Һәр һүҙҙең үҙ ҡөҙрәте бар, Һәр һүҙҙең – үҙ урыны15.12.2017
Һәр һүҙҙең үҙ ҡөҙрәте бар, Һәр һүҙҙең – үҙ урыныХәнйәр

Дағстандан алып ҡайтҡан
Хәнйәр эленеүле сөйҙә.
Затлы бүләк. Дуҫтарҙан ул
Бер ҡомартҡы хәҙер өйҙә.

Тора — ойоҡһотмаҫ өсөн
Егетлекте, ирлекте ул.
Тора — хәтирәгә сумып,
Яулаштым тип иректе ул.

Таулыларҙан алып ҡайтҡан
Был бүләк бик тә ҡәҙерле.
Иҫкәртә ул: намыҫ өсөн
Айҡашырға һин әҙерме?

Иҫләтә ул ҡарттар һүҙен:
Хәнйәргә шәп урын — ҡында.
Ҡындағы хәнйәрҙәй булһын,
Булһын шулай намыҫ ҡанда.

Илең, телең мәртәбәһе —
Һинең намыҫ ҡурсауында.
Баҫмаҫ һине битарафлыҡ,
Өйҙә хәнйәр бар сағында.

Иҫкәртмә, хәнйәр! Былай ҙа
Мин — Салауаттың вариҫы.
Шулай ҙа өйҙөң бит тағы
Артҡандай булды ырыҫы.

Дағстандан алып ҡайтҡан
Был бүләк ҡәҙерле миңә.
Ул да шаһит — һынауҙарға
Йөрәктең әҙерлегенә.

Һине генә

Ауылдаһың... Етемһерәй йөрәк...
Киткәнеңә инде бер аҙна.
Был көндәрҙә, һин көтмәгәс өйҙә,
Барғы ла бит килмәй бер ҡайҙа.

Күңелдәрем минең, әйтерһең дә,
Диңгеҙ шауын көткән елкән ул.
Олоғайған һайын, оло тойғо
Тик көсәйә генә икән ул.

Ауылға һин хәстәрҙәрең менән
Киткән булһаң да бит бер аҙға,
Зарыҡтыра ваҡыт — киткәнеңә
Бер аҙна бит инде, бер аҙна.

Ғүмерҙең бит хәҙер һәр көнө лә
Фанилыҡтан, гүйә, юғары.
Әллә ниҙәр инде көтмәйем мин,
Һине генә көтәм ни бары.

Башҡортостан радиоһына

Радионан Рәхмәт хатын алдым,
Ғәмәлдәрең булды, тип, рәтле.
Әммә унан былай мин үҙем бит
Ғүмер буйы уға рәхмәтле.

“Өфө һөйләй!” — ошо һүҙҙәр миңә
Бала саҡтан булды бер тылсым.
Фәрештәләр төшәме ни күктән!
Был фәстереү түгел, был — ысын.

Уның менән йәшәнек тәбаһа,
Ишетеп ил һүҙен, ил моңон.
Күпмеләргә моңдаш, ҡорҙаш итте
Мине лә бит эфир тулҡыны.
Бөгөн килеп бына — Рәхмәт хаты...
Булһамсы гел уға кәрәкле.
Әммә унан былай мин үҙем бит
Ғүмер буйы уға рәхмәтле.

Башҡортостан радиоһы! Һиңә
Был шиғырым тыуҙы йөрәктә.
Һәр кемебеҙ һиңә кәрәк булһын,
Һин кәрәкһең илгә бигерәк тә!

Ер өҫтө тулы туҙан

Төшә шул ҡай саҡ, көн төшә
Вазифалы әҙәмгә.
Ғәжәп ҡай саҡ — улмы беҙгә,
Беҙме уға түҙгәнгә.

Шундай ул өҫтәл артында —
Ҡиәфәтенә ҡара:
Әйтерһең, донъя кендеге,
Ҡарашы йәнде ҡыра.
Власть — олонан-оло тау,
Ә был — гүйә ки туҙан.
Әммә ул тау ышығында,
Тупһанан түргә уҙған.

Йөҙө, күҙе, һүҙе, үҙе –
Ҡаҙна ҡалыптарында.
Мәшәҡәт кенә күрә ул
Йомошоңда, зарыңда.

Аҙағы “отписка” яҙыу –
Олоғара эше был.
Мөнбәр артында — хәстәрле,
Телгә бөткән кеше был.

Ниңә әле яҙам быны,
Ни фәтүә яҙыуҙан?
...Атла, итегеңде һаҡла,
Ер өҫтө тулы туҙан.

Хазина

Һәр һүҙҙең үҙ ҡөҙрәте бар,
Һәр һүҙҙең — үҙ урыны.
Туған телдең шиғырымда
Ныҡлы булһын яурыны.

