Башҡорт шиғриәтенең моңо08.12.2017
Башҡорт шиғриәтенең моңоБашҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев һәм Рәсәйҙең М. Горький исемендәге премиялары лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Назар Нәжмиҙең ижади мираҫы бай, күп төрлө һәм үҙенсәлекле. Шағир 1950 йылда “Тамсылар” тигән бәләкәй генә шиғри йыйынтығынан башлап, үҙе иҫән саҡта донъя күргән “Аҡ шишмә”нән һуңғы ваҡыт арауығында өс тиҫтәнән артыҡ китабын донъяға сығарҙы. Автор һүҙ сәнғәтенең күп төрҙәрендә эшләп, шиғриәт һәм драматургияла милли әҙәбиәттең юғары баҫҡысына күтәрелде.
Н. Нәжми ижады хаҡында К. Әхмәт­йә­нов­­тың “Н. Нәжми — һүҙ оҫтаһы”, Ә. Хә­би­ровтың “Билдәлелек һәм өлгөргәнлеккә юл” монографиялары, шулай уҡ Ғ. Хөсә­йе­нов, М. Кәрим, М. Максимов, В. Баранов, И. Певшиндың бай йөкмәткеле әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре бар. Шағирҙың 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнгәндә уның ижади мираҫын яңы күҙлектән баһа­лау зарур. Шуға ла был яҙмала Н. Нәжми­ҙең бер нисә поэмаһына туҡталып, ижады­ның бер яғын булһа ла күҙаллау ине маҡ­сат. Уның “Ҡапҡалар”, “Шағир һәм шах”, “Күл­дәк”, “Иблес”, “Ағым”, “Бер туғандар”, “Ғүмерлек йыр”, “Урал” поэмалары киң билдәле.
Назар Нәжмиҙең “Иблес” лиро-эпик поэмаһы ижадының аҫыл өлгөһөн тәшкил итә. Әҫәрҙе автор өс йыл ижад итә. Киң эпик ҡоласлы поэма композицион яҡтан уйланылған, үҙенсәлекле динамик ваҡиға­ларҙы үҙ эсенә ала. Барлыҡ сюжет һыҙыҡ­тары ла бер төйөнгә төйнәлә.
Башҡорт һүҙ сәнғәтендә был образ яңы түгел, Назар Нәжмигә тиклем дә байтаҡ шағирҙар мөрәжәғәт иткәйне. Ләкин Шәйех­зада Бабичтың “Ғазазил” поэмаһы менән уртаҡлыҡтары байтаҡ. XX быуат башында ижад ителгән поэманың нигеҙендә мифик сюжеттар өҫтөнлөк итә. Шағир романтик стилдә ваҡиғаларҙы бәйнә-бәйнә генә һөйләп сыҡмай, лирик геройҙың тәрән ки­се­рештәрен хис-тойғо аша тулайым һүрәт­ләй. Назар Нәжми поэмаһының инешендә эпик киңлек күҙ алдына баҫһа, “Ғазазил”да ғаләм, күк йыһандары кәүҙәләндерелә. Ике автор ҙа уҡыусының аңын тәрәнерәк һәм киңерәк даирәгә әйҙәй.
Ожмахта йәшәгән Ғазазил тәңре алдын­да баш эймәгәс, ергә шайтандарға баш итеп ебәрелә. Ш. Бабич поэмаһы шулай башлана. Ә Назар Нәжми бөтөнләй ҡапма-ҡаршы тарафтан башлай. Хажға барыу­сылар ҡорбан сала торған Минә тауында Әхмәт менән Иблис бәхәсе уҡыусының уйын ялмап ала. Ике поэмала ла ваҡыт арауығы сикләнмәгән, хронотоп ярайһы киңлеккә йәйелдерелеп, эпик фекерләүгә еткерелә.
Иртәгәләр бөгөн тыуа икән,
Шул иртәгәм бармы бөгөндә? –
тип лирик герой инештә үк был һорауҙы ҡабатлай. Ваҡыт менән бәхәс күп ижадсыларҙың әҫәрҙәрендә осрай. Ә Назар Нәжми шиғриәтендә ул үлсәм берәмеге түгел, сиктәрен күпкә киңәйтә. Эске азатлыҡ, тойғолар юғарылығы ваҡыттан ашып китә.
