“Әкиәт”тең емеше мул булмаҡсы18.04.2012
“Әкиәт”тең емеше мул булмаҡсы... Һылыу ҡыҙ Шәһрезада — тотҡонлоҡта. Иреккә сығыр өсөн төн дә бер әкиәт һөйләй ул. Мең дә беренсе төндә Шәһрезадаға ярҙамға башҡорт иленең әкиәтселәре ашҡынып килә.
Хан һарайына йыйылған бәләкәстәр береһенән-береһе оҫта, теленә һандуғас ҡунған тиерһең! Өсөнсө йыл үткәрелгән “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” бәйгеһендә ҡанат нығытҡан бит улар! Быйыл да майҙан гөрләп торҙо — һүҙгә маһирлыҡҡа 80-дән ашыу йәш сәсән көс һынашты. Шуныһы айырыуса һөйөнөслө: бәйгегә Ырымбур һәм Силәбе өлкәһендә йәшәүсе әкиәтселәр ҙә килде. Мәҫәлән, Ырымбурҙың Александровка районы Иҫәнгилде ауылынан Валентина Шегина менән“Әкиәт”тең емеше мул булмаҡсы Таисия Минкубаеваның, урыҫ ҡыҙҙары булыуына ҡарамаҫтан, башҡортса шундай оҫта итеп һөйләүенә һоҡландыҡ. Улар Сарбаевтарҙың патронат ғаиләһендә үҫә икән. 11 баланың һигеҙе тәрбиәгә алынған. Әсәләре Рәйсә Сарбаева мәҙәниәт йортонда эшләй, балаларын әкиәт “бишеге”ндә бәүелтеп үҫтерергә тырыша. “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” конкурсының дипломына лайыҡ булған Валентина менән Таисияның: “Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу өсөн ошондай бәйгеләр бик кәрәк! Киләһе йыл тағы ла ҡатнашабыҙ”, — тип әйтеүендә рухлы әсәнең ҙур хеҙмәте сағылды.
“Әкиәт”тең емеше мул булмаҡсыӘкиәт илендә Борай, Асҡын, Балтас, Туймазы, Саҡмағош, Благовещен кеүек боронғо аҫаба башҡорт ерҙәренән дә байтаҡ һүҙ оҫтаһы булды. “Уларҙың йыл да ныҡлы әҙерлек менән килеүе һоҡландыра”, — ти “Алтынай” студияһының етәксеһе Әлмира Ҡыуатова. Ысынлап та, был төбәктәрҙән килгән һәр йәш сәсәндең сығышы үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Мәҫәлән, Благовещендан Алина Сафиуллина бығаса таныш булмаған “Ғәйшә менән Кәләпүш” исемле әкиәтте алып килгән. Йәш сәсәниә “Өләсәйемдең әкиәте” тигән номинацияла еңеп сыҡты.
Балаларға ғына түгел, өлкәндәр өсөн дә мажараға бай булды быйылғы байрам. Тамашаны әҙерләгән, жюри ағзаһы булғандар ҙа тылсымлы әкиәт донъяһына “Әкиәт”тең емеше мул булмаҡсыинеп китте: төрлө костюмда бәләкәстәр менән бергә сығыш яһаны, тамашасы менән аралашты, приздар тапшырҙы. Бәләкәстәрҙең байрамы өсөн махсус әҙерләнгән сығыштар байрамға йәм һәм йән өҫтәне. Әйтәйек, Гөлнара Хәлфетдинова менән Артур Туҡтағолов ижад иткән “Ел, ел, арбам”, Гөлсөм Бикбулатова менән Вилдан Яруллин башҡарыуындағы “Әкиәт” исемле йырҙарҙы тамашасы ҡыуанып ҡаршы алды. Башҡорт илен сит ерҙәрҙә танытҡан атаҡлы Роберт Юлдашевтың ҡурай моңо әкиәт донъяһының мәңгелегенә инандырып, күңелдәге рухты нығытты. Йәш быуын да ситтә ҡалманы — һәр балалар ансамбленең сығышы көслө алҡышҡа күмелде.
“Әкиәт”тең емеше мул булмаҡсыЯрыш майҙанына сыҡҡан йәш сәсәндәрҙең береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Номинацияларҙан тыш, I — IV, V — VII кластар араһында урындар билдәләнде. Тәүге төркөм буйынса Учалынан Алһыу Мостафина, Баймаҡтан Ғайсар Рәхмәтуллин, Борайҙан Әҙилә Шакирова еңеүсе тип табылһа, өлкәнерәктәр араһынан Сулпан Рөстәмханова (Илеш районы), Илмир Шәйәхмәтов (Силәбе өлкәһе) һәм Элина Даниловаға (Ғафури районы) етеүсе булманы. Гран-приҙы иһә Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылынан Илмир Бикҡужин“Әкиәт”тең емеше мул булмаҡсы менән Ҡыйғы районының Ибрай ауылынан Гөлсинә Зәйнуллина эләктерҙе. Ә бүләктәр ифрат шәп булды быйыл! Тәүге урындарҙы яулаған йәш сәсәндәр велосипед, фотоаппарат һәм башҡа ҡиммәтле бүләк алып ҡыуанһа, төп призға лайыҡ булған Илмир менән Гөлсинәгә ноутбук тапшырылды! Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, “Алтынай” студияһы үҫеп килгән быуынға шундай ҙур иғтибар күрһәткәндәре өсөн сараның бағыусыларына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Шәһрезаданы әкиәттең тылсымлы көсө ҡотҡарып ҡалғандай, тормошта һәр саҡ яҡшылыҡ еңеп сыға. Киләһе “Әкиәт”тә изгелек емешен сәсеүселәр тағы ла күберәк булыр тигән ышаныс ҙур, сөнки тамашаға килгән кескәйҙәрҙең күбеһе: “Киләһе йыл мин дә сәхнәнән әкиәт һөйләп күрһәтәм!” — тигән дәрт менән ҡайтты.
Дилбәр Ишморатова

“Әкиәт”тең емеше мул булмаҡсы“Әкиәт”тең емеше мул булмаҡсы


Вернуться назад