Тел — хазина: йөрәк көсөн,
Аҡыл көсөн күтәрә.
Теле байҙың рухы ла бай,
Беҙгә бит тап шул кәрәк!

Әй, туған тел! Кемгә нисек
Ҡағыла заман еле:
Кемгә ул — мәғлүмәт теле,
Ә кемгә — яҙмыш теле.

Ҡыуаныс — тыуған көнөмдә
Арҡамдан бер һөйһәләр.
Әммә күккә тейә түбәм,
Һүҙ оҫтаһы, тиһәләр.

Ҡыуанам — моңло ҡәүемдең
Бер улы булған өсөн.
Күңелемә тел ҡеүәһе,
Һүҙ моңо тулған өсөн.

Джигарханян

Джигарханян... Данлы әрмән...
Бөйөк артист... Ни әйтәһең?
Бөйөктәр ҙә ҡайҙан белһен,
Ҡартлығында ни көтәһен?

Шекспир трагедияһы,
Комедияһы Мольерҙың
Джигарханян яҙмышында —
Ысынбарлыҡта яңырҙы.

Ҡарт ҡуйынында — ҡалас, тип,
Йәш ҡыҙҙы алиһә итте.
Ул ҡыҙ шөһрәт донъяһында
Түргә үтте... Түҙҙе... Көттө...

Джигарханян... Ул — арыҫлан,
Ул да сүгә... Ни әйтәһең?
Бер Тәңре белә — яҙмыштың
Кемде нисек һемәйтәһен.

Аһ, бер яҙыҡ — башҡа ҡаҙыҡ:
Ҡарт артист бына бер мәлдә
Барыһынан ҡолаҡ ҡағып,
Урамда ҡалды ғәмәлдә.

Джигарханян... Ни тиергә —
Әллә йәлләп, әллә әрләп.
Быға тиң булыр һүҙ ҡайҙа?
Армен бит ул — бөйөк әрмән.
Шекспир трагедияһы,
Мольерҙың шуҡ әҫәре, тим,
Ҡара, ысынбарлыҡта ла
Ҡалмай һис тә бәҫәреп, тим.

Был хикмәт — үҙе бер кино,
Былай ғына ҡалмаҫтыр ул.
Әммә артист унда үҙен
Инде уйнай алмаҫтыр ул.

Джигарханян...
Джигарханян...

Ҡибла эҙләгәндә

Инҡар итте Рәсәй инанысты,
Эшселәрҙән мәртәбәләр китте.
“Крәҫтиән” һүҙе телдән үтте,
Ҡайҙа иптәш тип өндәшеү — бөттө.

Көнө-төнө албырғата шау-шоу,
Хеҙмәт йыры хәҙер типкелектә.
Һеңгәҙәтеп, ҡиммәттәрҙең бәҫе
Үҙгәреүе мөмкин бер тәүлектә.

Күҙ уңында булды хеҙмәтсәндәр,
Улар инде хәҙер тик көнлөксө.
Ҡаҙна һөлөктәре күбенгәндә,
Ирәйеп тә алға сыҡты нәфсе.

Алтын Йондоҙ түгел, бары аҡса
Билдәләйме бөгөн фиҙакәрҙе?
Туған телдең — йәндең киләсәге
Ниңә борсой бөгөн милләттәрҙе?

Ни һуң тота дәрәжәһен илдең?
Ярты донъя ниңә ҡырын ҡарай?
Гербтағы ҡушбаш ҡарағошмо
Өркөтөрлөк ғәмәлдәрҙе юрай?

Ә бит булды маҡсат! Ғәҙеллеккә,
Тиңлеккә ул әйҙәмәнеме ни?
Рух осошло ине! Барлыҡ бәхет
Тик мөлкәттә кәүҙәләнәме ни?

Даһиҙар юҡ, инаныстар ҙа юҡ,
Ә барыбер маяҡтар бит кәрәк.
Ҡайҙа һуң ул алтын урталыҡ тип,
Толҡа тапмай һулҡып ҡуя йөрәк.

Тубырсыҡтар

***
Дүрт юллыҡтар — гүйә, тубырсыҡтар:
Ҡарағайҙың ғүмер төйөнө.
Урман шауы тубырсыҡтан шытҡан,
Тубырсыҡтан сыҡҡан көй ине.

***
Ҡалалағы буран ниндәй сәйер —
Тышаулы ат һымаҡ сапсына.
Башҡынайын бороп ҡарар төҫлө,
Тауыш бирһәң уға саҡ ҡына.

***
Ҡырҙа тулап тыуған ауыл моңо
Табындарға күсә, сәхнәгә...
Шул моң аҙаҡ зарығып ынтылғандай
Ауыл һыртындағы сәхрәгә.

***
Бәхет, тик һин генә ҡартаймайһың,
Ҡартайһаң да бер ҙә зыян юҡ.
Һин шундай ҡош инде ерҙә, бәхет,
Ҡанаттарың бар ҙа, ояң юҡ.

