“Уйна әле, Мөбәрәк!”20.12.2017
“Уйна әле, Мөбәрәк!”Тыуған ауылым Бирҙеғол бәләкәй генә, ә үҙе моңға бай, музыка ҡоралдарында уйнаған кешеләре менән дә дан тота. Бигерәк тә оло быуындың – атай-олатайҙарҙың, өләсәй-әсәйҙәрҙең ҡурай, тальян, ҡумыҙ, мандолина, скрипка һәм гармунда уйнағаны хәтеремдә.


Белорет яҡтарында тарихсы­быҙ Борис Оглоблин тәҡдиме менән 2014 йылда тәүге гармунсылар конкурсы үткәрелә. Уға тиклем дә районда ла, ауылдарҙа ла гармун дәрәжәле урында торҙо.
Гармунға мөкиббән ауылдашым – “Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында инспектор булып эшләгән Мөбәрәк Сәлимгәрәй улы Ғәлиастановты оло ихтирам менән телгә алам. Ул ҡурсаулыҡта 12 йыл намыҫлы эшләй. Бала саҡтан гармун, баян, тальян гармунында уйнарға өйрәнә. Тәүге көйҙө Миң­ле­хан Моратшиндан (хәҙер мәр­хүм) отоп ала. Аҙаҡ иһә ауылы­быҙҙың иң оҫ­та гармунсыһы Ғәлметдин Ҡунаҡ­баев уның остазы була. Шулай итеп, ул ныҡлап гармунда уйнарға тотона һәм юҡҡа түгелдер ҙә.
Мөбәрәк өлгөлө урман ҡырҡыу­сы Сәлимгәрәй Ғәлиастановтың ун ике балалы ғаиләһендә тыуа. Ғаилә башлығы ла оҫта ҡурайсы һәм йыраусы була (ул башҡарған йырҙар яҙмаһы радио фондында ла бар). Ағалары ла гармунда яҡшы уйнаған. Ә Мөбәрәктең репертуарында Ғәли Хәмзин баш­ҡарған йырҙар, халыҡ көйҙәре күп.
Инйәр леспромхозында эшләгән сағында ул “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” исе­менә лайыҡ була, ә 2016 йылда “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелә.
Мөбәрәк ауыл, район, республика, Рәсәй күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, һәр саҡ уңышҡа ирешә, төрлө урындар яулай. Мәҫәлән, 2007 йылда “Инйәр хазиналары” район фести­валендә икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ була. Ошо уҡ йылда Межгорье ҡалаһында гармунсылар конкурсында беренсе урынды яулай. 2012 йылда Магнитогорск ҡалаһында А.Г. Заволокина етәк­се­легендә ойош­то­рол­ған “Уйна, гармун!” конкурсында лауреат исеме алып, диплом менән бүләкләнә.
2014 йылда I район гармунсылары конкурсында икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ була. 2015 йылда Яңауыл ҡалаһында Фәтих Ихсанов исеменә арналған “Моңға бай гармун байрамы”нда беренсе урын бирелә. Былтырғы еңеүе иң мәр­тәбәлеһелер –“Күп таланттар” республика конкурсында Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләй. Моңло, ғәйрәтле башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнағаны өсөн III дәрәжә дипломға лайыҡ була. Быйыл Белорет райо­нының Тирлән ауылында “Йырла, уйна, гармун!” II район гармунсылары конкурсында беренсе урынды яулай. Был ҡаҙаныштар килә­сәктә лә дауам итһен, шуға ла: “Артабан да тынма, уйна, Мөбә­рәк”, – тип әйтке килә.
Ул үҙе лә йырҙар ижад итә баш­лаған, биш йыр яҙған, нотаға һалыуҙа Вилмир Әүбәкиров ярҙам итә. “Тыуған ауылыма”, “Үткән ғү­мер” йырҙарын үҙе башҡара. Улар­ҙы профессиональ кимәлгә тиклем еткереү өҫтөндә эш алып бара.
Мөбәрәк бар яҡтан да килгән. Өйҙәре яҡты, бейек, таҙа, тирә-яғы гөл-сәскәләргә күмелеп, күҙҙең яуын алып тора. Ғаиләһе лә өлгө­лө, ҡатыны Рәйлә хаҡлы ялда, ейән­сәрен ҡараша. Ике ҡыҙы ла атайҙары кеүек гармунда ла оҫта уйнай. Ейәне Асҡарға бары йәш ярым ғына булһа ла, ул да гармун тотоп маташа.
Ауылда үткән сараларҙа Мө­бә­рәктең гармун моңона олоһо ла, йәше лә, үҫмере лә йырлап, бейеп күңел аса. Уны йәштәргә үрнәк итеп ҡуйырға була, сөнки башҡорт моңон, көйөн таратыуға ҙур өлөш индерә. Ауылдаштары ла: “Уйна әле, Мөбәрәк!” – тип уға һәр саҡ уңыштар, ҙур ҡаҙаныштар теләп тора.

Тәнзилә ЙОМАДИЛОВА,
хеҙмәт ветераны.


Белорет районы.


Вернуться назад