Беҙҙең Ялсыҡай ауылына күрше генә ятҡан Таймаҫта тыуып үҫкән яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Ғимран улы Солтангәрәевкә ошо йылдың 15 декабрендә 82 йәш тулған булыр ине… Ине тип әйтеү ифрат та ауыр… Бик ваҡытһыҙ, ваҡытһыҙ китте шул яҡташ ағайыбыҙ. Ижад ҡомары ҡайнап, ташып торған мәле ине лә бит. Уның тынғыһыҙ ижадсы, эскерһеҙ, ярҙамсыл булыуын, ихлас күңелле, мәрәкәсел кеше икәнен күптәр белә ине. Яҙыусылар тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе анекдот итеп яҙып, шул уҡ ҡәләмдәштәре алдында һөйләүе үҙе бер күңелле ваҡиғаға әйләнер булды, берәү ҙә үпкәләмәй, сөнки Рәшит ағай кешеләрҙәге ҡайһы бер һыҙаттарҙы юмор менән, үҙ-үҙеңә ситтән ҡарап көлә белеү һәләтен күрһәтә ине…Яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтең маһир хикәйәсе, оҫта прозаик, талантлы романсы булыуы тураһында һәр сыҡҡан әҫәре, китаптары буйынса матбуғат биттәрендә тәнҡитселәр, ижадташтары тарафынан оло баһа бирелә килде. Халыҡ әҙиптең әҫәрҙәрен уҡып уйланды, тыуған яҡты күҙ ҡараһылай күреп яратырға өйрәнде, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл булырға ынтылды. Яҙыусының китаптары исеменә күҙ һалайыҡ: “Тыуған йорт”, “Аҡ тирәктәр”, “Сәскәләр бүләк итегеҙ”, “Йылы ямғыр”, “Нефтселәр юлынан”, “Умырзая”, “Беҙ йәшәгән ер”, “Кешеләр”. Әҙиптең күп әҫәрҙәре тыуған ауылы, уның иҫ китмәле тәбиғәте, үҙенсәлекле характерлы кешеләре менән айырылғыһыҙ бәйләнгән.
Әлбиттә, яҙыусының бай ижады тураһында ентекләп һөйләргә булыр ине, әммә был ҡыҫҡа ғына иҫтәлек биттәрендә маҡсат ул түгел. Рәшит ағай Солтангәрәев, беҙгә яҡташ яҙыусынан бигерәк, бер туған ағайыбыҙ һымаҡ булды. Ул арабыҙҙан киткәс кенә, ни дәрәжәлә беҙҙе, йәштәрҙе, әле уҡып йөрөгән саҡта уҡ, студент йылдарында уҡ белеп, ҡайғыртып, хәстәрләп йөрөгәнен аңланыҡ. Әҙ-мәҙ яҙышып, шуны кеше хөкөмөнә сығарып, күренергә баҙнат иткән йәштәрҙе ҡурсалап, өйрәтеп, тәүге ижад емештәребеҙҙе (шулай әйтергә яраһа) “Йәш көстәр” альманахында мөхәррирләп, китап итеп сығарышты. Күпме ваҡыт, көс, энергия сарыф ителгәндер әҙипкә шул сейле-бешле “емештәр”ҙе тәртипкә килтерергә, быны ул үҙе генә белгәндер...
БДУ-ны тамамлағас, миңә “Совет Башҡортостаны” гәзитендә тәүҙә корректор, аҙағыраҡ хаттар бүлегендә кесе әҙәби хеҙмәткәр булып эшләп алырға насип булды. Унан һуң миңә ғаиләм менән Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ә иремә шул яҡҡа үҙ хәбәрсе булып эшкә китергә яҙҙы. Өфөлә беҙгә, яңы ғына уҡып бөткән йәштәргә, ҡайҙа инде фатир тураһында хыялланыу! Шулай итеп, әҙәби мөхиттән ситтәрәк йәшәлде, иң тәүҙә Ҡыйғыла, унан һуң Күмертауҙа йәшәгәндә лә һирәк-һаяҡ матбуғатта мәҡәләләрем, һүрәтләмәләрем, шиғырҙарым “Башҡортостан ҡыҙы”нда сыҡҡылап торҙо. Шул осорҙа ла Рәшит ағай беҙҙе (Зөһрәне, мине) күҙ уңынан ысҡындырмағандыр, күрәһең.
