Йәрминкәлә09.01.2018
Радио, телевизор һөйләй:
“Ҡалала ҙур йәрминкә”.
Түҙмәнем, мин дә йүгерҙем
Ҡулға тотоп кәрзинде.
Әйтерһең, йәрминкә тора
Сөгөлдөрҙән, кишерҙән.
Берәү сей картуф кимерә –
Һиҙеп торам – “төшөргән”.
Бала әйтә әсәһенә:
“Кәбеҫтә күп алайыҡ,
Кәбеҫтәләр араһынан
Эне-һеңле табайыҡ”.
Уртаға өйөп ҡуйғандар
Ҡыяр, һуған, томатты.
Һатып алып ашап ебәр
Туйҙырырға тамаҡты.
Сираттың иге-сиге юҡ,
Баҫҡандар һарымһаҡҡа.
Гриптан һаҡланыр өсөн
Алалар арзан хаҡҡа.
Кемдер маҡтана: “Күп һаттым
Ҡарағатты, баланды.
Иномарка бүләк итеп
Ҡыуандырҙым баламды”.
Туҡталмай, һис үтеп булмай
Тауҙай ятҡан шалҡанды.
Һатып алып өлгөргәндәр
Ысын күңелдән шатланды.
Аптыраным: йәрминкәлә
Тик йәшелсә һаталар.
Ҡайҙа булған һимеҙ иттәр,
Ҡаҙылыҡтар, ҡарталар?
Хужа әйтә: “Көндәр йылы,
Ит һатыу ныҡ тыйыла.
Ашағыҙ күпләп йәшелсә
Иттән тәмле тойола”.
Йәшелсәләр йыйып алдым,
Кәрзинемде тултырып.
Күңелгә дәрт-көс өҫтәлер,
Бер ашаһам ултырып.
Һис кенә кәрәкмәй икән
Ит юҡлыҡтан ҡурҡаһы.
Хуш еҫле һәм үтә тәмле
Йәшелсәнең һурпаһы.
Тағы киттем йәрминкәгә
Йәшелсәләр алырға,
Ҡыш буйына ашар өсөн
Мөгәрәпкә һалырға.
Татып ҡарағандар белә
Йәшелсәнең, их, тәмен.
Кешеләргә һаулыҡ өҫтәй,
Матурлай йәшәү йәмен.