Күптән түгел Өфө дәүләт нефть техник университеты бинаһында башҡорт телендә үткәрелгән Беренсе “Аҫылташ” республика дебат уйындары чемпионатына йомғаҡ яһалды. Ҡатнашыусылар айырым командаларҙа сығыш яһаны, йәрәбә буйынса төрлө темаға бәхәсләште. Уларҙың үҙенсәлекле сығыштары дебат уйындары ҡағиҙәләренә ярашлы баһаланды.Учалы, Сибай, Салауат, Өфө, Бәләбәй, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларында зона уйындары ойошторолдо. Унда 19 райондан 286 кеше ҡатнашты. Командаларҙың сығыштары йәш сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре тарафынан баһаланды. Һөҙөмтәлә аныҡ һәм үткер һүҙле, үҙ фекерен дәлилдәр менән нығыта белгән иң оҫта 32 ҡатнашыусы финал уйындарына сығыу бәхетенә өлгәште.
Аҡыллы, рухлы, фекерле йәштәр ҡатнашлығында үткән финал бәйгеләре һәм, ғөмүмән, “Аҫылташ” республика дебат уйындары чемпионаты хаҡында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолованың үҙ фекере бар:
– Шәп проект! “Аҫылташ” артабан да үткәрелергә һәм үҫтерелергә тейеш. Әйтер фекереңде кешегә дөрөҫ еткерә белеү, аудитория менән эшләй белеү сәйәсмәндәр өсөн генә кәрәкле сифат түгел. Ул һәр беребеҙ, бигерәк тә йәш быуын өсөн мөһим. Шул уҡ ваҡытта дебат уйындарының башҡорт телендә үткәрелеүе сараның әһәмиәтен күтәрә.
Әлбиттә, бөгөн йәш быуында телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, телмәрҙә төрлө профессиональ терминдарҙы тәржемәләп ҡулланыу улар өсөн ауыр эш, әммә өйрәнмәйенсә, тырышмайынса, йәғни үҫешһеҙ тел һаҡланмаясаҡ. Шуға иғтибар иттем: дебат уйындары ярыш, бәйге рухында булғанға күрә, унда ҡатнашыусыларҙың күҙҙәре янып тора, һәр уйынға ылығырға, үҙ һүҙен әйтергә, сығыш яһарға әҙер торалар. Беренсе чемпионат уңышлы үтте, киләсәктә уйын майҙанын тағы ла киңәйтеп, башҡорт телен белгән бөтә йәштәрҙе лә ошо уйындарҙа ҡатнашырға саҡырам! Ә йәштәрҙең аралашыу майҙаны булған Интернет селтәре бының өсөн киң мөмкинлектәр аса.
Уйындарҙа ҡатнашыусылар төрлө милләттән булған йәштәргә никахлашырға мөмкинме, етәксе вазифаһын ҡатын-ҡыҙмы, әллә ир-егет яҡшыраҡ етәкләйме, мәктәптәрҙә сығарылыш уҡыусыларына һөнәри йүнәлештә дәрестәр индереү мөһимлеге кеүек үҙенсәлекле темаларға бәхәстәр ҡорҙо. Шуны билдәләргә кәрәк: дебатта ҡатнашыусылар терминдарҙы ла башҡорт теленә тәржемә итеп сығыш яһаны.
– Ысынлап та, башҡорт телендә үткән дебат уйындары йәштәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Форматы ла яңы һәм бик ҡыҙыҡлы: был осраҡта һәр йәш кеше өсөн телде яҡшы белеү генә түгел, ә әйтелгәндәрҙе шәхси фекерең, аныҡ ҡарашың менән нығытып, дәлил һәм миҫалдар килтереү, матур һөйләү ҙә мөһим роль уйнай. Телде өйрәнеү һәм өйрәнергә теләк булдырыу өсөн шәп ысулдарҙың береһе был матур сара, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты “Йәш гвардия” ойошмаһы етәксеһе Люция Юлуева.
Йәштәрҙә оло ҡыҙыҡһыныу уятҡан финал уйындары ла лайыҡлы кимәлдә үтте. Һөҙөмтәлә был алышта чемпион дәрәжәһен Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан “Көслө тамыр” командаһы алды. Икенсе урынға Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан “Етегән” командаһы лайыҡ булды. Өсөнсө урында иһә – Нефтекама нефть колледжынан “Йәш гвардия” командаһы. Рәсүл Билалов иһә “Иң яҡшы спикер” исеменә лайыҡ булды. Сарала ҡатнашҡан һәм тырышлыҡтары менән еңеүгә өлгәшкән маҡсатлы, рухлы йәштәргә “афарин”дан башҡа ни әйтәһең? Ышаныслы аҙымдар менән алға бара “Аҫылташ”. Киләсәктә лә уларҙың ошо заманса аҫыл һәм рухлы юлында уңыштар юлдаш булырына ышанам.
Өфө ҡалаһы.