Аҡмулла арбаһы һалған юл13.12.2017
Аҡмулла арбаһы һалған юлМәшһүр шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулла гел беҙҙе үҙенең янына туплай. Йыл да декабрҙәге үҙенең тыуған көнөндә генә түгел, һәр ваҡыт аҡыллы шиғри һүҙе менән милләтебеҙҙе берләштереп йәшәй. Торған һайын яңы быуындар Аҡмуллалар йәшәгән дәүерҙәрҙән нығыраҡ алыҫлаша бара, ә был шағирҙың туған халҡы менән яҡынайыуы ваҡыт үткән һайын көсәйә.


Шағирҙың тотош милләтебеҙ менән бәйләнеше тураһында һөйләгәндә мин иң элек, әлбиттә, үҙемдең яҙмышымдағы үҙенсәлекле хәлдәр тураһында уйланам. Минең тиҫтерҙәрем, миңә тиклемге һәм беҙҙең үксәгә баҫып килгән быуындар ниндәй аяныслы юғалтыуҙарға дусар булғанбыҙ! Ғүмер үткән һайын нығыраҡ аңлайбыҙ, тәрәнерәк кисерәбеҙ һәм шулай килеп сыҡҡанына бик үкенәбеҙ. Һуңлап үкенәбеҙ. Беҙҙең мәктәптә уҡыған саҡта­рыбыҙ Аҡмуллаһыҙ, Бабичһыҙ, Юлтыйһыҙ, Һәҙиә Дәүләтшинаһыҙ, хатта бөйөк “Урал батыр”һыҙ үткән бит! Был хазиналар сабый күңелебеҙҙе, үҫмер саҡтарҙа һәр нимә­не йотлоғоп үҙенә туплаған рухи донъябыҙҙы ни тиклем байытыр ине бит. Әҙәбиәттәге ижади яҙмышыбыҙ ҙа башҡа­сараҡ, офоғобоҙ киңерәк, донъяға ҡара­шыбыҙ ышаныс­лыраҡ булыр ине һымаҡ.
Нисәмә тапҡыр төрмәләрҙә ултырып, һуғыштан һуңғы аҙаҡҡы һөргөнөнән иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан яҡташым, беҙҙең ауыл кейәүе Мөхәмәтша Буран­ғолов менән әсәйемә эйәреп барып танышҡанымда һәм артабан һирәк булһа ла аралашып йәшәгә­немдә был тарихи шәхестең “Урал батыр”ҙы яҙып алып өлгөргәнен, шул ваҡиға менән 1910 йылда башҡорт өсөн ниндәй ҡаһарманлыҡ эшләгәнен мин тулыһынса аңлай һәм баһалай алмай инем. Йылдар үткән һайын был ҡаһарманлыҡтың башҡорт өсөн генә түгел, барлыҡ кешелек өсөн башҡарыл­ғанын тулыраҡ төшөнәм. Үҙенең тынғыһыҙлығы, туған телебеҙгә, рухиәтебеҙгә тоғролоғо арҡаһында донъялағы иң боронғо эпостарҙың береһен һаҡлап алып ҡалған бит бөйөк яҡташым Мөхәмәтша Буранғолов.
Мифтахетдин Аҡмулла ижады ла шундай бәхетле яҙмыш кисерҙе. Йәшәгән дәүергә алыҫлаша барһаҡ та, мин уның яңынан тыуыуын, халҡы­быҙ­ға әйләнеп ҡайтыуын, илде шаулатҡан тан­та­на­һын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, шул уртаҡ ҡы­уа­ныстар менән йәшәнем. Аҡмулланың 150 йыл­лы­ғына, ниһайәт, уның шиғырҙары Әхәт Вилдановтың тырышлығы менән ҡалын китап булып баҫылып сыҡты. Скульптор Зөлфәт Басиров тыуған ауылында тикшеренеүҙәр үткәреп, уның рәсемен һәм бюсын эшләне. Аҡмулланың 150 йыллығы алдынан Мейәс зыяратында уның ҡәберенә баш эйеп ҡайттыҡ. Туҡһанбайҙа Аҡмулланың музейы, артабан уның исемендәге премия булдырылды. Мәскәүҙә Колонналар залында 150 йыллығына арналған кисә айырыуса ныҡ иҫтә ҡалған. Был тантана бик ҙур ваҡиғаға әйләнде. Беҙҙең байрамдарыбыҙ ул саҡтарҙа Башҡортостан сиктәренән сығып, хатта Мәскәүҙең үҙенә лә барып етә торғайны. Мәжит Ғафуриҙың 100 йыллығын Өфөлә һәм Ғафури районында төрлө-төрлө республикаларҙан килгән ҡунаҡтар менән гөрләтеп үткәргәндән һуң, Мәскәүҙең шул уҡ Колонналар залында тәүге халыҡ шағирыбыҙҙың юбилейына арналған сара бинаға шығырым тулған халыҡ менән уҙғарылғайны.
