Элвин Грей уңышының сере нимәлә?12.12.2017
Элвин Грей уңышының сере нимәлә?Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин Радик Юлъяҡшиндың, йәки, үҙе әйтмешләй, Элвин Грейҙың көйәрмәне түгел: уның тураһындағы көндәлек яңылыҡтар менән танышып бармайым, Интернет селтәрендә тулып ятҡан клиптарын ҡарап, йырҙарын тыңлай-тыңлай йоҡлап китмәйем. Ҡыҫҡаһы, фанаттар рәтенә бер нисек тә индерерлек түгел. Һис шикһеҙ, күңелгә ятҡан, йөрәктең ниндәйҙер нескә ҡылдарын тирбәткән моңдары бар, ишетеп-күреп ҡалһам, ҡолаҡ һалам, унан да бигерәк, ҡаты уйға ҡалам: ошо уҡ юҫыҡта тир түккән сәхнә әһелдәренән Радикты бер нисә башҡа юғарыраҡ иткән, төрлө милләт вәкилдәренән торған йөҙҙәрсә мең көйәрмәндәр армияһын берләштергән “Элвин Грей” күренешенең сере нимәлә?


Шулай итеп, тап ошондай уйҙар мине 7 де­кабрҙә “Өфө-Арена” спорт һарайында үткән оло тамашаға алып килде. Башҡаларҙы белмәйем, мәгәр мин уңған, талантлы, егәрле мил­ләттәштәребеҙҙең береһе, Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы, 8 меңдән ашыу (!) тамашасыны һыйҙырған һарайҙа ҙур, заманса шоу үткәрергә йөрәге, дәрт-дарманы, көсө еткән Радик Юлъяҡшиндың тамашаһынан ситтә ҡала алманым. Әйтергә кәрәк, Аренаға йәше лә, ҡарты ла йыйылғайны, балалар ҙа бихисап күренде. Нисек кенә булмаһын (ә етешһеҙлектәр бар ине, улар хаҡында һуңғараҡ), өс сәғәтлек шоуҙы ташлап ҡайтыусылар табылмағандыр тип уйлайым, сөнки сәхнәнән әлеге заманда һауалай етешмәгән тәбиғилек, ихласлыҡ бөрккән, терегөмөштәй теремек, барыһы өсөн дә аңлайышлы һәм үҙ кеше булған Радикка битараф ҡалыу мөмкин түгел. Кем нимә көҫәп килгәндер, һөҙөмтәлә ниндәй һығымта яһағандыр, мәгәр Элвин Грей төрлө йәштәге, төрлө социаль ҡатламдарға ҡараған, төрлө ҡиммәттәргә инанған, милли-мәҙәни һыҙаттары менән генә түгел, тормошҡа ҡарашы менән дә ҡырҡа айырылған халыҡ массаһын бер урынға йыйыу менән бер рәттән, һис шикһеҙ, уларҙы билдәле ниәт менән уҡмашҡан ныҡлы рухи төйөнгә бәйләне, бер бөтөн итеп берләштерә алды.
