Юғалған бала саҡ05.01.2018
– Әсәй, тыуған көнөң менән!
Фәриҙә, бер ҡосаҡ сәскә гөлләмәһен һоноп, әсәһен ҡосаҡланы.
– Һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем!
– Эй, балаҡайым, Хоҙай ғүмерҙең оҙонон бирҙе инде, шөкөр!
Туғандары, бала-сағаһы, ейән-ейәнсәрҙәре Гөлбаныу инәйҙе 85 йәше менән ихлас ҡотланы. Ул әллә шатлыҡтан, әллә тулҡынланыуҙан мәжлестән һуң йоҡлай алмай оҙаҡ уйланып ятты, барлыҡ ғүмере күҙ алдынан үтте.

...1943 йылдың яҙы. Ирей башлаған ҡар ер өҫтөн ала-ҡола яһаған. Юл буйлап алты-ете бала килә: өҫтәрендәге кейеме алама бишмәттән ғибәрәт, аяҡтарында – сабата, арҡаларына аҫҡан тоҡсайҙа – уҡыу кәрәк-ярағы. Өшөгәнлектән танауҙа­рын мыш-мыш тартып, өнһөҙ генә атлай бирәләр.
– Уй асыҡтым! Әйҙә, баҫыуҙан борсаҡ эҙләйек, артабан атларлыҡ хәлем юҡ, – тине бәләкәй генә ҡаҡса малай.
– Ҡайтышлай ашарбыҙ, әлегә туң улар, төшкә табан иреп өҫкә сығалар, – тине 8-селә уҡыған Гөлбаныу.
– Һы, нисәүебеҙ шул арҡала харап булды лабаһа!
– Зато туйғансы ашап ҡалдылар!
– Әйттең һүҙ! Бына, исмаһам, атайҙар һуғыштан ҡайтҡас, икмәккә туясаҡбыҙ, – тип татлы хыялдарға бирелде Гөлбаныуҙың әхирәте Мәрфуға.
Күрше ауылға барып етеп, мәктәпкә инделәр. Сабаталарын сисеп, һыуынырға өлгөрмәгән плитә өҫтөнә киптерергә теҙҙеләр. Туңған ҡара һауыттарын өрә-өрә йылытып парта өҫтөнә ҡуйҙылар.
Уҡытыусы апайҙары бөгөн бигерәк тә моңһоу күренә, әллә бер-бер хәл булдымы? Уның ире лә фронтта, ти.
Дәрес башланып ҡына тора ине, ауыл советы рәйесе, хәрби кейемдәге ике ирҙе эйәртеп, класҡа килеп инде.
– Фронттағы хәлдәр бик ауыр, балалар, һеҙҙән дә ярҙам кәрәк, – тип башланы ул һүҙен. – Ҡорал яһар өсөн ике ҡыҙҙы Молотов ҡалаһына ебәрәбеҙ! Арағыҙҙан иң өлкәндәре – Гөлбаныу Ырыҫбаева менән Мәрфуға Латипова барасаҡ!
— Улар ниндәй өлкән булһын, саҡ ун биштәре тулды, – тине уҡытыусы.
Уның һүҙен иғтибарға алмаҫҡа тырышып:
— Хәҙер ҡайтып йыйына тороғоҙ, килеп алырҙар, – тине етәксе.
Балалар аптырашып, бер-береһенә ҡарап ҡатып ҡалды, кемдер иларға етеште, кемдер ҡурҡыуҙан ағарған йөҙөн йәшерҙе.
Гөлбаныу менән Мәрфуғаны оҙатырға бөтә ауыл йыйылды. Район үҙәгендә урынлашҡан хәрби комиссариатта теркәгәс, тауар поезына ултыртып, ҡорал заводына эшкә ебәрҙеләр.

* * *
Ҡыҙҙарҙы оҙон баракка урынлаштыр­ҙылар, бында егермеләп кеше йәшәй, һыуыҡ, шыҡһыҙ бүлмәлә ағас һәндерәләр теҙелгән.
