Стәрлетамаҡ ҡалаһының йәш йырсылары Динара ЙОСОПОВА менән Руслан ТИМЕРБУЛАТОВ (сәхнәлә —Тимерланов) ғаилә усағы йылыһынан, атай-әсәй һөйөүенән мәхрүм балалар өсөн мәҙәни саралар ойоштороуҙы үҙҙәренең бурысы тип иҫәпләй. Тыуған ерҙе, туған моңдарҙы яратыусы йәштәр хәйриәлеккә ниндәй һуҡмаҡ буйлап килеүҙәрен һөйләне.
Руслан: Үзбәкстандың Бохара ҡалаһында тыуып үҫтем. Атайымдың милләте — башҡорт, әсәйем — татар. Үҙем — башҡорт, татар һәм үзбәк телдәрен белгән мосолман егетемен. Бәләкәйҙән йырларға яратам. “Танцор диско” тигән һинд фильмын ҡарағас, йырсы булыу теләге тағы ла көсәйҙе. Тәүге йырымды VII класта яҙҙым, туғыҙынсыла уҡығанда дуҫтарым менән музыкаль төркөм ойошторҙоҡ. Концерттарҙа йәштәрҙе сәләмәт тормош алып барырға саҡырҙыҡ, наркоманияға ҡаршы сығыш яһаныҡ. Рәсәй кимәлендәге “Иртәнге йондоҙ” конкурсында ҡатнашып, ҙур уңышҡа өлгәштем. 2000 йылда ғаиләбеҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп килде.
Динара: Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡыҙымын. Мин дә бәләкәйҙән сәхнәнән төшмәнем, йыр түңәрәгендә шөғөлләндем. Шулай ҙа мәктәптән һуң Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында белем алдым. 2009 йылда ҡала мәҙәниәт һарайында уҙған “Туған тел” йыр конкурсында ҡатнашыу тормошомдо ҡапыл үҙгәртеп ебәрҙе. Жюри ағзаларының кәңәше үҙемде йыр донъяһында табырға ярҙам итте. Конкурста төп бүләкте алыу миңә ҡанат ҡуйҙы. Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт һарайында башҡорт фольклор ансамблдәре ағзаларына вокал серҙәрен асам.
— Уртаҡ фекерле кешеләр бер-береһен нисек булһа ла эҙләп таба, тиҙәр. Һеҙҙең ижади хеҙмәттәшлек ҡайһылай башланды?
Руслан: 2009 йылда Башҡорт республика мәҙәни техникумына уҡырға индем, Динара менән бер төркөмдә белем алабыҙ. Ул электән хәйриә саралары ойоштора. Икебеҙ дуэт менән йырлай башлағас, мин дә мәрхәмәтлек эшенә ылыҡтым.
— Күптәр тормош мәшәҡәттәренә һылтанып яҡындарының хәлен белергә лә ваҡыт тапмаған заманда һеҙ балалар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн саралар ойоштораһығыҙ. Көс-дәртте ҡайҙан алаһығыҙ?
Динара: 2008 йылда Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә бағышланған байрамды ойоштороуҙа ҡатнаштым һәм, бағыусылар табып, Стәрлетамаҡ балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә бүләктәр алыуҙы ойоштороштом. Шул мәлдән алып улар менән тығыҙ бәйләнеш тотам, барыһы ла кескәй дуҫтарыма әүерелде. Ошо ҡыҙ-малайҙарҙың туған йыр-моңдарыбыҙҙы тыңлап, юғары мәҙәниәтле, моңло күңелле һәм яҡты уйлы кешеләр булып үҫеүен теләйем.
Руслан: Яңыраҡ Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, Стәрлебаш районы балалар йорттарындағы ҡыҙ һәм малайҙарҙы “Йәнем” тигән концертыбыҙға саҡырҙыҡ, уларға бүләктәр ҙә әҙерләгәйнек. Йәш дуҫтарыбыҙ беҙҙең менән осрашыуҙы көтөп ала, шуға күрә үҙебеҙ ҙә, төрлө сара уйлап сығарып, уларҙың эргәһенә ашҡынып торабыҙ.
— Моңло күңелдәрегеҙҙә ниндәй уй-теләктәр тирбәлә, йәштәр?
Динара: Атай-әсәйем, ҡустым, ҡыҙым Камилә һәм һәр уйымды ҡеүәтләп, ярҙам итеп тороусы ирем Рөстәм менән гел шулай татыу, берҙәм булып йәшәүебеҙҙе теләйем. Тағы ла хәйриә сараларын дауам итеп, балалар йортонда тәрбиәләнеүсе йәш таланттарға ҙур сәхнәгә юл ярырға ярҙам иткем килә. Бер нисәүһе, беҙ ойошторған концерттарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен һынап ҡарарға ла өлгөрҙө.
Руслан: Өйләнеп, игеҙәк ҡыҙҙар үҫтерергә хыялланам.
Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА әңгәмәләште.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.