“Башҡорт теле – минең туған телем”, “мин тыуған еремдә, Башҡортостанда, тик туған телемдә һөйләшәм һәм йырлайым” кеүегерәк төшөнсәләрҙең ҡабат-ҡабат ишетелеүе, халыҡ араһында киң таралған хиттарҙың башлыса башҡортса яңғырауы йөрәккә май булып яғылды, был хатта күңелгә дәрт-дарман, ут өҫтәгән, рухи күтәренкелек биргән ғәмәл ине тиһәм дә, хата түгел, сөнки тамаша, сағыу мәҙәни күренеш булыуы менән бер рәттән, һис шикһеҙ, милли тойғоларҙа спекуляция менән шөғөлләнергә яратыусыларға ла лайыҡлы яуап ине. Аныҡлап китәм. Әгәр йырсы ниндәйҙер ҡалыптар сигенән сығып, туған теленән тыш башҡа телдәрҙә лә уңышлы йырлай, сығыш яһай, клиптар төшөрә, башҡа тарафтарҙы һәм аудиторияларҙы ла яулай ала икән, “афарин”дан башҡа нимә тип әйтергә мөмкин! Тимәк, бындай шәхес ошолай тип иҫәпләмәгәндәрҙән күпкә киңерәк һәм юғарыраҡ фекерләй, күберәк тир түгә һәм ҙурыраҡ уңышҡа ла өлгәшә – шул ғына. Радик Юлъяҡшин – быға асыҡ миҫал. Минең ише ябай тамашасы өсөн был – милләтебеҙҙе данлаған һәм ғорурлыҡ тойғоһо бүләк иткән күренеш кенә. Хәйер, нисек кенә булмаһын, күптәрҙең кумиры, үҙенсәлекле башҡарыусы, шоумен Радик Юлъяҡшин баш ҡаланың иң ҙур майҙанында – меңәрләгән тамашасыны һыйҙырған “Өфө-Арена”ла беренсе тапҡыр юғары кимәлдәге шоу-тамаша үткәргән милләттәшебеҙ булараҡ тарихҡа инеп ҡалды.
“Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була” тигәндәй, етешһеҙлектәр ҙә, әлбиттә, бар ине. Йыйылған тамашасыларҙың зауығына бик үк тап килмәгән әҫәрҙәр башҡарған ҡайһы бер ҡунаҡтарҙың сәхнәлә ифрат оҙаҡлап китеүе, техник йәһәттән, ҡайһы бер йырҙарҙы башҡарғанда, тауыштың насар ишетелеүе һәм башҡа ваҡ-төйәктәр тамашаның идеяһын, әлбиттә, инҡар итә алманы – Радик Юлъяҡшин ҡасандыр “Өфө-Арена”ны тултырам” тип уйынлы-ысынлы биргән вәғәҙәһен үтәне, халыҡты тамашаға йыйыу ғына түгел, уларҙы бөтөн организмға берләштереп, рухи-мәҙәни маҡсатына өлгәште.
Феномендың сере үтә ябай, күрәһең. Беренсенән, егеттең эшһөйәрлегенә хайран ҡалырлыҡ. Икенсенән, уның сәхнәләге образы ҙур профессиональ команданың да эш һөҙөмтәһе икәнлеген аңлатып тороу кәрәкмәй. Эйе, һәр йәһәттән профессионалдар менән хеҙмәттәшлек итеү ҙур матди сығымдар, аныҡ ҡағиҙәләргә буйһоноуҙы (шоу-бизнестың – үҙ ҡанундары) талап итә, уның ҡарауы, беҙ заман талаптарына тап килгән, кешеләрҙе ылыҡтыра, ҡыуандыра, дәртләндерә алған шоу-тамаша күрәбеҙ, һәм был күптәргә һабаҡ һәм өлгө булырлыҡ. Өсөнсөнән, ҡабатлап әйтәм, Юлъяҡшин тәбиғилеге, ихласлығы, хатта ябайлығы менән арбай – бына бит мин алдығыҙҙа торам; һеҙҙең кеүек бер Аллаһ ҡоло; шул уҡ ҡалала тыуып үҫкәнмен, шул уҡ урамдарҙан йөрөгәнмен, һеҙ күргән-кисергәнде мин дә үҙ елкәмдә татығанмын... Бар, аңлап ҡара ҡайҙа ысынбарлыҡ та ҡайҙа пиар-аҙым...
Нисек кенә булмаһын, ниндәйҙер һығымта яһар өсөн шоуҙы үҙ күҙең менән күрергә, үҙ ҡолағың менән ишетергә, үҙ күңелең менән тойорға кәрәк. Уңыштар һәм һаулыҡ уңған милләттәшебеҙгә. Булдыра ала, күреүебеҙсә.


Вернуться назад