөгөн китап уҡырға яратмаған, ә гаджеттар тәрбиәһендә үҫеп килгән быуында ошо фильм аша ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләргә була.
“Бабич” фильмы башҡорттар йәшәгән бик күп төбәктәрҙә күрһәтелде. Уны яраттылар. Шағирҙың үҙен яратҡан кеүек ҡабул итте халыҡ. Һамар өлкәһендә сәфәр барышында ошо кино хаҡында тағы ла йылы һүҙ ишетеп ҡайттым. Һамар өлкәһе хакимиәтенең йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү мониторингы департаментының милли һәм конфессиональ сәйәсәт идаралығы етәксеһе Надежда Осипова “Бабич”ты ҡарап бөткәс: “Вот теперь мне все стало понятно, кто такой Заки Валиди, кто такой Бабич! И то, какую роль сыграли башкиры в становлении Российской Федерации. Вот оказывается что такое Башкирская автономия!” – тине һоҡланыуын йәшермәй. Кино сәнғәтенең көсө ни тиклем ҙур булыуын пролетарийҙар башлығы белеп баһалаған ул!