Фәһемле_фекерҙәр05.01.2018
И, кешеләр! Ҡиммәт шул бәхетте
Ҡәҙерен белеп кенә тотоғоҙ!
Башҡортостан – гөлбостан,
Былбылстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт тигән арыҫлан.
Шәйехзада Бабич.
***
Ағиҙелкәй!
Күпме бөгөлөңдә
Матурлыҡтан күҙем сағылды.
Ҡаяларҙың ап-аҡ таштарына
Йән серҙәшем күреп ҡағылдым.
Саңҡып осҡан бөркөттәрең менән
Күктәреңдә ҡанат ҡағындым.
Рауил Бикбаев.
***
Көмөш ҡайыш быуған егет кеүек,
Ағиҙелде урап билеңә,
Баҫҡанһың һин Урал һаҡсылай,
Тыуған Өфөм минең, бергенәм...
Назар Нәжми.
***
Бал ҡорто — ҡанатлы ҡош. Уны тышап та, арҡанлап та ҡуйып булмай. Умартаға инһә — бар, осоп сығып китһә — юҡ.
Жәлил Кейекбаев.
***
Ҡорайыҡ бергә Башҡортостан,
Тура юлды эҙләгәндәр,
Әйҙә, төшәйек бына был юлға,
Йыйнап көстөң барын бергә.
Шәһит Хоҙайбирҙин.
***
Аҡтамырҙың бер генә киҫәге ерҙә ҡалһа, ваҡыты, уңайлы мәле етеү менән ул бар баҡсаны баҫыр. Беҙҙең халҡыбыҙ ҙа шулай: уңайлы мәле еткәс, тағы ҡалҡыныр, күтәрелер, өҫтөндәге иҙеүселәрҙе алып ташлар…
Әхмәтзәки Вәлиди Туған.
***
Батшаларға башын эймәгәнде,
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ!..
Рәми Ғарипов.
***
Ҡымыҙ сәләмәтлекте нығыта, күңелде күтәренке итә.
Геродот.
***
Ай, Ағиҙел, Ағиҙел,
Күпте күргән Ағиҙел,
Ҡартлас Урал ни күрһә,
Шуны күргән Ағиҙел.
Рәшит Ниғмәти.
***
Таш быуат осорона ҡараған донъялағы иң уникаль тарихи ҡомартҡыларҙың береһе — Шүлгәнташ мәмерйәһе. Бер үк ваҡытта ул һоҡланғыс тәбиғәт һәйкәле лә.
Нияз Мәжитов.
***
Ҡараһа, йылҡы өйөрө араһында:
Башы йүгән күрмәгән,
Һыртына эйәр теймәгән;
Ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған,
Ялын ҡыҙҙай тараған;
Ҡарсыға түш, тар бөйөр,
Еңел, текә тояҡлы;
Һарымһаҡтай аҫаулы,
Ҡыҫыр йылан тамаҡлы;
Урайы ҡуш, яңағы ас,
Ҡыйғыр бөркөт ҡабаҡлы,
Муйындары бер ҡолас,
Ҡыйғас ҡамыш ҡолаҡлы,
Алғыр бүре күҙендәй,
Күҙ бәбәген сылатыр;
Елһә, ҡоштай елпенеп,
Артында саң уйнатыр
Аҡбуҙат тора ине, ти.
“Урал батыр” эпосынан.
***
Бал ҡорто эшләгән мөғжизәне – сәскәләрҙән шифалы бал йыйыуҙың тылсымын барлыҡ кешелек йыйылып эшләй алмай.
Рауил Бикбаев.
***
Һабантуй — ул тыныс байрам.
Роберт Паль.
***
Беҙ үҙебеҙ башҡорттар.
Шәйехзада Бабич.
***
Ҡурай — башҡорт халҡының ғорурлығы ул. Уның моңона беҙҙең илдә генә түгел, бөтә донъяла ла таң ҡалалар.
Заһир Исмәғилев.
Рубриканы Факил Мырҙаҡаев
алып бара.