Аҡмулланың тантанаһы дауам итә. Башҡорт дәүләт педагогия университетына исеме бирелде. Уның ижадына арналған ғилми конференциялар Ҡаҙағстандан һәм башҡа тарафтарҙан килгән ғалимдар ҡатнашлығында даими үткәрелеп тора. Миәкә районында һәр йыл һайын Аҡмулла көндәре уҙа.
Миңә лә бер мәл шул көндәрҙең программа­һындағы сараларҙа ҡатнашырға, шағирҙың 175 йыллығына арналған ғилми конференцияла сығыш яһарға насип булғайны. Үҙеңде үҙең цитаталау бик үк килешмәһә лә, һеҙҙең иғтибарығыҙҙы шул телмәремдәге ошо һүҙҙәргә йүнәлтмәксемен: “Бөйөк башҡорт шағиры Аҡмулланың ижадындағы төп сифат нимәлә тип һораһалар, мин һис икелә­неүһеҙ бер һүҙ менән “халыҡсанлыҡта” тип әйтер инем. Әле лә шағирҙың халыҡсанлығы тураһындағы фекерҙәремде дауам итмәксемен. Әхнәф Хари­совтың уҙған быуаттың 60-сы йылдарында беҙҙең рухи донъябыҙҙа бик ҙур ваҡиғаға әйләнгән “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” (1965) тигән китабындағы “Мифтахетдин Аҡмулла” тигән бүлектә бик борсолоп әйтелгән ошо һүҙҙәрҙе уҡыйбыҙ: “Әммә Туҡай менән Ғафуриға тиклем булған был иң оло һәм бик күбеһенән юғары торған әҙиптең (Аҡмулланың – Р.Б.) ижады һаман әле махсус рәүештә өйрәнелгәне юҡ, хатта уның тотороҡло биографияһы ла яҙылмаған”.
Аллаға шөкөр, Әхнәф Ибраһим улын борсоған был өлкәлә – Аҡмулланың ижади мираҫы буйынса байтаҡ эш башҡарылды, әҫәрҙәре ентекләп өйрәнелде. Уның шиғырҙары ҡалын китап булып донъя күрҙе, әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителде. Шағир ижадын махсус өйрәнгән Әхәт Вилдановтың хеҙмәттәре Өфөлә лә, Мәскәүҙә лә баҫылып сыҡты. Йыш ҡына булып торған фәнни конференцияларҙа Аҡмулла әҫәрҙәре хаҡында төрлө яҡлап һүҙ бара. Әхнәф Харисовтың ҡул арты еңел булды: ул һәм башҡалар башлап ебәргән ғилми тикшеренеүҙәрҙең туҡталғаны юҡ. Ә мин Аҡмулла ижадының халыҡсанлығы тураһындағы уйланыуҙарымды әле дауам итмәксемен.
Халыҡсанлыҡ – һәр ижадтың нигеҙе, төп асылы, иң юғары сифаты. Был сифат күп шағирҙарға, әҙиптәргә хас, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһына ла түгел. Мин йыш ҡына Аҡмулла иң халыҡсан башҡорт шағиры түгелме икән тип уйлап ҡуям. Уның әҫәрҙәрен уҡыу, тормошон күҙ алдына кил­тереү ошо уйҙарымды көсәйтеп ебәрә.
Аҡмулла йәшәгән һәм ижад иткән ХIX быуаттың икенсе яртыһында төркисә ваҡытлы матбуғат юҡ, китаптар бик һирәк сыға. Ә ниңә уларҙы көтөп торорға? Әйҙә кешеләр янына барырға, халыҡ араһында йәшәргә! Һәм Аҡмулла арбаһына атын егеп, булған китаптарын һәм балта оҫтаһының кәрәк-ярағын тейәп, алыҫ һәм изге юлға сығып китә. Уның был юлы йылдар буйы дауам итә. Аҡмулла арбаһы үткән юлдарҙың бөгөнгө хәле нисектер, ләкин шуны яҡшы беләм: уның әҙәбиәттә һалған юлы ярылып ята, шиғырҙары халыҡ телендә. Уның яҙғандары халыҡ мәҡәле һымаҡ: теле ғәйәт тапҡыр, һәр һүҙ үҙ урынында. Әйткәне ишетеү менән хәтерҙә уйылып ҡала.