– Бына ошонда ятыр урынығыҙ, ә хәҙер эшкә! – тип бойорҙо бригадир ҡатын.
Заводҡа килеп ингәс, Гөлбаныу менән Мәрфуға, үҙҙәре кеүек ҡыҙҙарҙы күреп, эстән генә ҡыуанып ҡуйҙы. Нисек эшләргә, нимәне ҡайҙан алырға кәрәклеген аңлатты бригадир.
Көс еткеһеҙ тимер-томор күтәреп, һалҡын цехта таңдан төнгә тиклем эшләү хәлдәрен алды йәш ҡыҙҙарҙың. Ҡаты, һалҡын тимер ҡулдарын ярҙы, аяҡтарына кейгән сабата төш ауыуға лысма һыу булды. Төшкө аш мәлендә йөҙ грамм икмәк менән сало киҫәге кесе телгә лә йоҡманы.
– Мин сусҡа майы ашамайым, мә, ал, – тип үҙ өлөшөн урыҫ ҡыҙына бирҙе Гөлбаныу. Тегеһе лә буш итмәне – икмәк киҫәген бүлде.
Эштән арып ҡайтҡан ҡыҙҙар баш терәү менән йоҡоға талды. Бер төндә Гөлбаныу өҫтөндә нимәлер йөрөгәненә һиҫкәнеп уянып китеп, ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе: өс-дүрт ҡомаҡ уның бишмәте аша тәненә инергә маташа.
Һикереп тороп ҡомаҡтарҙы төшөргәс, ҡыҙ башҡа йоҡлай алманы. Шунда ғына ҡараңғыла бер көтөү ҡомаҡ йөрөгәнен шәйләп, ытырғанып ҡуйҙы.
Аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр шарттар ҡыҙҙарҙы тамам аяҡтан йыҡты. Сирлеләр һаны көндән-көн артты...
Йәй етте. Июль айының эҫе ҡояшынан барактар тынсыу булып ҡалды, ҡыҙҙар эштән һуң, төндә булһа ла, яҡындағы быуаға һыу ҡойонорға йөрөнө.
– Ишеттеңме әле, хәлһеҙ йығылған бер бисараны төндә ҡомаҡтар ашап бөткән, һөйәктәре генә тороп ҡалған, тип әйтәләр, – тине Мәрфуға.
– Абау, мин ҡурҡам! Беҙҙе лә төндә кимереп ҡуйһалар, – тине лә Гөлбаныу ярһып иларға тотондо.
– Беләһеңме, беҙҙе бында законһыҙ алып килгәндәр икән, өлкәндәрҙән ишеттем, – тине Мәрфуға. – Беҙгә ун биш кенә бит...
– Ә ниңә кире ҡайтармайҙар? Мин әсәйемде, туғандарымды һағындым, – тип үкһене Гөлбаныу.
– Әйҙә, ҡасабыҙ!
– Нисек? – Гөлбаныуҙың күҙҙәрендә өмөт сатҡылары балҡыны ла шунда уҡ һүнде. – Кит, поезд менән килгәнде йәйәү ҡайтып буламы?
– Ә беҙ бер ай ҡайтырбыҙ, урман аша, осрағандарҙан юлды һорашырбыҙ!
– Әйҙә һуң, бында ҡомаҡтан ашалғансы...
Улар кире ҡайтып та тормай быуа аша урманға йүгерҙе. Күпме барғандарҙыр, билдәһеҙ, ҡуйы ағаслыҡҡа кергәс кенә туҡтап ҡалдылар.
— Хәҙер ҡайҙа барырға икән?
— Туп-тура!
Ҡапыл тирә-яҡ яҡтырып китте, дөбөр-шатыр күк күкрәп, ямғыр яуа башланы.
– Бына бит, Аллаһ Тәғәлә үҙе юл күрһәтә беҙгә, – тип шатланды Гөлбаныу. – Мин сусҡа ите ашаманым шул, шуға беҙҙе ярата.
Ашауҙарын да, йоҡоларын да, арыуҙарын да онотҡан ҡыҙҙарҙы төн үҙ ҡосағына алды.
