Ҡайһы саҡта осраҡлы танышлыҡтың да тормошҡа үҙенсәлекле йәм, мәғәнә индереп ебәреүе ихтимал. “Нур” татар драма театры актрисаһы Миңленур Сәйетова-Ғиззәтулина менән тап шулай булды. Хәйер, тәүге тапҡыр әңгәмәләшкәндә был сибәр, күркәм ханымдың сәхнә йондоҙо икәнлеген белмәй ҙә инем. Әммә унан килгән ыңғай ҡеүәт, дәрт-дарман арбағыс көскә эйә, эргәһендә кем генә булһа ла, тиҙ арала иғтибар үҙәгенә әүереләсәген һис инҡар итеп булмай.
Миңленур ихлас әңгәмәсе булып сыҡты – тәүге минуттарҙан үҙенең тәбиғилеге, асыҡлығы менән хайран итте. Ни генә тимә, актриса булып тыуыу кәрәк шул! Йә сәхнә түренән кешеләргә бүләк итерлек көс-ҡеүәтең бар, йә юҡ тигәндәй... Башҡаса мөмкин түгел. Әммә Миңленур Сәйетованы актриса булараҡ ҡына һүрәтләһәк, һис тә килешмәҫ ине. Геройым менән күберәк аралашҡан һайын, күп һанлы тамашасылары, таныштары уйлап та бирмәгән, күҙалламаған бихисап үҙенсәлекле сифаттарын астым. Һөнәри эшмәкәрлеге менән бер рәттән ифрат донъясыл, уңған хужабикә, һәр яҡтан килгән ҡатын-ҡыҙ ҙа булып сыҡты Миңленур.
– Тормош нигеҙе – бала саҡта, тиҙәр...
– Ҡәҙимге ауыл ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуғанмын. Күмәк үҫтек, күңелле лә, ҡыҙғаныс та мәлдәр булды – тормош бит. Атай менән әсәй фермала эшләне, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдылар. Тормош мәшәҡәттәре, балаларҙың ығы-зығыһы тип зарланғандарын иҫләмәйем – ауылда ҡуйылған концерттарҙа күмәкләшеп сәхнәгә сыға инек, йортобоҙҙан йыр-моң өҙөлмәне. Бер Яңы йылды ла Ҡыш бабайһыҙ, Ҡарһылыуһыҙ ҡаршыламағанбыҙҙыр – ғаиләбеҙҙә был хаҡта мотлаҡ хәстәрлек күреп, өлкәндәр күркәм байрам ойоштора ине.
Атайым моңло тауышлы, дәрт-дарманлы булды (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер мәрхүм инде). Әсәйем иһә аяҡ осона баҫып, еңел генә итеп өҙҙөрөп бейеһә, арбалғандай ҡарап ултыра торғайным. Апайым Фәнирә Сәйетова ла ижади күңелле – Кушнаренко ауылында йәшәй, өс тиҫтә йылға яҡын халыҡ театрында уйнай. Әйткәндәй, улы Альберт Шәрәфетдинов шулай уҡ ижад юлын һайланы, бер сәхнәлә уйнайбыҙ. ...Телевизорҙан концерт-спектаклдәрҙе йотлоғоп ҡарай торғайным. Алла Пугачева уйнаған “Женщина, которая поет” нәфис фильмын күргәндән һуң, “мотлаҡ артист буласаҡмын” тигән хыял менән яна башланым. Ғаиләлә төпсөк, иркә бала булғанғамы, ынтылыуҙарыма ҡаршы торманылар, ауыл-район сәхнәләрендә лә йыш сығыш яһаным. Ләкин, мәктәпте тамамлар ваҡыт еткәс, атай менән әсәй “етдиерәк” һөнәр һайлау кәрәклеген, “уйнап-йырлап” ҡына тамаҡ туйҙырып булмаясағын төшөндөрөргә тырышты. Һөҙөмтәлә мин, хыялымды бер аҙ ауыҙлыҡлап тороп, Кушнаренко һөнәрселек училищеһына тегенсегә уҡырға индем.