Башҡорт шиғриәтендә сәсәнлек мәктәбе һүҙ оҫталығын үҫтереү буйынса бик мөһим булһа ла, Салауаттың ҡобайырынан һуң бәйләнештәр нисектер өҙөлөп ҡалған һымаҡ булды. Был традиция­ны Аҡмулла яңыртып, үҫтереп ебәрҙе. Әҫәрҙәренең ошо сифаты шиғри төҙөлөштә, һүҙҙең мәргәнле­гендә һәм тапҡыр яңғырашында сағылды. Быныһы, әлбиттә, иң мөһиме. Ләкин Аҡмулланың сәсәнлеге тигәндә уның йәшәү һәм ижад итеү үҙенсәлеге хаҡында ла уйланмау мөмкин түгел. Ул замандаштары менән ауылдан ауылға, йәйләүҙән йәйләү­гә күсеп, сәсәндәр һымаҡ аралашып йөрөй. Әҫәр­ҙәре баҫма китап рәүешендә таралмай, кешеләргә шағирҙың үҙенең башҡарыуында, йәғни телдән, барып етә. Аҡмулла сәсәндәр, аҡындар ярышында – әйтештәрҙә лә ҡатнаша. Шағир халыҡ менән туранан-тура, йәғни күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшә, әйтергә теләгән фекеренең тәьҫир көсөн шунда уҡ белә.
Әлбиттә, ижадтың халыҡсанлығын барыһынан да бигерәк әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе, шағир һүҙенең мәғәнәһе, халыҡты уйландыра алыуы билдәләй. Аҡмулланың халыҡсанлығы иң элек уның шиғыр­ҙарының тормошсанлығынан, заманының иң үткер мәсьәләләрен күтәреү һәләтенән тора. Наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш, мәғрифәтселек идеялары ул дәүер­ҙәге иң көнүҙәк мәсьәләләр булған. Аҡмулла үҙенең милләтенә “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән оран менән өндәшеп, уның һүҙе осрашыу­ҙарҙа халыҡты тетрәндерә. Бе­лемгә саҡырыу менән бергә шағир әхлаҡ ҡағи­ҙәләре – тоғролоҡ, ғәҙеллек, инсафлыҡ, ихласлыҡ талаптары тура­һын­да ла бик хаҡлы һүҙҙәр еткерә. Кешеләрҙең хәтеренә ғүмергә ҡалырлыҡ мәргәнлек, һүҙ оҫта­лығы менән әйтә. “Нәфсе, һауа әмеренә – иң алда­быҙ, тырышмаҫ шайтан улай, яллағанда, бар ғилем­дең төп шарты – дөрөҫлөктөр, бауырһаҡ татлы булыр, баллағанда”, “Пәйғәмбәр хәҙисенән ҡалған һүҙ бар: ошаҡсы – йәһәннәмдең кәнтәйе, тип”, “Йыһанда тоғролоҡ һәм дә хаҡлыҡ һаман шулай иҙелерме, тапалырмы?” – шағир үҙенең һүҙен көтөп торғандарға ошондай борсолоуҙарын еткерә. Ватандаштарын белем менән, ғәҙел әхлаҡ менән йәшәргә саҡыра. Шулай белемгә әйҙәгән, мәғрифәтсе шағир булып тарихҡа инде.
Аҡмулланың йөрәктән сыҡҡан һүҙе йөрәктәргә барып етә, ауылдан ауылға йөрөп, шиғри һүҙе ме­нән аң-белемгә өндәүе эҙһеҙ ҡалмай. Зирәк аҡыл­лы шағир башҡаларға ла аҡыл өҫтәргә тырыша.
Яҡшыны һүккән менән, аты китмәҫ,
Яман һүҙҙең күңелдән даты китмәҫ.
Саф алтынды нәжескә буяу менән,
Нәжес китәр, алтындың заты китмәҫ.
Ҡыйыш уҡ, атҡан менән, туры китмәҫ,
Күңелдән яман һүҙҙең ҡуры китмәҫ.
