Мәҙәниәт усағына – ғаилә менән08.12.2017
Мәҙәниәт усағына – ғаилә менәнБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Мәҙәниәт тармағының мәғариф системаһын һаҡлау һәм үҫтереү – бөтә кимәл дәүләт органдарының өҫтөнлөклө бурысы” тип аталған республика кәңәшмәһе үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.

– Мәғариф эшмәкәрлектә һәммәбеҙ өсөн дә мөһим һәм төп урынды биләй, мәғарифҡа бөтәһе лә инә, ул – базис һәм нигеҙ, бөтә тормошобоҙ унан башлана, – тине Рөстәм Зәки улы. – Мәҙәниәт тар­мағын нығытыуға ҙур иғтибар бүленә. Ул – Башҡортостан Хөкүмәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Һуңғы өс йылда мәҙәниәт үҫешенә республика бюджетынан 20 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәл­телгән.
Ысынлап та, төбәк етәкселегенең ошо тармаҡҡа йөҙ менән боролоуын билдә­лә­мәү мөмкин түгел. Башҡортостан вәкил­дәренең донъя кимәлендә танылыу артынан танылыу яулауы – шуның асыҡ миҫалы.
Рөстәм Хәмитов бюджет өлкәһе, шул иҫәптән мәҙәниәт учреждениеһы хеҙмәт­кәр­ҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуын иҫкә төшөрөп үтте. Республика Башлығы билдәләүенсә, әлеге ресурстар Рәсәй Президентының “май указдары”н тулыһынса тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк һәм балалар сәнғәт мәктәбе, урта һөнәри мәғариф педагогтары, дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы улар ынтылған күрһәткестәргә етһен өсөн тырышасаҡтар.
Башҡортостан мәҙәниәт өлкәһендә ярайһы юғары күрһәткестәргә эйә. Мәҫәлән, театр яратҡан төбәк бу­ла­раҡ, илдә тәүге унау исемлегендәбеҙ, филармония коллективтарының эшен ойоштороу буйынса Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы тип танылдыҡ. Шулай уҡ музей, китапхана, клубтарҙы йәнләндереү йәһәтенән дә ҡалышмайбыҙ. Әммә өлгәшелгәндәр менән ҡәнәғәтләнеп туҡталып ҡалмаҫҡа, уңышлы проект­тарҙы дауам итеү, ҡыҫҡаһы, артабан да алға ба­рыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.
Ул, кадрҙар мәсьәләһенә баҫым яһап, бына нимә тине:
– Ошо тармаҡ өсөн мөһим мәсьәлә, әлбиттә, бел­гес­тәр әҙерләү. Бөгөн республикабыҙҙа йәш талант­тарҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү йүнәлеше буйынса эш алып барыла. Квалификациялы һәм заманса фекер йө­рөткән белгестәргә шарттар тыуҙырыуға иғтибар бүлергә кәрәк.
Мәҙәниәт усаҡтарына ғаилә менән килһендәр, уларҙа йәштәр күберәк булһын тигән теләк көслө. Хәйер, йыраҡ китәһе түгел, Рөстәм Зәки улы М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында ғәмәлгә ашырылған “Маленький эстет” һәм “Рисуем музыку” проекттарын, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында буласаҡ әсәләргә һәм бәләкәй балалары булған ғаиләләргә тәғәйенләнгән музыкаль программаның эшенә юғары баһа бирҙе.
Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, сәнғәткә тәүге аҙымдар яһаған талантлы балаларҙы, йәш таланттарҙы күтәреү – мөһим эш йүнәлештәренең береһе. Баш­ҡорт­остан таланттар, сағыу үҙешмәкәр артистар һәм коллективтар әҙерләү юҫығында бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәне. Быны илебеҙ генә түгел, ә донъя кимәлендә лә таныйҙар.
Аҙаҡтан республика Башлығы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.



Вернуться назад