Хәйер, өс йыл эсендә бик матур итеп тегергә өйрәнһәм дә, ултырып эшләй торған һөнәр минең өсөн түгел икәнлеген үҙем генә түгел, уҡытыусыларым да аңлағандыр, моғайын. Училищела уҡый башлау менән барлыҡ ижади түңәрәктәргә яҙылдым, бейенем, йырланым, йәштәштәремдең художество етәксеһе булдым тиһәм дә артыҡ булмаҫ. Район мәҙәниәт йортондағы драма түңәрәгендә шөғөлләнергә лә өлгөрә инем.
Тегеүсе дипломын алғас, мине Өфөләге 8 Март исемендәге фабрикаға эшкә юлланылар. Урынлашып йөрөгән мәлдә Дүртөйлө ҡалаһында яңы ғына ойошторолған “Нур” татар театр студияһына актерҙар йыйыуҙарын, улар өсөн Өфө дәүләт сәнғәт институтында махсус курс асасаҡтарын ишетеп ҡалдым. “Ятып ҡалғансы – атып ҡал”, тиҙәр бит. Документтарымды тоттом да Дүртөйлөгә сығып киттем, сөнки хыялымдан баш тартырға йыйынмай инем!
Финә Латипова, Байрас Ибраһимов кеүек билдәле сәхнә әһелдәре ойошторған сара ине ул. Кеше күп. Бар ҡыйыулығымды туплап, оҫталығымды күрһәттем – йырланым да, бейенем дә, уйнаным да... Биш тиҫтәнән ашыу кеше икенсе турға үтте. Улар араһында мин дә бар инем. Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә үткәрелгән икенсе турҙа иһә 15 кеше генә һайлап алынды, шул иҫәптән мин дә. Был 1991 йыл ине...
Бына шундай урау юлдар менән килдем мин театр сәхнәһенә. Беҙҙең сығарылыш – Өфөләге “Нур” театрына нигеҙ һалған, уның йөҙөн һәм төп йүнәлешен билдәләгән тәүге ҡарлуғастар. Театрҙың әлеге бинаһы төҙөлгәнсе, төрлө шарттарҙа ижад итергә, төрлө сәхнәләрҙә уйнарға тура килде, әммә ауырлыҡтар беҙҙе сыныҡтырҙы ғына, күрәһең. Йәшлек дәрте, заман үҙгәрештәре шауҡымы менән фәҡәт алға ынтылып, яҡшыға өмөтләнеп йәшәгәнбеҙ, шуға ла уңыштарға өлгәшкәнбеҙ тип әйтә алам, бөгөнгө бейеклектән ҡарап.
– Ғүмер юлын яңынан һайлау мөмкинлеге булһа, барыбер сәхнә тип ашҡыныр инең, тимәк?
– Әйткәндәй, кейәүгә сыҡҡас, ирем, минең тегергә әүәҫлегем барлығын белеп, затлы япон теген машинаһы бүләк иткәйне. Донъябыҙҙы ҡорғанда, тормош көткәндә, һис шикһеҙ, ҡулыма йәнем теләгән тауар киҫәген алып, үҙемә оҡшаған күркәм әйбер тегеүҙең бер хилафлығын да күрмәйем. Театр костюмдары тегергә заказ биргәндә лә фекеремде еткерәм, сөнки был эштең нескәлектәрен беләм. Ҡыҫҡаһы, нимә эшләй белһәң дә – файҙаға ғына. Ҡатын-ҡыҙ тилбер, уңған булырға тейеш.
Театр иһә – минең тормош рәүешем, илһам сығанағым. Сәхнә менән йәшәйем, ижад менән тын алам. Спектаклдә уйнағандан һуң тамашасылар ихлас алҡышлаһа, залдан килгән ыңғай энергияны бар күҙәнәгем менән тоям, ошонан дәрт-дарман йыям, көс туплайым.
– Әммә тормош көтөү өсөн уйнап-йырлап ҡына йәшәү етмәй шул...
