Кеше был донъяға ни өсөн тыуа? Әлбиттә, үҙ артынан яҡты эҙ ҡалдырып китергә. Яҡты эҙ… Баҡҡан балаларың һәм изге ҡылыҡтарыңдыр ул был эҙ. Улай булһа, беҙ һоҡланыр, үрнәк алыр кешеләр был ғәмәлде ни тиклем арттырып үтәй, минеңсә! Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле әҙип Ноғман Сөләймән улы МУСИН, мәҫәлән, үҙенең күркәм ижады менән урман яҙмышын, тыуған яҡ ҡәҙерен хәстәрләп кенә ҡалмай, нисәмә яҙмышты сағылдырыу аша нисәмә кешенең яҙмышына ла йоғонто яһаған!Уйлай китһәң, нисәмә быуынды яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға, йәшәү мәғәнәһенә төшөнөргә өйрәтә “Һуңғы солоҡ”, “Йыртҡыс тиреһе”, “Зәңгәртауҙа – аҡ болан”, “Һайлап алған яҙмыш” һәм башҡа әҫәрҙәре. Шуныһы бигерәк тә ҡиммәт: олуғ әҙиптең бөгөнгө көндә әҫәрҙәре генә түгел, ә абруйы нисәмә яҙмышҡа көс бирә, ниндәй ҡатмарлы мәсьәләләрҙе йырып сыға. Быға “урман йырсыһы” менән бергәләп уның тыуған яғына, атап әйткәндә, урман иленә сәйәхәт ҡылғанда йәнә бер ҡабат инандым.
Төплө быйма…Бер мәл Ноғман ағай үҙе шылтыратып, бергәләп ижад мәккәһенә сәфәр ҡылырға саҡырғас, дөрөҫөн әйткәндә, баҙап ҡалдым. Был яуаплылыҡ ғәләмәте генә булманы, ахырыһы. Абруйлы әҙиптең ябай журналисҡа ҡарата иғтибары күңелдә һоҡланыу тойғоларын ҡайнатып ебәрҙе. Бөйөк кешеләрҙең ябайлығы бына ҡайҙа сағыла ул! Һәр кемгә иғтибарлы, әҙәпле, ихлас. Хәйер, был йәһәттән килтерәсәк миҫалдар алдағы юлда ла етерлек булыр.
Ноғман ағай: “Таң менән сыҡ юлдарға”, — ти. Шулай итеп, иртүк сәфәргә сығабыҙ. Тик тура Ҡолғонаға түгел, урап, Ишембай ҡалаһы аша. Бында Ноғман Мусин үҙенең уҡыусылары, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем алған бер төркөм йәш быуын менән осрашасаҡ.
Шағирә, ошо уҡ белем усағының педагогы Ғәлиә Кәлимуллина (Фәйзуллина) төп ҡунаҡҡа әңгәмә башында уҡ мәғәнәле һорау бирә:
— Ноғман ағай, тормошоғоҙҙа нисәмә төплө быйма туҙҙырҙығыҙ? – ти ул.
Әҙип бөтә тормошон байҡарлыҡ был һорауға үҙенсәлекле итеп яуап бирҙе:
— Быймаларҙы һанай башлаһаң, был залда бер нисә көн ултырырға тура киләсәк, тик, дөрөҫөн әйткәндә, миңә быйма эләкмәне бит, — тип йылмая Ноғман Сөләймән улы. Әммә был йылмайыу артында күпме ғазап ятҡаны яҙыусының үҙенә генә билдәлелер. Хәйер, күңелендәге хистәрен генә түгел, башынан үткәргән мәлдәрен дә аҡ ҡағыҙға төшөрмәй тороп, “Мәңгелек урман” тигән ғүмерлек әҫәрҙәр яҙып булмай шул.
