Мәҙәниәт йорто – һәр ауылдың йөҙөн билдәләүсе усаҡ. Мәҙәни тормошо бай булған ултыраҡтарҙа кешеләрҙең төрлө боҙоҡлоҡтар менән булышырға ваҡыты ла, теләге лә ҡалмай. Белорет районының Үткәл ауылы халҡы йыр-бейеүгә маһирлыҡтары, дәртле булыуҙары менән башҡаларҙан айырылып тора, әммә быға тиклем клубтарының авария хәлендә булыуы иркенләп байрам саралары, концерттар ойошторорға форсат бирмәй.
Уңайлыҡтар булмағас, ситтән артистарҙы, театр тамашаларын да йәлеп итеүе ауыр була. Былтыр район етәкселәре менән осрашыуҙа үткәлдәр барыһын да борсоған проблеманы хәл итеүҙәрен үтенәләр. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов мәҙәниәт усағын капиталь ремонтлатырға һүҙ бирә. “Вәғәҙә – иман” тиҙәр, күп тә үтмәй, район бюджетынан ремонт эштәрен атҡарыу өсөн өс миллион һум аҡса бүленә.
Һәм бына ошо көндәрҙә Үткәл ауылы халҡы ҙур ҡыуаныс кисерҙе: капиталь төҙөкләндергәндән һуң ишектәрен асҡан клубтарына төклө аяҡтары менән баҫырға насип булды уларға. Үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән мәҙәниәт усағын танырлыҡ та түгел. Аҫҡы бүрәнәләре сереү сәбәпле, бер яҡҡа ауыша башлаған бинаның нигеҙе нығытылып, бүрәнәләре яңыға алмаштырылғас, клуб бейегәйеп ҡалған. Яҙын-көҙөн түшәмдән һыу тамсылап ыҙалатҡан түбә тулыһынса алыштырылған, иҙәндәр яңыртылған.
Стена-түшәмдәр, бинаның тышҡы яғы заманса көпләнгән. Евротәҙрәләрҙә ҡояш нурҙары уйнай. Яңы шаршауҙар эленеп, бер аҙ ҙурайтылғас, сәхнә лә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Ҡеүәтле яҡтыртҡыстар, яңы йыһаз ҡуйылғас, майҙаны шул уҡ ҡалһа ла, клуб эсе иркенәйеп ҡалғандай булған.
Был көндө түҙемһеҙлек менән көткән ауыл халҡы ошо уңайҙан байрам ойошторҙо. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова, Шығай ауылы советы хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне. Владислав Геннадьевич барыһын да матур сара менән тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе:
– Ауылдың йәмәғәт һәм сәйәси тормошо, нигеҙҙә, мәҙәниәт йортонда уҙа. Киләсәктә бында үткәлдәрҙең йәшәйешен тағы ла яҡшыртыу, йәнләндереү буйынса изге эштәр атҡарылыр, балалар тауышы, йыр-моң өҙөлмәҫ, тип ышанабыҙ, ә беҙ иһә район мәҙәниәтен үҫтереүгә көсөбөҙҙө, ваҡытыбыҙҙы бер ҡасан да йәлләмәйәсәкбеҙ, – тине һәм төҙөкләндереү эштәрен ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарған Белорет ҡалаһының “Төҙөлөш-монтаж идаралығы” йәмғиәте директоры Юрий Домнинға БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Шундай уҡ хөрмәт Үткәл мәҙәниәт йорто директоры Мәҙинә Йомағужинаға ла күрһәтелде. Ғөмүмән, был көндә ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙемлек күрһәткән байтаҡ һәүәҫкәр артистар, клубтың биләмәһен төҙөкләндереүҙә, сүп-сарҙан таҙартыуҙа ҡатнашҡандар төрлө кимәлдәге наградаларға, бүләктәргә лайыҡ булды. Ағас-кәртә менән ярҙам иткән эшҡыуар Мәхмүт Бадалов та ауылдаштарының рәхмәтен ишетте.
Эйе, йыр-моңға, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә битараф булмаған кешеләр йәшәй Үткәлдә. Бәләкәй генә ауылда һигеҙ ижади коллективтың уңышлы эшләп килеүе күп нәмә тураһында һөйләй. Ауылдың исемен йөрөткән халыҡ инструменттары ансамбле районда ғына түгел, республика кимәлендә лә билдәлелек яулап өлгөргән.
2013 йылда “Үткәл” ансамбленә “халыҡ” исеме бирелә, ә быйыл Хәйбуллала уҙғарылған “Мин тормошто яратам!” фестивалендә улар район данын яҡлап, икенсе урынды яулай. Йырсылар ансамбле эше лә маҡтауға лайыҡ, күптән түгел Ғәли Хәмзин исемендәге район буйынса йыр конкурсында Үткәл һандуғасы Таңһылыу Вахитова гран-при яулай.
“Ләйсән”, “Сулпылар” бейеү ансамблдәре лә ауылдаштарын уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Әйткәндәй, клуб бер йылға ябылһа ла, мәҙәни тормош һүнеп ҡалмай ултыраҡта: байрам сараларын, конкурс-бәйгеләрҙе мәктәптең спорт залында уҙғаралар, түңәрәктәрҙең эше лә дауам итә.
Үткәл һәүәҫкәрҙәре бөгөн айырыуса дәртләнеп сығыш яһаны. Ауыл таланттары өсөн бигерәк тә ҙур байрам – йыл буйы төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йорто асылды бит! Йәше лә, ҡарты ла, бәләкәй балалар ҙа ихлас үҙ һәләттәрен күрһәтергә тырышты. Күршеләренең оло ҡыуанысын уртаҡлашырға Инйәр, Үҙәнбаш артистары ла килгәйне. Акустикаһы яҡшыртылған сәхнәлә йырҙар тағы ла моңлораҡ, яңы һалынған иҙәндәрҙә тыпырлауҙар тағы ла дәртлерәк кеүек тойолдо.
Киләсәккә ынтылып заманса йәшәргә, халыҡтың аң-кимәлен үҫтерергә, рухын нығытырға булышлыҡ итеүсе мәҙәниәт усағының бик күп изге башланғыстарға нигеҙ һалырына шик юҡ.
Римма СОЛТАНОВА.