Һай, гүзәл дә ҡыҙ бала!22.12.2017
Баш ҡалала иң-иң һылыу “Башҡортостан гүзәле”н билдәләнеләр. Беренсе урынды Стәрлебаш районынан Гөлгөнә Баһауетдинова яуланы. Яңыраҡ ул “Тамыр” балалар телеканалы төшөргән “Бирешмә!” сериалында уйнаны. Икенсе урында – Федоровканан Зөһрә Иҫәнғолова, өсөнсөлә – Хәйбулланан Айгөл Юнысова.
Шуныһы үҙенсәлекле: һәр бер ҡатнашыусы сәхнәгә ир туғаны – атаһы, ағаһы йә тормош иптәше менән сыҡты. Был кинәйә тамашасыларға бик оҡшаны. Тормошта ла ҡатын-ҡыҙ көслө заттың яҡлауына, ҡурсыуына мохтаж бит.