Ҡоторған эт һауа ҡарап өргән менән,
Асманда торған айҙың нуры китмәҫ.
Ошо бер миҫалда ла Аҡмулланың шиғри һәләте, һүҙ оҫталығы, фекер тәрәнлеге асыҡ күренә. Бындай һүҙҙәр тәьҫирһеҙ ҡалмай. Уларҙы бит шағир бер тапҡыр ғына әйтмәй, әҫәрҙән әҫәргә ҡабатлай. Ижадының халыҡсанлығы Аҡмулла ижадын бөгөнгө көн өсөн дә бик кәрәкле итә. Шағирҙың түбәндәге һүҙҙәренә замандаштарыбыҙ битараф ҡалыр­лыҡ­мы ни:
Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,
Камилдар ҡатарына кергән яҡшы.
Русса уҡып ҡына түгел белмәк,
Хәл килһә, французса белгән яҡшы.
Хәҙерге йәштәребеҙ Аҡмулланың был һүҙҙәрен ятлап алһын, йышыраҡ ҡабатлаһын ине. Шағир үҙе лә туҡтауһыҙ белемгә ынтылған. “Китап ҡарау – ғәҙәтебеҙ буш ваҡытта” тигән һүҙҙәре шағирҙың йәшәү рәүешен күҙ алдына баҫтыра.
Шулай ҙа мәғрифәтсе шағирҙың аң-белемгә өндәүе, наҙанлыҡты ҡыуыу өсөн көрәше уның ижа­дының халыҡсанлығын, милләт яҙмышы өсөн бик кәрәкле булыуын сағыу итеп билдәләгән хәлдә лә, был мәсьәләләр – билдәле дәрәжәлә барыбер ваҡытлы талаптар. Тормош менән бергә ижтимағи талаптар ҙа үҙгәреп тора. Наҙанлыҡты бөтөрөүгә ҡарағанда бөгөн рухиәтебеҙҙе, телебеҙҙе, милли булмышыбыҙҙы һаҡлау күпкә мөһимерәк. Ә бына кешелек сифаттары хаҡында шағир уйланыуҙарына һәр заман кешеһе иғтибар итәсәк һәм бына ошондай һүҙҙәрҙе уның менән бергә ҡабатлаясаҡ:
Аттың ниһен маҡтайһың –
Бәйгеләрҙә сапмаған;
Дөйәнең ниһен маҡтайһың –
Алыҫ ергә бармаған;
Әҙәмдең ниһен маҡтайһың –
Яҡшылары ҡалмаған;
Донъяның ниһен маҡтайһың –
Ырыҫ-бәхет ҡунмаған;
Хакимдың ниһен маҡтайһың –
Яуыз йырын йырлаған;
Егеттең ниһен маҡтайһың –
Илде дошман сарлаған;
Ҡатындың ниһен маҡтайһың –
Ҡағып түшәк һалмаған;
Баланың ниһен маҡтайһың –
Атаның телен алмаған;
Ҡыҙҙың ниһен маҡтайһың –
Ғәйбәт һүҙҙән ҡалмаған;
Мулланың ниһен маҡтайһың –
Үле менән теренең
Барын берҙәй ялмаған.
Шағирҙың XIX быуатта әйтелгән был һүҙҙәренә хәҙерге кешеләр ҙә битараф түгел, уларҙы киләсәктә лә уй-фекергә бирелеп уҡыясаҡтар. Бындай юлдар – шиғри ижадтағы халыҡсанлыҡтың иң юғары кәүҙәләнеше.
Донъя әҙәбиәтендә бер шағирҙың ике халыҡтыҡы булған осраҡтар бар. Ә бына Мифтахетдин Аҡмулланың шиғриәтен бер юлы өс халыҡ – баш­ҡорттар, ҡаҙаҡтар, татарҙар үҙҙәренең рухи бай­лығы итеп һанай. Уның байтаҡ шиғырҙары ҡаҙаҡса ижад ителгән. Сәкен Сәйфуллиндың баш һүҙе менән 1935 йылда Алматыла баҫылып сыҡҡан “Өлең Жыйнағы” тигән китабы аша Аҡмулланың байтаҡ шиғырҙары беҙгә килеп еткән. Бының өсөн башҡорттар ҡаҙаҡ туғандарыбыҙға һәр саҡ рәхмәт әйтә. Тәүге китаптары Ҡазанда татар телендә сыҡ­ҡан. Беренсе йыйынтығының аҡыл һәм ғилем эйәһе Шиһабетдин Мәржәнигә арналыуы Аҡмул­ланың ниндәй хазиналарҙан рухланыуын күрһәтә. 1907 йылда “Шағирҙарыбыҙ” тигән мәҡәләһендә Ғабдулла Туҡай Аҡмулла хаҡында “Беҙҙең татар рухына, татар халҡына бер ҙә тәьҫире юҡтыр”, “Шиғырҙарынан тик ҡаҙаҡ еҫе, күсмә халыҡ еҫе сығып тора” тигән сағында был шағирҙың ижадын һәм яҙмышын тулыраҡ белһә, моғайын, башҡасараҡ әйтер ине.