— Уҡырға йөрөгән мәлдәр иҫкә төштө, — тип һөйләй прозаик. – Үҙем саңғы эшләп алам да шул саңғыла Маҡарға уҡырға китәм…
“Маҡарға китәм” тип әйтеүе генә бер, был ике ауыл араһындағы араны, унан бигерәк юл ғазабын үҙендә татып йәшәгән ҡолғоналар, һәйеттәр һәм шул яҡтарҙа ғүмер итеүселәр генә аңлай. Шулай, иртә атайһыҙ ҡалған малайға белем һәм ижад тауына үрләр өсөн күпме көрт кисергә, тау үрләргә тура килгән. Ә 50 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Петровск ауылынан өлгөргәнлек аттестаты алғандан һуң Ҡолғонаға тиклем бер тында йүгереп ҡайтҡанын әҙип бөтөнләй мажара итеп кенә һөйләй.
Йәнле аралашыуҙа әҙипкә ошо гимназиянан һәм ҡаланың башҡа белем усағынан килгән уҡыусылар ҙа үҙ һорауҙарын еткерҙе. Әйтергә кәрәк, улар ҙа остазынан ҡалышмай. Мәҫәлән:
— Ноғман ағай, һуңғы ваҡытта республикала тел мәсьәләһе йыш күтәрелә. Бына башҡорт теле юҡҡа сыҡһа, һеҙ башҡа телдә ижад итә алыр инегеҙме? – тип яңғырай бер һорау.
— Әсәм теленән башҡа телдә яҙа алмайым!
Абруйлы әҙип һүҙенә тағы нимә өҫтәйһең?! Осрашыу мәлендә, әлбиттә, балаларса бирелгән, әммә ололарҙы уйландырырлыҡ һорауҙар байтаҡ булды. Шулай уҡ “нисек яҙыусы булырға?” тип ҡыҙыҡһындылар. Яуап билдәле, әлбиттә:
— Ул – ижади һәләт, ул – ҙур хеҙмәт. Бынан тыш тормош багажы ла мөһим, бер кемде лә мәжбүри яҙырға өйрәтеү мөмкин түгел, — тине әҙип.
Ысынлап та, тормош күрмәй, уны аңламай тороп, нисек инде фәһемле итеп яҙырға була. Ноғман Мусиндың геройҙарының прототиптары – үҙем менән бергә ҡайнап йәшәгән ауылдаштары, һуғыш ғазабын, башҡа михнәттәрҙе бергә үткәргән кешеләр икәнлеген аңлап, был хәҡиҡәткә йәнә бер ҡабат инанаһың. Быйма теймәһә лә, сабатаһы булған Ноғман ағайҙың, уны буласаҡ әҙип үҙ ҡулдары менән үргән, хатта калуш итеп тә эшләгән, яһаған аяҡ кейемдәрен һатып, бер ус булһа ла игенгә алмаштырған һәм бер сабата ғына түгел, үҙ ҡулдары менән нимә генә яһамаған ул. Шулай көн күргән, шулай йәшәргә өйрәнгән…
Һүҙҙәрендә торҙолар!Баҡтиһәң, яҙыусы менән күрешергә гимназия уҡыусылары ғына ашҡынмай икән. Мәләүездән бер төркөм педагог-журналистар, педагогия ветерандары ла уның менән тыуған ауылында осрашырға, музейын күрергә килгән. Осрашыу хаҡында ишетеп, ғаиләһе менән хатта Көйөргәҙенән дә юлсылар бар ине кисәлә. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, сыуаштар һәм башҡа милләт вәкилдәре — барыһын да бергә йыйған Ноғман Мусин әҫәрҙәре! Һәммәһе лә әҙип менән бергә уның мәңгелек урманына, яратып уҡыған романдарындағы геройҙарының ҡасандыр прототиптары, хәҙер иһә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йәшәп ятҡан төйәкте барып күрергә, шул кешеләр менән аралашырға тип хыялланып килгән. Һәм уларҙың хыялдары тормошҡа ашты.
…Гимназияла халыҡ яҙыусыһы ағас үҫентеһен ултыртҡандан һуң “тимер ат”ыбыҙ тигеҙ юлдан елдерә, арттан Мәләүез, Күмертау ҡунаҡтары төшөп алған. Юҡ, Ишембай менән Маҡар араһындағы асфальт тураһында түгел һүҙем. Хәҙер Ҡолғонаның үҙенә ҡом түшәлгән яңы юл (Стәрлетамаҡ — Магнитогорск юлы), Маҡарға инеп тә тормайһың.
