Йәшлеккә әйләнеп ҡайттыҡ09.01.2018
Күптән түгел “Ҡорос” халыҡ театры Т. Миңнуллиндың “Тиле йәшлек” спектаклен ҡуйҙы. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине, ике сәғәт буйы баҫып ҡарарға әҙер булғандар ҙа табылды. Сәхнә әҫәрен тамашасылар шул тиклем йылы ҡабул итте. Фестивалгә килгән ҡаҙаҡ, алтай, яҡут, үзбәк, сыуаш, ҡырғыҙҙарҙың спектаклде аңлап, ҡыуанып ҡарауы, профессиональ актерҙар тип уйлауы – үҙе мәртәбә.
Тамашаны абруйлы ҡунаҡтар — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Сәғитов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Камалов һәм М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрынан, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрынан башҡа актерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистарҙың килеп ҡарауы йәштәргә дәрт өҫтәне.
Спектаклдән һуң тамашасыларҙың коллективҡа рәхмәт һүҙҙәре тураһында айырым әйтергә кәрәктер. Нисек кенә булмаһын, һәр кем үҙенең йәшлеген бер ваҡытта ла онотмай, ул бөтәбеҙ өсөн дә ҡәҙерле. Беренсе саф хистәр, мөхәббәт тойғоһо, эскерһеҙ, сағыу йәшлек – барыһы ла бар “Тиле йәшлек” спектаклендә. “Беҙҙе йәшлегебеҙгә ҡайтарғанығыҙға, көлдөрөп тә, илатып та алғанығыҙға ҙур рәхмәт!” – тине уҡытыусылар, тамашаға килгән ағай-апайҙар. Бына шулай шатлыҡ өләшкән, йәшлеккә ҡайтарған шәп спектакль килеп сыҡты!
Режиссер — театрҙың етәксеһе, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, йырсы Илнур Лоҡманов менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор Ришат Сәғитовтың хеҙмәте лә оло баһаға лайыҡ.