Аҡмулланың милләте тураһында бәхәс оҙаҡ ҡына барҙы. Хәҙер уның башҡортлоғо шик тыуҙыр­май. Был хаҡта мин 2006 йылғы конференциялағы сығышымда әйткәйнем инде. Тағы ла ҡабатлап әйтәм. Башҡорт ерендә тыуған Аҡмулланы башҡорт тупрағы – Урал тауҙары итәгендәге Мейәс зыяраты үҙенең ҡуйынына алды. Хәҙер инде уның башҡорт икәнлеген документтар ғына түгел, тормош үҙе тулы­һынса раҫланы. Ҡайһы илдең Мөхәмәтйән Ҡа­ҙаҡ­баев ағай һымаҡ арҙаҡлы сәсәндәре Аҡмул­ланың нәсихәттәрен бөгөн дә мөнәжәт итеп көйләй, доға урынына ҡабатлай? Ҡайһы халыҡтың күңе­лендә Аҡмулла тураһындағы легендалар әле лә йәшәй, ҡайҙа уның атаһына яҙған хаты, башҡа шиғырҙары табыла тора? Ҡайһы илдең балалары, Аҡмулланың шиғырҙарын яттан һөйләп, бер-береһе менән ярыша, үҙҙәре уға арнап шиғырҙар яҙа? Тағы ла ҡайһы республикала йыл һайын ил тантанаһы итеп уның исемендәге байрамы үткә­релә, инде нисәнсе йыл яңынан-яңы лауреаттарға Аҡмулла премияһы тапшырыла? Тағы ла ҡайҙа бар уның бер шәжәрә тамырҙарына тоташҡан нәҫелдәштәре, ауылдаштары? Йәнә ҡайһы ерҙә Аҡмулла шишмәһе урғылып аға, ҡайҙа Аҡмулла музейы бар? Былар барыһы ла башҡорт еренең, башҡорт халҡының, Башҡортостан дәүләтенең ҡот-бәхете, шатлыҡ-ғорурлығы булып йәшәне, йәшәй һәм йәшәйәсәк.
2006 йылғы конференциялағы сығышымды яңы ғына яҙылған шиғырымды уҡып тамамлағайным. Бөгөн шуны хәтергә төшөрәйем:
Онотолһа йола, башлана бола,
Боҙолһа йола, бәләләр тула.
Өҙөлһә йола, хәтер юйыла,
Бәғер таш була, башһыҙ баш була.
Хаҡ йола тыуа һайланып ҡына,
Яҡшыға яҡшы ялғанып ҡына.
Насар йолалар юха йыландай,
Эй һаҡла, донъя, яман йолаңдан.
Йолаһыҙ өйҙөң йылыһы китә,
Ыҙғыш, тарҡалыш нигеҙен һүтә.
Йолаһын онотҡан – ҡотон йот йотҡан,
Маңҡорт, оңҡоттар ябырылыр йортҡа.
Ҡаҡшаһа йола, ил-дәүләт йығыла,
Эй яңыр, йола, изге аҡ йола.
Таңдан донъям аҡ, йәнемә моң тула,
Төшөмә инде бөгөн Аҡмулла.
Аҡмулла һымаҡ аҡ юлдар күрһәткән изге йәндәр төштәребеҙгә лә йышыраҡ инһен, тормошобоҙҙа ла ныҡлы рухи таянысыбыҙ булһын. Ошондай шәхестәребеҙҙең ҡаһарман эшмәкәрлеге рухи булмышыбыҙҙы һаҡлай, уларҙы хөрмәтләп иҫкә алыу матур йолаға әйләнә.


Вернуться назад