— Ике йылдан юл һалып бирәбеҙ, тигәйнеләр, һүҙҙәрендә торҙолар, — тип һоҡланыуын йәшермәй Ноғман ағай. – Башта был вәғәҙәгә, дөрөҫөн әйткәндә, ышанып та бөтмәгәйнем…
Абруйлы әҙипкә биргән вәғәҙәне үтәү мотлаҡ. Властың вәғәҙәләргә иғтибарлы булыуына, ә ҡолғоналарҙың ошондай абруйлы шәхестәре барлығына ҡыуанмай мөмкин түгел.
Машина елдерә, ә водитель янында ултырған пассажир тирә-йүнде күҙәтә, мәғрур ҡаяларға күҙ һала, унда үҫкән ҡарағайҙарҙы байҡай. Бара-бара ла көрһөнөп ҡуя, күрәһең, һоҡланып ҡына ҡалмай ул, йәнә ҡарағайҙар-ҡайындар, йүкә-уҫаҡтар яҙмышы борсой уны.
“Ағасты бит сәсеп кенә үҫтереп булмай, уны ғүмерле итер өсөн үҙе бер ғүмер кәрәк, ә ҡырылған ағастар…” Әҫәренән цитата килтерәме әҙип был мәлдә, әллә әле тыуған һүҙҙәрме – ҡапыл-ғара аңлап та булмай. Нисек кенә булмаһын, әйтелгәндәр – көнүҙәк!
Зәңгәртауҙы үҙ күҙҙәре менән күрҙеләрБына Ҡолғона еренә аяҡ баҫабыҙ. Мәләүез һәм Күмертау ҡунаҡтарының хистәре тамам ташҡан. Бер уратып алған тәбиғәткә, бер Ноғман Сөләймән улына ҡарайҙар. Һоҡланыу, тетрәнеү, аптырау күңелдәрендә барыһы бергә уҡмашҡан. Бит әҫәрҙәге күренеште көн һайын ысынбарлыҡта осратмайһың. Шуға ла ҡыҙыҡ, барыһын да тиҙерәк күргеһе, тотоп ҡарағыһы килә. “Ә мин шул герой прототибының ейәнсәре, мин – быныҡы” тип урындағы халыҡ таныша башлағас, ҡунаҡтар бөтөнләй хайран ҡала.
— Был уҡытыусылар – минең Мәләүездәге дуҫтарым, беҙ улар менән йыш осрашабыҙ, бөгөн иһә бына Ҡолғонаға сәфәр ҡылдылар, — тип таныштыра Ноғман ағай ауылдаштарына ҡунаҡтар менән. – Улар менән күрешкән һайын “китап уҡымайҙар” тигән фекерҙең хаталы булыуына төшөнәм, башҡортса сыҡҡандары ла, рус телендә баҫылғандары ла, – ҡыуанысы менән ихласлап уртаҡлаша әҙип.
Район үҙәгенең алыҫлығын иҫәпкә алып, ҡунаҡтар урындағы халыҡтың социаль хәле буйынса борсолоуҙарын да белдерә:
— Ә сирләп китһәгеҙ?
— Мәктәп ҙурмы?
— Айыу йөрөмәйме?
Ғөмүмән, һорауҙар теҙмәһе башлана.
Урындағы коллегалары ауыл тарихын һөйләгәс, Ҡолғона ауылы биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Наилә Вәлиева мәктәп тә, ятаҡлы дауахана ла, почта ла һәм башҡа социаль объекттар ҙа барлығын белдергәс, килгән уҡытыусылар тыныслана һәм кемуҙарҙан тигәндәй урындағы иҫ китмәле тәбиғәткә нисек ғашиҡ булыуҙарын теҙә башлай.
Әҙип ауылындағы сәйәхәт уның музейынан башлана. Уны ауылдаштары Ноғман ағайға хөрмәт йөҙөнән 70 йәшлек юбилейына төҙөгән. Бөгөн музейҙы яҙыусы кире ауылына бүләк иткән.