***
Шулмы икән әллә илһам көсө,
Шулмы шағир ысын-ысындан —
Һыҙып эстән, әрнеп яҙғанда ла,
Ҡояш уйнай ҡәләм осонда.

***
Ҡасышлы уйнай яҙ һәм көҙ,
Уйнай ҡыш менән йәй ҙә.
Сабыйҙар, һеҙ ҙә уйнағыҙ,
Уйнап ҡалығыҙ әйҙә!..

***
Айға оса икәү ярышып...
Ә ул, ер кешеһе, баҫып торҙо
Күтәралмай күккә ҡарашын —
Дауыл һуҡҡан таңда арышын.

***
Хәҡиҡәт ябай һәм бөйөк:
(Ҡояш түбәндән сыға).
Ымһынмай ул дан-шөһрәткә,
Буйһонмай ул ҡамсыға.

***
Үҙ ҡәҙерен ебәрмәһә, кеше
Маҡтау һүҙен кире ҡаҡмаҫ.
Тик битараф ҡалыр, сөнки унда
Үҙе өсөн яңылыҡ тапмаҫ.

***
Беләм, миңә ҡарата һин —
Ҡояшһыҙ көн, айһыҙ төн.
Тик һөйәм һине, миңә һин
Ҡояшҡа тиң, айға тиң.

***
Һылыуым, йәшертен генә
Бер һирпелеп ҡарауың
Ишеттермәҫ ине хатта
Һандуғастар һайрауын.

***
Өркәк, иркәк булһа һүҙең,
Янмаһаң, яҙма ирегеп —
Эйәргә күнмәгән атта
Яуҙарға сапмаҫ ир-егет.

***
Әле йәшәмәнем ерҙә,
Көлдөм, уйнаным ғына.
Иртән йәшәй башлармын тип
Бары уйланым ғына.

***
Ерҙән күтәреләме ул,
Күктәнме ергә иңә —
Һүнә эңер зәңгәрлеге,
Һүнә — күҙҙәргә һеңә;
Миңә ҡара — шул зәңгәр моң
Һирпелә һиңә, һиңә!

***
Күңелем минең — ете ҡат күк,
Етмеш сер йәшеренгән.
Асылыр бер күк ҡабағы,
Йәйғоро ла ҡалҡыр тағы,
Тик ҡурҡма йәшененән!

***
Эттәрҙең иң йүнһеҙҙәре —
Төнө буйы лау ҙа лау.
Уларса: шулай яр һалыу —
Дошмандарҙы һағалау.

***
Ярамһаҡлыҡ... Унда барҙыр
Бөтәһе лә, бөтәһе лә.
Тик йөрәге генә уның —
Көтәһегә, көтәһегә.

***
Яңғыҙлыҡта минутты яр һалып
Һанай сәғәт — гүйә, һаҡта.
Сәғәт түгел, йөрәк барлығы ла
Онотола бүтән саҡта.

***
Кемгә нимә — барыһын килтерер яҙ,
Ер-һыу тулы булыр бүләге.
Тағы аяҡ баҫмаҡ ҡара ергә —
Тик шул ғына минең теләгем.

***
Эйәрсен ине, өйрәнсек булды.
Өйрәнсек ине, хәҙер — һөнәрсе.
Ижадсы булыу яҙмаған уға,
Йәшәр ул быны белмәй үлгәнсе.

***
Үҙен ул, бахыр, әллә кем итеп,
Яҙа ла яҙа, алға ла уҙа.
Һүҙенән алда йөрөй ул үҙе,
Гүйә ҡыу ағас тауҙа, ҡалҡыуҙа.

***
Белә ул алтын үҙенең хаҡын,
Аяҡ аҫтында ятмай ул ялтлап.
Хатта алтынға булырмы ҡәҙер,
Ҡулдан-ҡулға ул һатылһа ваҡлап.

***
Мөхәббәтһеҙ кеше — иң бәхетһеҙ,
Ул ҡот осҡос мыжыҡ, ҡаяулы.
Ғашиҡтар ҙа әүлиәләр түгел,
Тик мөхәббәт булғас — аяулы.

***
Тере саҡта ер тип даулашты ул,
Нәфселәре шашып, ул йән атты.
Хәҙер ана ҡәберенән тупраҡ
Өйөм булып артып, ҡалҡып ятты.

Хәсән НАЗАР,
Башҡортостандың халыҡ шағиры


Вернуться назад