Өфөгә күсеп килгәс, йышыраҡ яҙыша башланым, гәзит-журналдарҙа шиғырҙарым сыҡҡылап торҙо. Бер ваҡыт шулай матбуғат йортонда баҫҡыс буйлап менеп барһам, ҡаршыға Рәшит ағай килә:
– Ни хәл, һылыу? Шиғырҙар яҙыламы? – тип һорай ағай.
Мин:
– Бигүк яҙылмай бит әле, – тинем.
– Яҙылмағас, ниңә әҙәм башын ҡатырып йөрөйһөң? – тине.
Мин бер аҙ ҡаушап ҡалдым, ни әйтергә лә белмәнем. Ә бит Рәшит ағай дөрөҫ әйтте, ҡаты әйтһә лә, тураһын еткерҙе. Ҡулыңа ҡәләм алғанһың икән, был эшкә етди ҡарарға икәнен бик яҡшы аңлатты ул.
Рәшит ағай кешеләр менән аралашырға яратты, тыуған яҡ менән бәйләнешен бер ваҡытта ла өҙмәне. Тыуған ауылы Таймаҫта ағайҙың бер туған апаһы Миңъямал Ғимран ҡыҙы йәшәй ине (хәҙер мәрхүмә инде), ул беҙҙе тарих фәненән уҡытты. Ағай шунда ҡайтып йөрөгәндер, күңеленә тыныслыҡ, илһам сығанағы алғандыр. Ғүмер буйы гәзиттәрҙә, һуңынан “Ағиҙел” журналында хеҙмәт итте, ә ижади әҫәрҙәр ял һәм йоҡо иҫәбенә яҙыла бит инде. Мин Өфөгә күскәс тә мәктәпкә эшкә барҙым. Элегерәк башҡорт теле ҡайһы бер мәктәптәрҙә генә уҡытыла ине, шуға күрә миңә тәрбиәсе эшенә егелергә тура килде. Ҡайһы саҡта Рәшит ағай миңә шылтыратып ала.
– Ни хәл, һылыу? Минең фәлән хикәйәм сыҡты “Башҡортостан ҡыҙы”нда, уҡыныңмы, оҡшанымы? – тип ҡыҙыҡһына.
– Уҡыным, ағай, уҡыным, – тим.
– Ауылға ҡайтҡаның бармы?
– Юҡ шул, ағай, ғаиләнән бер ҙә бушай алмайым, – тигәс,
– Ҡайтырға кәрәк тыуған яҡҡа, кешеләр менән аралашып, күңелеңә ем алып, илһамланып килергә кәрәк, – тине.
Һикһәненсе йылдарҙың урталары булдымы икән, союзда Ғәлимдең проза китабы тикшерелде. Шунан һуң бер төркөм яҙыусы беҙҙең өйгә сәй эсергә килде, улар араһында Рәшит ағай ҙа бар ине. Ул ваҡытта ҙур яҙыусыларҙың фекерен ишетеү, һөйләшеп ултырыу үҙе оло мәртәбә булған бит беҙҙең кеүек йәштәргә. Ижад тәжрибәһе лә, тормош тәжрибәһе лә биниһая бит күренекле яҙыусыларҙа. Ял итеп алған арала Рәшит ағай әнейемдең бүлмәһенә инде. Күрешеп, бер аҙ гәпләшеп алдылар. Мин инде аш бүлмәһенә инеп-сығып йөрөгәс, бөтә һүҙҙәрен дә ишетмәнем, ҡайһыларын яҙа-йоҙа аңғарып ҡалдым.
