Силәбеләр берҙәмлек яҡлы18.04.2012
Силәбеләр берҙәмлек яҡлыӨфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Силәбе өлкәһенең яҡташтар ойошмаһы осрашыу үткәрҙе. Унда ошо төбәктән сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр, студенттар, шулай уҡ өлкәнең “Башҡорттар ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Морис Йосопов етәкселегендәге делегация ҡатнашты.
Халыҡты иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн Силәбе өлкәһендә 170 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Әммә был күрһәткес дөрөҫ түгел, асылда иһә 200 меңдән ашыу, тиҙәр өлкә активистары.
Әлеге осрашыу яҡташтарҙың Башҡортостанда йәшәү рәүеше менән танышыуҙы, шулай уҡ ике төбәк араһында бәйләнештәрҙе нығытыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.Силәбеләр берҙәмлек яҡлыСиләбе өлкәһендәге һәм Башҡортостандағы ҡоролтай ойошмалары хаҡында һүҙ йөрөткәндә ағалы-ҡустылы Морис һәм Марсель Йосоповтарҙы телгә алмау мөмкин түгел. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр, ти халыҡ. Ысынлап та, арҙаҡлы шәхес Харис Йосопов бар ғүмерен кешелеккә тоғро хеҙмәт итеүгә, сәләмәт тормошто пропагандалауға арнаны. Хәҙер был изге эште уның улдары дауам итә.
Силәбеләр берҙәмлек яҡлыРәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Харис улы Йосопов етәкселегендәге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм “Башҡортостан” гәзите редакцияһы берлектә ойошторған “Сәләмәт тормош өсөн көрәш” акцияһы республикабыҙҙы иңләп, үҙенең татлы емештәрен бирә. Силәбе өлкәһендә лә Морис Йосопов ошо уҡ спорт төрөн үҫтереүгә күп көс һала.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы, сәләмәт тормошто пропагандалап, милли көрәште үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Марсель һәм Морис Йосоповтарға Рәхмәт хатын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.
А. АБҘАҠОВ.

Силәбеләр берҙәмлек яҡлы


Вернуться назад