– Тулыһынса килешәм. Әлдә ауылда тыуғанмын да хеҙмәт тәрбиәһе биргән уңған ғаиләлә үҫкәнмен, тип ҡыуанып ҡуям ҡайһы саҡта. Мин бер эштән дә баш тартмайым. Хатта белмәгәнерәк ғәмәлгә тотонһам да, өйрәнәм, барыбер уйлағанымды еренә еткерәм, һөҙөмтә булғансы көс һалам. Уңышһыҙлыҡтан ҡурҡмайым.
Аллаһ Тәғәлә эш-һөнәр генә түгел, ғаилә бәхете биреүенә лә ҡыуанам. Ирем Рөстәм – ижади мөхиттән йыраҡ кеше, яуаплы вазифа биләй, әммә төрлө холоҡ-фиғелле булыуыбыҙ беҙҙе яҡынайта ғына. Иң мөһиме – ул һөнәремдең үҙенсәлектәрен аңлап, тормош юлында терәк булып, ауыр саҡтарҙа иңен ҡуйып, ғаиләбеҙҙең карабын алға әйҙәгән, матди тотороҡлолоҡто тәьмин иткән кеше. Ҡыҫҡаһы, ысын ғаилә башлығы. 18, 11 йәшлек Динислам һәм Данияр исемле улдарыбыҙ бар. Балаларым – бауыр ите, улар өсөн йәнемде лә йәлләмәҫ инем.
Театрҙан азат минуттарымда яҡындарымды тәмле аштар менән һыйларға, күңелдәрен күрергә тырышам. Йортомдо, баҡсамды яратам, сөнки бында барыһы ла мин теләгәнсә, уйлағанса, үҙемдең ҡулым менән булдырылған. Сәнғәт донъяһынан бер аҙ ситләшеп тороп, көндәлек мәшәҡәттәргә сумыу, донъяны теүәлләү ҙә әйтеп бөткөһөҙ рәхәтлек бирә.
– Шуға күрә һинең иҫ китерлек шәп баҡсасы икәнлегеңә һис аптырамайым.
– Ер кешеһе бит мин, ауыл балаһы. Ҡала фатирында тыным тарыға, һауа етмәгәндәй тойола миңә, шуға күрә ҡала ситендә йәшәүемә ифрат шатланам. Шау-шыулы Өфөнән, театрҙан арып-талып ҡайтҡас, бындағы һиллектә күңелем ял итә, әммә диванға һуҙылып ята белмәйем, бер урында тик кенә ултырыу минең өсөн түгел. Өйҙәге бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙе теүәлләү менән бер рәттән ерҙә эшләү, тупраҡ йылыһын тойоу, сәскән орлоҡтарҙың шытып сығып, үҫеп китеүен, аҙаҡ емеш биреүен күреү миңә көс-дәрт өҫтәй. Йәшәү йәме – хәрәкәттә. Ә хәрәкәттә – бәрәкәт: ни тиклем үҙемә ҙурыраҡ маҡсат ҡуйып, күберәк эшмәкәрлек күрһәткән һайын, шул тиклем ҙурыраҡ ҡәнәғәтлек алам.
– Һәүәҫкәр баҡсасы булараҡ, һин үҫтергән ҡайһы бер үҫемлектәр ҡәҙимге ҡалыптарға һыймай ҙа һымаҡ.
– “Булғас – булһын сифатлыһы, яҡшыһы” тигән инаныуҙан сығып эш итәм. Ғөмүмән, шундай һыҙатым бар – мине ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар аша яулап алынған уңыш ҡыҙыҡһындыра. Баҡсаны ғына алайыҡ. Кишер менән һуған, помидор, ҡыяр үҫтереүҙе ҡатмарлы эшкә һанамайым. Олоғара теплицам бар, бер ни тиклем тырышлыҡ күрһәтһәң, унда барыһы ла ишелеп уңа (йылмая – авт.). Ә бына ландшафт дизайны – башватҡыс. Йортобоҙҙо төҙөп бөткәс, был хыялымды ла тормошҡа ашырырға булдым. Үҙ ҡулыбыҙ менән быуа булдырҙыҡ, уны шартына еткергәс, балыҡтар ебәрҙек. Һыуҙың эргә-тирәһен үҙемдең хыялыма ярашлы итеп биҙәй башланым. Дөрөҫөн әйткәндә, был – оҙайлы һәм ҡатмарлы процесс, сөнки беҙҙәге климат шарттары ниндәй икәнлеген аңлатып тораһы түгел. Үлән-сәскәләр бер генә миҙгел күҙҙең яуын алып тора, ә ағас-ҡыуаҡтарҙы шартына килтереп, урынын уйлап ултыртырға кәрәк. Заман мөмкинлектәре үҫемлектәрҙе үҙең теләгән бейеклектә, формала үҫтереү мөмкинлеген бирә. Был йәһәттән мамонтҡа оҡшаған күк шыршым, шарға оҡшаған бәләкәй миләш ҡыуағым һәм башҡа тәжрибәүи үҫемлектәрем менән ғорурлана алам. Ғөмүмән, баҡса файҙалы хужалыҡ объекты булыу менән бер рәттән, йәнгә йәм биргән күркәм ер булырға тейеш, тип уйлайым.
Өйҙә иһә һәр миҙгелде йәшеллек менән йәмләп, күҙҙең яуын алып торған ҡышҡы баҡсам бар.
– Ижадыңа табынғандар, һине нәзәкәтле, сибәр ҡатын-ҡыҙ тип танығандар шәп баҡсасы ғына түгел, тәжрибәле ҡош ҡараусы икәнлегеңде лә белһә, бөтөнләй хайран ҡалыр әле...
– Был да минең хобби, күңелгә ятҡан шөғөл! Бер шулай таныштарҙа аяҡтарына йөнтәҫ “ойоҡ” кейгән эре кәүҙәле, һалмаҡ ҡына баҫып йөрөгән нескә “алҡалы”, бейек “кәпәсле” әтәс-тауыҡтарҙы күреп иҫем китте. Баҡһаң, Брама тоҡомло ҡош-ҡорт икән. Иттәре мул, йомортҡа һалалар, талымһыҙ ҡоштар. Ҡарап тороуы ла күңелле – үҙенә күрә йәмдәре бар... Ҡыҫҡаһы, башыма шәп идея килде – ә ниңә миңә лә аҫрап ҡарамаҫҡа? Яҡындарымдан кәңәш һорағас, тәүҙә аптырап ҡалдылар, хатта бер аҙ ҡаршы булдылар. Шунан инде: “Миңленур алдына алғас ҡуймаҫ”, – тип ҡул һелтәнеләр. Үҙем автомобиль йөрөтәм бит – ҡоштарҙы барып һатып алдым, яңы ҡоролған ояға урынлаштырҙым. Уларҙың ите, йомортҡаһы булыу шәп, әлбиттә, әммә тәүге сиратта, был ҡоштар – күңелем талабы, миңә улар менән булышыу ҡыҙыҡ. Тауыҡ аҫрап, бер аҙ тәжрибә туплағас, бүҙәнәгә ҡыҙыҡтым. Бәләкәй генә ҡоштарҙың йомортҡаһы ифрат файҙалы, итен дә тәмләткестәр менән ҡурырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, минең “ҡошсолоҡ фермаһында” бүҙәнәләр ҙә бар хәҙер.
Шөғөлөмдөң тәрбиәүи сифаттары ла юҡ түгел. Улдарым ярҙамлаша икән, беренсенән, улар эшкә өйрәнә. Икенсенән, тере йән менән ҡыҙыҡһынған балала изгелек, ғәҙеллек кеүек сифаттар уяна, ул үҙен генә уйламай, башҡалар өсөн яуап бирергә лә өйрәнә.
Әммә башымда сираттағы идея тыумаһа, яңы маҡсат менән янмаһам, тормошомдоң ҡыҙығы бөтә. Быйыл бер таныштарҙың баҡсаһында ғорур баҫып йөрөгән ҡоштар батшабикәһе – тауисты күреп, ифрат ҡанатланып ҡайттым. Ә ниңә аҫрап ҡарамаҫҡа? Ҡоштоң йомортҡаһын һатып алып, йорт инкубаторында сығарып ҡарарға мөмкин, баҡтиһәң. Әммә тәүге ынтылыштарым бушҡа булды – һөҙөмтәгә өлгәшә алманым. Шулай ҙа маҡсаттан да баш тартманым – себешен алып аҫрайым.
– Театр сәхнәһен биҙәргә лә, донъя көтөргә лә, ғаилә тип йәшәргә лә өлгөрәһең, афарин! Һәр кемдең хәленән килмәй был ғәмәл...
– Тиктормаҫлығым, ныҡ сәмле булыуым алға әйҙәй мине. Девизым шундай: бөгөнгө көн менән йәшәйем, әммә алға ҡарайым. Йәш, дәртле сағымда теге хыялымды, был теләгемде тормошҡа ашырғым килә, төрлө башланғыстарҙан, яңылыҡтарҙан ҡурҡмайым, киреһенсә, берәй идея менән яна башлаһам, уның эсенә башкөллө сумам, ғәмәлгә ашырыу юлдарын барлайым.
Һылыуланып, буянып-төҙәнеп, диванда телевизор ҡарап йәки компьютер алдында ултырып көн уҙғарыу – минең өсөн ят шөғөл. Бындай көн – бушҡа сарыфланған көн. 24 сәғәтте ифрат файҙалы итеп үткәрергә, образлы итеп әйткәндә, теләгән саҡта тауҙы аҡтарырға, хатта Айға менеп төшөргә лә мөмкин тип иҫәпләйем, бының өсөн алға ынтылырға, бәрәкәтле хәрәкәт итергә кәрәк.
Хеҙмәттәштәремә килгәндә, театрҙа һәләтле, уңған сәхнә әһелдәре эшләй, һәммәһе сағыу шәхес, һәр ҡайһыһының үҙ урыны, амплуаһы бар. Әммә үҙ-ара һау көнәркәшлек мотлаҡ кәрәк: был да кешене дәртләндерә, алға ынтылырға, тағы ла уңышлыраҡ образды табыу өсөн эҙләнеүҙәргә этәрә.
Тағы бер бәләкәй генә, әммә мөһим серем бар – ул да булһа матурлыҡҡа баш эйәм. Шуға ла үҙемдең тормошомдо күркәм уйлы кешеләр, матур эштәр, яҡты маҡсаттар менән тулыландырырға тырышам, ошо ынтылыш миңә көс һәм дәрт бирә.
Беҙҙең белешмәМиңленур Сәйетова-Ғиззәтуллина Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылында тыуған. 1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының “Нур” татар драма театры өсөн махсус йыйылған тәүге төркөмөн тамамлаған. Театрҙа 1993 йылдан уйнай. “Наурыҙ” халыҡ-ара театрҙар, “Театр яҙы” республика фестивале лауреаты, “Актер йыры-1996” конкурсы еңеүсеһе.
Сәхнәлә биш тиҫтәгә яҡын роль уйнаған. Улар араһынан Н. Асанбаевтың “Һыу юлы” спектаклендә Зәмзәбикә; Х. Ирғәлиндең “Ҡулдарымда турғай” спектаклендә – Хәбибә; Т. Миңнуллиндың “Ҡулъяулыҡ” драмаһында – Әминә, ошо уҡ авторҙың “Алты ҡыҙ”ында – Гөлсимә, “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектаклендә – Валентина; Х. Ибраһимовтың “Башмағым” комедияһында Йыһан; К. Гальдониҙың “Шайтан ҡотортто” комедияһында Марианна, Д. Сәлиховтың” Ҡатын түгел – аждаһа” спектаклендә Юлбикә һәм башҡа сағыу образдар Миңленур Сәйетованың һөнәри оҫталығын иҫбатлаған төрлө пландағы ролдәр булып тора.