– Миңһылыу апай, һеҙ минең китаптарҙы уҡыйһығыҙмы? – тине Рәшит ағай.
– Береһен дә ҡалдырмай уҡып барам, Рәшит, минең шөғөл – уҡыу бит инде, – тигән булды әнейем. – Һуңғы китабыңдағы фәлән образың хәс тә Таймаҫтың фәлән кешеһе бит, тас шул, бигерәк дөрөҫ итеп яҙғанһың, – тигәс, Рәшит ағайҙың ауыҙы йырылып китте.
Әнейемде электән белгәс, уларҙың һүҙҙәре беректе. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә яҙыусы кешеләр менән аралашыуҙан, әңгәмәләшеүҙән ихлас ҡыуаныс алғанын күрҙем. Әллә кем булыу, эреләнеп ҡыланыуҙың әҫәре лә юҡ ине Рәшит ағайҙың холҡонда. Кешеләрҙе, тормошто яратыу һөҙөмтәһе булып тыуғандыр ҙа инде “Кешеләр” тигән әҫәре. Рәшит ағай Зөһрә менән миңә бер туған ағай һымаҡ булды тип әйтеүем дә юҡҡа түгел. Үҙе беҙгә гел өндәшеп тормаһа ла, беҙҙең барлы-юҡлы ижадты күҙәтеп йәшәгән икән. 1996 йылда Зөһрә менән икебеҙҙең “Миләш тәлгәштәре” тигән шиғри йыйынтығыбыҙ донъя күрҙе; китап сыҡмаҫ борон уҡ уҡып, уға баш һүҙ яҙҙы. “Ғаилә рухы” тип аталды ул, һуңыраҡ үҙенең “Ер һәм йыр” тигән публицистик китабына ла индергәйне.
2000 йылдың апрель айында, датаһы хәтерҙә ҡалмаған, “Ағиҙел” журналына үҙебеҙҙең мәктәпкә кисәгә яҙыусылар саҡырырға барҙым. Рәшит ағайҙы, Хәсән Назарҙы, Сафуан Әлибай менән Рәмил Йәнбәкте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәшит ағайҙы осрата алманым, шул уҡ көндә художество гимназия-интернатында сығыш яһап йөрөгән, беҙҙең мәктәпкә килә алманы, үкенескә ҡалды. Үкенескә ҡала икән шул. Күңел етемһерәп ҡалды. Алтын бағана кеүек ағайыбыҙ беҙҙе ташлап, баҡый донъяға күсте, ул донъяһы уның яҡты булһын, рухы һыҙламаһын, ерҙәге ғәҙелһеҙ тормош тураһында уйланып ятмаһын, тыныс йоҡлаһын...
Яҙышҡан кешенең редакциялар буйлап йөрөүе бөтәме?! Тағы ла “Ағиҙел” журналына юл тоттом, был юлы яңы шиғырҙарымды алып барғайным. Редакция ул ваҡытта Аксаков урамындағы бер йортта ултыра ине. Барып кергәс тә секретарь ҡыҙ Рәйсәгә индем. Рәшит ағай эшләгән бүлмәгә инергә ҡыйынһынып торҙом. Нисектер шул бүлмәнән ауыҙы йырылып Рәшит ағай үҙе килеп сығыр ҙа һүҙ башлар һымаҡ ине… Тик сыҡманы шул Рәшит ағай, сыҡманы… Унда эшләгән ҡыҙҙар Тамара Ғәниева, Нажиә Игеҙйәнова ағайҙың өҫтәленә гөлдәр ултыртып ҡуйғайны, сәскәләр биҙәп ултыра ине уның өҫтәлен… Үтә лә моңһоу булып китте күңелгә… Кешеләр тип янып йәшәгәйне лә бит ағайыбыҙ, иртәрәк китте шул яҡты донъянан, иртәрәк китте…