Атамалар үҙгәреүҙең ҡурҡынысы юҡ тигән фекер менән килешмәйем. Беҙҙең атамалар – халҡыбыҙҙың ошо ерҙәрҙе тамғалап, мисәтләп ҡуйыуы ул!* * *
Силәбе еренә бәйле тарихи мәғлүмәттәрҙе ҡыҙыҡһынып өйрәнәм. Мин бер мәл Касли ҡалаһы тураһында шиғыр яҙғайным. Башҡортса уны нисек тәржемә итергә белмәй аптыраным. Кемдер Кәҫле тип атай, ә урындағы халыҡ Ҡаҙлы тип аталған урындағы күл атамаһы менән бәйләй. Силәбе өлкәһенең топонимикаһы кисекмәҫтән өйрәнеүҙе талап итә – халыҡ риүәйәттәрен хәтерләгән оло быуын вәкилдәре арабыҙҙан бөгөн китеп бара бит.
* * *
Силәбе өлкәһенең Варна тип аталған ҡалаһы янында Аҡһаҡ Тимерҙең иң яратҡан кәнизәге ерләнгән кәшәнә бар ине, һәр кирбесенә һан һуғылған булған. Номерлауҙың хикмәте шунда – эргәлә кирбес һуғырлыҡ балсыҡ булмағас, әле Троицк тип аталған ерҙән яугирҙәр ҡулдан-ҡулға кирбес ташлап биреп торған. Шуны һалғандар. Әммә 60-сы йылдарҙамы икән, реставрация һылтауы менән кәшәнәне һүтеп алғандар ҙа хәҙерге кирбес менән бер ҡоролма һалып ҡуйғандар.
Ул әле лә бар. 90-сы йылдарҙа янынан бер нисә тапҡыр үткәйнем. Уның боронғоһон күргән ағайым (әсәйемдең энеһе) бик әрнеп һөйләй ине ҡомартҡының шулай юҡҡа сығыуына.
* * *
Аҫаба башҡорт төйәге Силәбенең гербына дөйә һыны төшөрөлгән. Халҡыбыҙҙа элгәре дөйә күп булған. Коллективлаштырыу осоронда улар кәмегәндән-кәмей барып, юҡҡа сыҡҡан.
Халҡыбыҙҙа йылҡысылыҡтағы кеүек үк дөйә малына бәйле төшөнсәләр бик күп булған. Уларҙы онотоп бөткәнбеҙ инде. Иҫләһәк, шубатты иҫләйбеҙҙер. Дөйә һөтөнән ҡымыҙ...
* * *
Милләтте яратыу – ул атаң-әсәңде яратыу кеүек Алланан һалынған хис.
* * *
Беҙҙең яҡта, йәғни инйәр-ҡатайҙа, “кәзәташ” тигән һүҙ бар. Тау битләүендә күренеп торған яланғас ташлы диуар кеүек ҙур булмаған ҡаяларҙы шулай тиҙәр, улар буйлап тауҙарҙа кәзәләр йөрөй торғайны. Ә һүҙлектә ул юҡ.
* * *
Беҙҙең инйәр-ҡатай һөйләшендә һүҙҙе көсәйтер өсөн Һ урынына Ҫ ҡулланыу бар: Ҫалып тороп осорормон мынауынан! Кит, мынау Ҫыу мейене!
* * *
Һүҙ башында Ф менән Х беҙҙә юҡ инде. Ниндәй матур исемле инәйҙәрем Базила (Фазила), Батима (Фатима), Хафиз класташым Һәбиз булып йөрөнө. Һөрмәт, һалыҡ, һикәйәт...
* * *
Элгәре муллалар башҡорт ауылдарына ебәрелеп, балаларҙы татарса уҡытҡан. Ошо тел уҡымышлылар теле һаналып, белемлеләр әлеге заманда урыҫсаға күскән кеүек татар теленә күскән. Ҡыҙыҡ, беҙҙең төпкөл Белорет районының тау-таш араһындағы Арышпар ауылына ебәрелгән булған улар.
Береһе был ҡараңғы яҡта оҙаҡ түҙмәй, ҡайтып киткәс, икенсе килгәне лә татар булып сыҡҡан. Уныһы ла үҙ яғына ҡайтып киткән... Әлдә генә... Татарға әйләнеп өлгөрмәгән арышпарҙар, әммә күпмелер һүҙҙәр ҡалған.
* * *
Википедияла бот (робот) ярҙамында яҙылған мәҡәләләр күп. Улар башлыса топонимикаға бағышланған. Башҡортсаға әйләндергәндә, йыш ҡына аптырап та ултырыла. Яңы топонимик һүҙлек бик кәрәк! Бына бит, Биштәк (Бишитәк) тауы Шатакка әйләнгән! Өшөрә йылғаһы – Шура, Һуҡатау – Малая Сука... Ярай ҙа беҙҙең быуын әҙме-күпме хәтерләй, йәштәр нисек белер, нисек тәржемә итер икән?! Һуҡа булыуы мөмкин түгел, сөнки башҡорт игенселек менән шөғөлләнмәгән тип аңлатма ла яҙып ҡуялар әле ул!
* * *
Ҡаҙмаш атамаһы төрлө райондарҙа осрай. Белорет районы аша аҡҡаны Кисыльулькук тигән тау эргәһенән үтә тип яҙылған. Ниндәй тау икән ул – ВК (“Бәйләнештә”) сайтындағы төркөмөмә һорау итеп һалғайным, яуап биреүсе булманы...
* * *
Белорет районының Инйәр төбәге атамалары, башҡа яҡтарҙан айырмалы, “шты-ште” ялғауҙарына бай (“шлы-шле” һирәгерәк осрай). Ни өсөн улайҙыр, аптырарһың. Бына Инйәр ҡушылдыҡтарынан: Мәйгәшле, Лапышты, Ҡасҡанышты, Ҡалашты, Һарышты, Ямашты, Рәмәште, Киҫкәнеште, Манышты. Йәнә: Бәрмеште, Шәкәште, Өшкөштө (Исҡушты), Ишле (Иңкеште). Оҡшай биргән Сырышҡы бар әле ул беҙҙә, нисектер Сырыштыға килеп етмәй ҡалған.
Иң билдәле “ште”ле ауыл шулай ҙа Дүртөйлө районындалыр, берәү, әммә берәгәй – Миңеште!
Рубриканы яҙыусы Гүзәл СИТДИҠОВА
алып бара.