Был йортҡа инеү менән үк Ноғман Мусиндың төрлө яҡтан талантлы шәхес икәнен аңларға була. Бер бүлмәлә урын алған, үҙ ҡулдары менән яһаған эш ҡоралдары, оҫталыҡ өлгөләре, хатта үрелгән сабаталар һоҡландырырлыҡ та, уйландырырлыҡ та.
— Был балтаның ниңә һабы кәкре икәнлеген беләһегеҙме? – тип һорай ул ҡунаҡтарынан һәм, улар иңбаштарын ғына һикертеп ҡуйғас, үҙе үк яуап бирә. – Стенаны сутлағанда ҡул бәрелмәҫкә.
Умартасының кәрәк-ярағын күргәс, был шөғөл хаҡында ла ентекле төпсөнөү ҡуба һәм, әҙиптең ете тиҫтәһен тултырғансы ҡорттар араһында булыуын ишеткәс, әлеге йәштә лә егеттәр һымаҡ дәртле һәм етеҙ баҫып йөрөүенең серен аранан кемдер ошо күренешкә бәйләп ҡуя.
Яҙыусының эш өҫтәле, ҡасандыр том-том романдар баҫҡан машинка, фоторәсемдәр, яҙыусыларҙың портреттары был ауылға тәү тапҡыр аяҡ баҫыусыны ғына түгел, ошо музейҙы бер нисә ҡабат килеп күргән кешене лә уйҙарҙа тарихҡа, яҙыусының үткәндәренә алып китә. Әҙип менән уның иҫән сағында бергә музейын күреү, уның һөйләгәндәрен тыңлау китап уҡыусы өсөн ниндәй бәхет бит!
…Бынан бер нисә йыл элек яҙыусы ауылдаштарын ғына түгел, ошо тирәлә йәшәүсе барлыҡ халыҡ өсөн йәнә бер баһалап бөткөһөҙ эш башҡара. Ул саҡта ауылға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов килә. Республика етәксеһе абруйлы яҙыусы менән бергәләп ауылды ҡарайҙар, кешеләр менән аралашалар. Шул осрашыуҙа Ноғман Сөләймән улы Рөстәм Зәки улына ауылда йәштәрҙең йыйылыр урыны булмағанын әйтә. Республика власы йәнә һүҙ бирә, быныһы инде яңы социаль үҙәк хаҡында була һәм иң мөһиме — вәғәҙә тағы үтәлә.
Бөгөнгө көндә Ҡолғонала тирә-яҡ ауылдарҙағы халыҡты бергә туплаған, социаль роль дә үтәгән, рухи үҙәк тә булып торған бынамын тигән биналары бар. Ул ике йыл эсендә төҙөлөп бөттө. Был бинала ауыл советы хакимиәте, полиция, почта бүлмәһе, тренажер, хореографик, тамаша залдары, китапхана, музей урынлашҡан. Ә сәхнәһе һуң ниндәй! Дөрөҫөн әйткәндә, бындай социаль-мәҙәни үҙәк менән республикала һирәктәр генә маҡтана алалыр. Артабан әҙип менән осрашыу нәҡ ошо залда мөһабәт бинала үтте. Күренекле яҡташтарын күрергә тип ҡолғоналар ҙа килде.
Балаларҙың Ноғман Мусин әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыу, урындағы талант эйәләренең иҫ китмәле сығыштары – барыһы ла булды. Әлбиттә, абруйлы яҙыусы үҙе лә һүҙ алды.
— Тормоштоң ҡәҙерен беләйек, ниндәй матур тормошта йәшәйбеҙ бит. Ошо тиклем залдар, күңелдәр буш тормаһын ине, — тигән һүҙҙәр ҙә еткерҙе ул. Сабатала саҡрымдар аша ҙур тормошҡа атлаған, шул тормошто яҙмыштарҙы (ыңғай яҡҡа) үҙгәртерлек итеп яҙған шәхестең әйткәндәре үҙе тормош ҡануны түгелме ни?!