* * *
Гөлбаныу менән Мәрфуға иреккә сыҡҡандарына үҙҙәре лә ышанып бөтә алмай әле. Йәйҙең аҙығы күп тигәндәй, еләк-емеш, ҡуян тубығы, йыуа ашап хәл йыйып атланы ла атланы улар.
Уйҙарында – тыуған йортҡа ҡайтып әсәйҙәрен, туғандарын күреү теләге. Барак тормошонан, заводтағы көс еткеһеҙ эштән, бригадирҙың аяуһыҙлығынан, көн һайын сирҙән йә аслыҡтан йығылғандарҙы күреп ҡурҡҡан ҡыҙҙарға урмандан атлап килеү ожмахҡа тиң тойолдо.
– Әйҙә, уйнап алайыҡ! Мин йүгерәм, ә һин мине тот, – тине Мәрфуға. Еләк ашап туйған әхирәттәрҙең күңеле күтәрелеп китте.
Улар бар донъяларын онотоп уйнарға тотондо. Атайҙары һуғышҡа китмәҫ борон ниндәй бәхетле булғандар икән! Кискә тиклем Тәпәреш күле буйында уйнап арығас, Иҙелгә барып һыу кереүҙәр, муйыл, балан йыйып ҡайтыуҙар! Улар йыйған емеш-еләктән әсәйҙәрҙең телде йоторлоҡ бәлеш һалыуҙары... Ҡыҙҙар йөҙҙәре алһыуланғансы уйнаны, шаярҙы. Әйтерһең дә, юғалған бала саҡтарын улар ошо аҡланда табып алған.
– Ут яҡҡандар, ахыры, төтөн еҫе бында уҡ һиҙелә, – тине сос Мәрфуға, уйнауҙан туҡтап. – Әллә ит бешерәләр. Бәлки, беҙгә лә эләгер, әйҙә, эҙләп барайыҡ.
— Юҡ, тәүҙә урап ҡына барып ҡарайыҡ, кемдәр икән? – тине һәр ваҡыттағыса уяу Гөлбаныу.
Улар төтөн сыҡҡан яҡҡа ҡыуаҡтар араһынан шыуышып тигәндәй килделәр.
— Һин ошонда ҡал, мин яҡыныраҡ барам, – тине Мәрфуға.
Бына усаҡта урғылып ит ҡайнай, уның эргәһендә сей һөйәк-һаяҡ, ит киҫәктәре ята, кеше-фәлән күренмәй.
– Айй! – Мәрфуға ҡысҡырып ебәреүҙән саҡ ауыҙын ҡаплап өлгөрҙө. Уҡшып китеүҙән тыйылып, әхирәтен етәкләп йән-фарманға йүгерергә тотондо.
– Нимә булды? – тине Гөлбаныу көскә тын ала-ала.
— Унда, унда, ҡаҙанда... кеше ите, ҡатын-ҡыҙҙыҡы, үҙем күрҙем, – тине ҡурҡыуҙан дерелдәгән Мәрфуға.
Ошо хәлдән һуң ҡыҙҙар һағыраҡ та, абайыраҡ та булырға кәрәклеген аңланы.
Шулай бер аҙна самаһы атланы ҡыҙҙар. Бара торғас, бәләкәй генә ауыл күренде. Ярым емерек өйҙәр, ары-бире үтеп-һүтеп йөрөгән кешеләр, ярым яланғас бала-саға – был ауылдың да башҡа меңләгән ауылдар ише һуғыш ҡорбаны икәненә дәлил.
Ҡыҙҙар өйҙән-өйгә йөрөп хәйер һорашты. Ике талсыбыҡтай ғына ҡыҙ баланы йәлләп, миһырбанлы кешеләр икмәк киҫәге, картуф йә ауыҙға эләрлек башҡа ризыҡ һуҙҙы. Ҡайһы берҙәре хатта өйҙәрендә ҡунып сығырға рөхсәт итте.
