ХАЛЫҠ ӘЙТҺӘ, ХАҠ ӘЙТӘ05.01.2018
Кеше булыр кешенең кешелә булыр эше. Ата-бабаларыбыҙҙың был әйтеме башҡаларҙың тәжрибәһен үҙләштерергә, уларҙан үрнәк алырға өйрәтә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, булыр бала бишектән булғанды иҫтә тотоп, ата-әсәләр йәш быуынға үҙҙәре белгәнде өйрәтә. Атанан күргән уҡ юна, әсәнән күргән тун бесә. Уңышлы эшсе, хөрмәт эйәһе, ысын кеше булыу өсөн Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдинов, Әхмәтзәки Вәлиди, Рәми Ғарипов кеүек бөйөк шәхестәребеҙҙең ҡылғандары һәм әйткәндәренә эйәреп, юғары белемле, әхлаҡлы, әҙәпле, рухлы булырға ынтылырға тейеш.

Һәр ваҡыт ил мәнфәғәтен үҙеңдекенән өҫтөн күреү яҡшы була. Кәрәкһә, Урал батыр кеүек Тыуған ил өсөн ҡаһарманлыҡ эшләргә әҙер булығыҙ.
Һәр кем ил ҡанундарын, хоҡуҡ ҡоралдарын төплө белеп, уларға таянып эш итергә тейеш. Башҡа халыҡтарҙың милли ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын белергә һәм хөрмәт итергә кәрәк.
Хеҙмәт бурыстарыңды бөтә көсөңдө, күңелеңде биреп эшләргә ты­рышыу маҡтала. Бурысын тейеш­лесә башҡарыу­сыларҙы хөрмәт итәләр. Тәү сиратта уларға мөрә­жәғәт итәләр, уларға вазифа бирәләр.
Эшең менән үҙ мәнфәғәтеңдең сиктәрен белергә, аяғыңды юрға­ныңа ҡарап һуҙырға кәрәк.
Вәғәҙә биргәс, үтәү фарыз. Шуның өсөн эшеңә бәйле вәғәҙәләр бирмәҫкә кәрәк, сөнки эшләгән урыныңдағы мөмкинлектәр эшеңә генә бәйле. Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. Шуның өсөн әйтер алдынан мең ҡат уйларға кәрәк, сөнки вәғәҙә – иман, биргән һүҙ үтәлергә тейеш.
Эшеңә зарар бирәсәк һис бер эшкә ҡатнашмаҫҡа кәрәк. Эшкә тотонмаҫ борон ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә кәрәккәнде лә аҡылдан сығармау шарт.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Шуның өсөн бындай эштәрҙән һаҡланырға кәрәк. Изгелек ҡыл да һыуға ташла, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер.
Ил төкөрһә, күл була, ил менән күргән туй була. Халыҡтың хөрмәтен яулауы ауыр, уның ҡиммәтен белергә кәрәк. Ғәҙел, әҙәпле булғандарҙы халыҡ сикһеҙ ихтирам итә.
Кеше булам тиһәң, Салауат Юлаевтан — батырлыҡҡа, Мифтахетдин Аҡмулланан — уҡырға тырышырға, Ризаитдин Фәхретдиновтан — белемде хөрмәт итергә, Әхмәтзәки Вәлидиҙән — көслө рухлы булырға, Рәми Ғариповтан телде ҡәҙерләргә өйрәнергә кәрәк.



Вернуться назад