“Ашҡаҙар” һөйләй...26.12.2017
“Ашҡаҙар” һөйләй...Һәр беребеҙ күпмелер ваҡытын күңеле һөйгән шөғөлөнә бүлә, шул уҡ ваҡытта һәр кемдең үҙ зауығы бар. Ни тиһәң дә, һайлау мөмкинлеге киң заманда ғүмер итәбеҙ. Йыраҡ йөрөйһө түгел, баҫмаларҙың ниндәйе генә юҡ, телевизор каналдарының күплеге иҫте китерә. Ә ҡайһы радиоға өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Ысынлап та, теләгәнен рәхәтләнеп тыңлайбыҙ. Күптән түгел генә (ни бары ете йыл) “һөйләй башлауына” ҡарамаҫтан, “Ашҡаҙар” радиоһының йылдан-йыл популяр, тимәк, тыңлаусыларының арта барыуы шатландыра. Хатта ҡайһы бер “ағай-апай”ҙарының танауына сиртеүен дә йәшермәйек. Уңыштың сере нимәлә? Миңә ҡалһа, коллективтың бер һүҙле булып эш итеүендәлер. Был осраҡта хеҙмәттәштәренең ҡаҙаныштарына юл асыусы, еңеүҙәргә илтеүсе “Ашҡаҙар” радиоһының етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Урал НИҒМӘТУЛЛИНдың да тырышлығын танымау мөмкин түгел.

Кибернетика сәскә атҡан осорҙа йәшәйбеҙ. Техник сараларҙың ниндәйе генә юҡ. Уйлап ҡараһаң, элекке шикелле уңайһыҙ һәм ауыр аппаратура күтәреп интекмәй хәҙер хәбәрселәр, кеҫәгә һалғанда ла беленмәгән магнитофон йәки бүтән техника менән оҫта эш итәләр. Үҙ эшеңә ижади ҡарамаһаң, матур тапшы­рыуҙар әҙерләү мөмкин түгелдер ул. Ныҡышмаллыҡ һәм егәрлелек кеүек сифаттарҙы үҙ иткәндәр генә йыйылған бында.
– Меңдәрсә кеше тыңлаған радионың уй-ниәте күңел асыу, тормошобоҙҙо йыр-моң менән биҙәү генә түгел, – ти Урал Миңлебай улы. – Һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгәндәренән айырмалы, ул тиңе булмаған рухи ҡиммәттәрҙе – милли поэзия, театраль асыштар, халыҡ ижады ынйыларын һаҡлап ҡалыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Маҡсат – эшмәкәрлекте тағы ла киңерәк йәйелдереү, республикабыҙҙың мәҙәни тормошон мөмкин тиклем тулыраҡ сағылдырыу, арҙаҡлы шәхестәр, сәнғәт өлгөләре менән таныштыра барыу һәм киләсәк быуындарға тапшырыу. Фонд менән маҡтана алабыҙ, таланттарҙың тауышын һаҡлап ҡалыу – үҙе ҙур ҡаҙаныш.
Шәхсән мине “Ашҡаҙар”ҙы йышыраҡ кемдәрҙең тыңлауы ҡыҙыҡһындыра, тигәйне бер ваҡыт күршем. Баҡтиһәң, бында бер ниндәй ҙә йәш айырмалығы юҡ икән. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән радионы олоһо ла, кесеһе лә яратып тыңлай. Етәкселек иһә ошондай эш алымын һайлап дөрөҫ йүнәлеш алған.
Тапшырыуҙар күпселек республикабыҙ­ҙың мәҙәни тормошон яҡтыртыуға ҡоролған. Был һис кенә лә бүтән йүнәлештәрҙең ситтә ҡалыуын йәки башҡа тармаҡтан ситләшеүҙе аңлатмай. Мәҙәниәт һәм сәнғәт аша барыһы менән дә таныша ала радио тыңлаусылар.
Хәбәрселәрҙән айырмалы, тура эфирҙа барған тапшырыуҙарҙы әҙәбиәт, сәнғәт, театр белгестәре алып бара. Ошо эш алымын ҡулланыу тапшырыуҙарҙы төрләндереү өсөн ныҡ отошло икән.
“Мәҙәни канал “Ашҡаҙар”ҙы республикабыҙҙан ситтә лә ишетеү мөмкинлеге бармы?” Был турала ситтә йәшәгәндәр күберәк уйланалыр. Һорауға тулыраҡ яуап алыу өсөн хәтһеҙ ваҡыт Италияла йәшәгән Тәнзилә Кейекбаеваның яҙмаһынан өҙөк килтереү урынлы булыр. “Ситтә һәр кеше үҙенең йөрәгенә яҡын булған йырҙарға, үҙенсәлекле моңона, туған телендәге тапшырыуҙарға сарсап, хатта зар-интизар булып ғүмер итә, – тип башлаған яҙмаһын Тәнзилә апай. – Был – тәбиғи. Шуныһы һөйөнөслө: хәҙер “Ашҡаҙар”ҙың тул­ҡындары сит илдәргә лә барып етә. Был каналды Интернеттан табып, кәрәкле тулҡындарға көйлә лә, әйҙә, тыңла көнө-төнө. Ундай саҡта йыраҡ аралар ҙа, тыуған илеңдең меңәр саҡрым алыҫлығы ла тойолмай хатта”.
Билдәле шағирыбыҙ Назар Нәжми яҙыуынса, ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә, ҡыҫҡа итә оҙон юлдарҙы. “Ашҡаҙар” иһә милли мәҙәниәтебеҙҙе тулыһынса сағылдырыуы, уның ҡаҙаныштарын киләһе быуындарға тапшырыуы менән көндән-көн радио тыңлаусыларҙың һөйөүен яулай.
Бында бихисап ижадсылар тир түгә. Һүҙ оҫталары белдереүенсә, редакцияға төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итәләр, барыһының да үтенесе ҡәнәғәтләндерелә, ә иң мөһиме, бурыс һәм яуаплылыҡты тәүге урынға ҡуя улар.



Вернуться назад