– Берәүҙәрҙең ғәзиз балаларылыр, әйҙәгеҙ, үтегеҙ, – тине оло ғына әбей үҙ телендә. Көршәктән алып туҫтаҡ төбөнә ҡатыҡ һалып бирҙе.
– Ҡайҙан киләһегеҙ?
Ҡыҙҙар өндәшмәне.

* * *
Еп өҙөрлөк тә хәлдәре ҡалмаған Гөлбаныу менән Мәрфуға бер ай тигәндә тыуған ауылдары тупһаһына аяҡ баҫты. Ҡояш байып, нурҙары офоҡто ялмап алған, яңы бесән күбәләре туғайҙа теҙелеп киткән.
– Эй, Гөлбаныу, ҡайтып еттек бит әй, – тине Мәрфуға, ауылына ҡарап.
Гөлбаныу әхирәтен ишетмәй, тыуған ауылын күреү шатлығы уны телһеҙ иткән...
– Әс-сәй! Апайым ҡайтҡан! – Ҡустыһы тәҙрә аша күреп тә ҡалған икән.
Күлдәге өҙгөләнгән, сәстәре ҡатып башына уҡмашҡан, аяҡ-ҡулдары сыйылып ҡутырлаған Гөлбаныу әсәһе ҡосағына һыйынғас та һуштан яҙҙы.
Ауыл советы рәйесе килеп ингәс, Гөлбаныу ҡапыл ҡатып ҡалды.
– Әҙәм ыстырамы! Өйҙә йоҡо һимертәһеңме, ҡасҡалаҡ, дезертир! Ҡасан ҡайттың, күренмәй ятҡас та, кеше белмәй тиһеңме?
—Теүәл бер ай булды, саҡ аяҡҡа баҫтырҙым! Ҡарарлыҡ ере ҡалмағайны сабыйымдың, – тип сабыр ғына һөйләй башланы Гөлбаныуҙың әсәһе. – Зинһар, кире ебәрмәгеҙ инде, үтенеп һорайым!
– Нимә һөйләп тораһың? Кәнишне ебәрәбеҙ, тик был юлы заводҡа түгел, ә төрмәгә! Енәйәтсенең урыны шунда! – тип рәйес ҡаты баҫып өйҙән сығып китте.
Гөлбаныу менән Мәрфуғаны йәнә хәрби комиссариатҡа алып килделәр.
– Ояты ни тора! Нишләп ҡастығыҙ? Хәҙер башығыҙ төрмәлә серейәсәк бит! – тинеләр унда.
– Йәһәтерәк алып китегеҙ үҙҙәрен, – тип бойорҙо хәрби начальник.
* * *
Бер нисә йөн ойоҡбаш, йылы кейемде ауылдың хәллерәк кешеләренән йыйып, Гөлбаныу менән Мәрфуға бер ай элек ҡасҡан урындарына киренән килде.
– Был ҡасҡалаҡтарҙы нимә эшләтәбеҙ? Иң ауыр цехҡамы? – тине бригадир, мыҫҡыллы көлөп.
—Тыуған илде һатыу менән бер ул һеҙҙең был ҡылығығыҙ! һуғыш барғанын белә күрә, – тип өҫтәне икенсе бер ир.
– Илдә һуғыш сығып, атайһыҙ ҡалған ас-яланғас балаларҙың ни ғәйебе бар? Заводтан ҡасҡанда уларҙың уйы политикала булған тиһегеҙме? Бала ғына бит әле улар! – тип көтмәгәндә яҡлашты ҡыҙҙарҙы ҙур түрә.
Уларҙы йәнә баракка килтерҙеләр. Элекке таныш ҡыҙҙарҙың ҡайһы берҙәре йә сирҙән, йә аслыҡтан аяҡ һуҙған булып сыҡты.
Ямғырлы көҙ үтеп, һалҡын ҡыш етте. Үҙәккә үтерлек һыуыҡ, ыжғыр бурандар ҡыҙҙар йәшәгән баракта йылы тотманы. Йөн ойоҡбаштар өҫтөнән кейгән сабата туҙҙы, уларҙың табанына ҡатырға йә булмаһа таҡта киҫәге урап йөрөргә тура килде, һыуыҡтан аяҡтар әрнене, ҡулдар өҙөлөп төшөр хәлгә етте.
