Бейеүҙәре шәп, костюмдары сағыу18.04.2012
Ғәжәп даланлы беҙҙең халыҡ. Ана, әбйәлилдәр аяҡтарынан осҡон сығарып баҫа, дәүләкәндәр туң йөрәктәрҙе лә иретерлек итеп моңло йыр һуҙа! Ғафури ҡурайсылары һуң! Күкрәктән урғылған аһәңле моң сал быуаттарға, тарихҡа алып ҡайта...
Республикабыҙҙың төрлө ҡала, райондарынан йыйылған таланттары менән һоҡландырып билдәләне үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын Республика халыҡ ижады үҙәге.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына йыйылыусыларҙы ҡотлап:
– Башҡортостанда 130-ҙан ашыу милләт вәкиле йәшәй, – тине.– Һәр мәҙәниәт үҙенсә ҡиммәтле, шуға ла беҙҙең маҡсат — барлыҡ халыҡтарҙың да ижадын үҫтереү. Республика халыҡ ижады үҙенә йөкмәтелгән ошо бурысты уңышлы үтәй.
1937 йылда барлыҡҡа килгән ойошманың исеме үҙ ғүмерендә бер нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, бурысы шул килеш ҡала – халҡыбыҙ гәүһәрҙәрен барлау, уны үҫтереү, киләсәк быуынға еткереү. Тантанала республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың ынйыларын һаҡлау маҡсатында һөҙөмтәле эш алып барған уңғандарҙың хеҙмәте юғары баһаланды. Үҙәк етәксеһе Байрас Ишбирҙин, хореография буйынса баш белгес Рәфис Хәйруллин, Инвалидтар ижад йортоноң художество етәксеһе Светлана Вәлиева, китапханасы Нәфилә Хужина Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Байрамға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ҡунаҡтар күп килгәйне. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығынан халыҡ ижады бүлек етәксеһе Галина Фурманова “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһы мөдире Кәримә Ҡайдаловаға Почет грамотаһы тапшырҙы, үҙәктең эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.
– Мин Башҡортостандың мәҙәниәте был тиклем үк бай, сағыуҙыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Ғәжәп талантлы һеҙҙең халыҡ. Бейеүселәрҙең, йыр коллективтарының оҫталығына, костюмдарҙың сағыулығына һоҡланмау мөмкин түгел. Былар бөтәһе лә халыҡтың ҡаҙанышы, – тине ул.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад