Декабрҙә – балалар өсөн тамашалар13.12.2017
Декабрь айында балалар өсөн өс спектакль донъя күрәсәк.

7 декабрҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында “Правилия илендә” (“В стране Правилии”) тигән мауыҡтырғыс әкиәт күрһәтелде.
Режиссер Рөстәм Хәкимов был пьесаны яңы ысулдар ярҙамында ҡуйған, шуға ла тамаша бик заманса, күңелле, йырға, музыкаға бай һәм, һис шикһеҙ, балалар өсөн файҙалы. Ролдәрҙе В. Ҡылысов, Д. Ғөбәйҙуллина, И. Лоҡманов, В. Камалов башҡара, спектакль өҫтөндә композитор Р. Сәғитов, художник И. Бакиров, хореограф Р. Мөхәмәтшина эшләне. Тамаша бер сәғәт бара.
Йөҙ йылдан ашыу элек Эрнст Теодор Амадей Гофман тарафынан яҙылған “Щелкунчик”тың тарихы әле лә бәләкәй тамашасыларҙы әкиәт донъяһына йәлеп итә. Режиссер Зиннур Сөләймәнов был әҫәрҙе һоҡландырғыс тамаша һәм сағыу шоу итеп сәхнәгә ҡуйҙы. Әкиәтте Новосибирск драматургы Н. Соболева сәхнәләштерҙе. Төп ролдәрҙә — А. Ганичев, О. Мусина, С. Нурисламов. К. Ажмяков, Э. Гусева, Ю. Абрарова, Е. Лопатин, Д. Гусев, З. Яруллин, А. Маликов, З. Сәйтмәмәтова. Музыкаль яҡтан биҙәүсеһе — У. Иҙелбаев, хореографы — С. Асҡарова, рәссамы — Р. Баймөхәмәтов. Спектакль бер сәғәт бара. Премьера – 20 декабрҙә.
Барбос тигән урам эте ғүмер буйы тәфтишсе булырға хыялланған һәм, ниһайәт, уның хыялы тормошҡа аша! “Барбос һәм Яңы йыл кросы” (“Пес Барбос и новогодний кросс”) тип аталған яңы йыл әкиәтендә енәйәтселәр Ҡыш бабайҙың бүләк тулы тоғон урлай. Әммә ҡыйыу эт Барбос уларҙың эҙенә төшә. Спектакль өҫтөндә эшләгән төркөмдә – режиссер Рөстәм Хәкимов, автор И. Казакова, композитор Р. Сәғитов, рәссам Ю. Ғиләжева, хореограф Р. Мөхәмәтшина һ. б., ролдәрҙә — Р. Сәлмәнов, Г. Әйүпова, В. Камалов, Н. Нурғәлин, В. Ҡылысов, Р. Абдуллин. Спектакль бер сәғәт бара. Премьера – 23 декабрҙә.
Был спектаклдәрҙе ҡышҡы каникулда ла ҡарап була. Милли йәштәр театрына рәхим итегеҙ, ҡәҙерле тамашасылар!


Вернуться назад