Балет артисы тураһында балет13.12.2017
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙәге Ҙур театрҙың Тарихи сәхнәһендә
Кирилл Серебренников ҡуйған “Нуриев” балетының премьераһы булды. Сараға Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков килде һәм тамашаны ыңғай баһаланы.


“Нуриев” балеты аукциондан башлана. Игорь Верник башҡарыуындағы сауҙалашыуҙы алып барыусы, башҡа лоттар менән бер рәттән, Нуриев­тың Вена ҡалаһындағы сығышынан ҡалған дирижер таяҡсаһын тәҡдим итә. Аукционсы спектакль дауамында сәхнәгә әленән-әле сығып, бейеүсе тормо­шо­ноң төрлө осорона ҡағылған лоттарҙы иғлан итә. Улар араһында Нуриевтың сәхнә кейеме, дуҫта­ры­ның, хеҙмәт­тәштәренең хаттары бар. Ошондай хат­тарҙан өҙөктәрҙе Верник сәхнәнән уҡый.
Антракт менән бергә спектакль ике сәғәт ярым дауам итә. Тамашасылар иғтибарына Нуриевтың тормош юлы – балет класындағы дәрестәр, эмиграция, сирләгән осоронан күренештәр тәҡдим ителә. Спектакль аҙағында ауырыуҙан хәлһеҙләнгән бейеүсе фрак кейеп, Ҙур театр оркестрына дирижерлыҡ итеү өсөн сәхнә алдындағы музыканттар янына төшә.
Балет премьераһы 11 июлдә булырға тейеш ине. Әммә театр етәкселеге спектакль әҙер булмауы арҡаһында уны күсерергә ҡарар итте. Киләһе тамашалар 2018 йылдың майында буласаҡ тип күҙаллана.


Вернуться назад