Берҙән-бер көн Мәрфуға эштән һуң бер ҙур төргәк тотоп баракка ҡайтып керҙе.
— Әхирәт, беләһеңме, мин нимә таптым? – тине ул, мут йылмайып.
– Нимә?
– Һарыҡ йөнө!
– Булмаҫ! Күрһәт!
Мәрфуға төргәкте тағатып ебәрҙе. Ысынлап тағунда ҡап-ҡара һарыҡ йөнө ята ине.
– Былай булғас, йәшәйбеҙ! – тине лә Гөлбаныу эшкә кереште. Тиҙ генә ҡайҙандыр ағас ботағы табып алып килде, уны орсоҡҡа оҡшаш иттереп яһап, йөн иләй башламаһынмы! Башҡа ҡыҙҙар ҙа уның янына йыйылды. Гөлбаныуҙы бәләкәйҙән был һөнәргә өләсәһе өйрәткәйне.
– Өйрән, балам, ҡыҙ кешегә һәнәр артыҡ булмай ул! Эшләүең минең өсөн булһа, өйрәнеүең үҙең өсөн, – тип ҡабатларға ярата ине.
Эштән һуң, Гөлбаныу иләнгән йөндән ойоҡбаш бәйләргә әүәҫләнеп китте, хатта энәләрен дә үҙе яраштырҙы.
– Йөндө мин таптым, шуның өсөн иң тәүҙә миңә бәйләп бирәһең, – тине Мәрфуға.
– Аҙаҡ миңә!
— Миңә лә...
Шулай итеп, Гөлбаныу әхирәттәренә йөн ойоҡбаштар бәйләп бирҙе, улары, үҙ сиратында, икмәк, һабын биргеләне. Ошо һөнәре арҡаһында ҡыҙ аслыҡтан, өҙлөгөүҙән һаҡланды.
Ике йыл ғүмер үтеп китте. Ниҙәр генә күрмәне, ниҙәр генә кисермәне ҡыҙҙар был дәүерҙә. 1945 йылдың яҙы Еңеү алып килде.
– Их, атайҙар ҡайттымы икән! Иҫән булһалар ғына ярар ине, – тине Мәрфуға.
– Исмаһам, хат яҙыусы ла юҡ! Ана, башҡа ҡыҙҙар һирәкләп булһа ла өйҙәгеләрҙән хәбәр алып тора, – тип өҫтәне Гөлбаныу.
Күптәрҙе өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙеләр. Яҙ ҙа, йәй ҙә үтеп китте, тик Гөлбаныу менән Мәрфуға ғына эшләп йөрөй бирҙе.
— Теге ваҡыт ҡасҡан өсөн тоталар инде беҙҙе, – тине Мәрфуға, уфтанып.
– Бәлки, беҙҙе үлгән тип уйлап, өйҙә көтмәйҙәрҙер... – Гөлбаныуҙың тауышы иламһырап ишетелде.
Бер көндө төшкө ял мәлендә цехҡа Мәрфуға йүгереп килеп инде.
– Һөйөнсө, бейе! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул әхирәтенә шат тауыш менән.
— Ни булды?
– Атайың алырға килгән! Ҡапҡа янында һине көтә.
Гөлбаныуҙың күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Ул урамға атылды. Завод ҡапҡаһына еткәс, хәрби кейемдәге кешене күреп туҡтап ҡалды.
— Ҡыҙым!
Гөлбаныу аптырап ҡарап тора бирҙе. Тәүҙә танымай аҙапланды, дүрт йыл эсендә атаһы ныҡ үҙгәреп киткән икән бит!
— Атай!
Осрашыу шатлығынан икеһенең дә күҙҙәрендә йәш, күңелдәрендә һағыш, йөрәктәрендә киләсәккә яҡты өмөт ине.


Ауырғазы районы.


Вернуться назад