Мин дә шулай ғүмер буйына,
Яна-яна, төҙөп ҡуйҙым кеүек
Шиғырҙарҙан торған бер бина.
Ул бинамды һаман төҙөйөм мин
Иртәгә һәм бөгөн өсөн дә, –
тип ҡараштарын нығытып ҡуя әҫәрҙең инешендә.
Тәү ҡарашҡа поэманың лирик геройы ваҡиғаларҙы күҙәткән һымаҡ ҡына. Сюжет һыҙыҡтары ла төрлө географик яҫылыҡта морон төртә: Сәғүд Ғәрәбстанында һәм Баш­ҡортостандың Зөйә буйҙары. Уларҙы бәйләгән образ – Әхмәт. Ваҡиғалар ике ваҡыт арауығын берләштерә: эпик ҡолас­лы хәҙерге заман менән хәтирәләр ебен үреп алып бара автор. Ябай иҫләүҙәр тү­гел, ә драматик ваҡиғалар айырым шәхес яҙмышын ғына түгел, ә йәмғиәт күренеше булараҡ та сағылыш таба. XX быуат башында илдә түңкәрелеш булғас, ауыл мул­лаһы Әхмәт ҙур ғаиләһе менән тыуған ерен ташлап китергә мәжбүр. Ауыр һәм ҡатмарлы сәфәр ғаиләнән күптәрҙе ҡорбан итә.
Улар етәү ине – ете йөрәк,
Ә һигеҙенсеһе – ҡарында.
Юл буйында дүрт гүр – ҡәбер ҡалды.
Бишенсе ҡәбер – ҡыҙ бала үлгәндә Бибикамалды тулғаҡ тота башлай. “Ниңә тыуа икән был бала?!” – тип яҡты донъяға ҡаршы алалар сабыйҙы. Тап ошо мәл Иб­лес пәйҙә була. Рухани Әхмәт үҙ күҙҙә­ренә үҙе ышанмай. Кеше менән Иблестең осрашыу мотивы Ш. Бабичта ла ентекле һүрәтләнә. “Ғазазил” поэмаһында Иблес бар халыҡты алдап, дөрөҫ юлдан яҙҙыра.
Н. Нәжми поэмала дини мотивты ҡул­ланып ҡына ҡалмай, уйҙар сылбырын та­ға­тып, фекер киңлегенә һәм тәрәнлегенә өл­гәшә. Иблес һүҙҙәренә генә иғтибар итәйек:
Әкиәт мин. Кеше, көсһөҙлөгөн
Аҡлар өсөн, мине тыуҙырҙы.
Әхмәт менән Иблес диалогы ябай бәхәс түгел, ә характер һыҙаттарын асҡан ысул да. Автор уларҙы эволюцияла сағылдыра. Төп герой ғәмәлдәрен яҡларға тырышһа ла, хәҡиҡәт алдында баҙап ҡала. Ҡыҙыҡ, үҙен ғүмер буйы хаҡ, Аллаһ юлында тип уйлаған Әхмәткә Иблес күҙен аса.
Азатлыҡ һәм ҡорбан. Был ике ярҙың ҡайһы яғында тирбәлә кеше? Мәңгелек көрәштең осо-ҡырыйы бармы? Әлбиттә, автор был мәсьәләгә тәрәнерәк баға, рухи ҡиммәттәрҙең даирәһен байҡай. “Иблес” поэмаһының ҡиммәте лә шунда.
Н. Нәжми ислам дине ҡанундарын яҡшы белеп, тойоп, поэтик һүҙ сәнғәтенә үрә. Шуға ла әҫәр еңел уҡыла, уйландыра. Ва­ҡиғалар тулайым картина булып күҙ алдына баҫа ла кешегә сәхнә әҫәрендәй тәьҫир итә. Авторҙың “Яҙғы йыр”, “Хуш, Хәй­рүш!”, “Саҡырылмаған ҡунаҡ”, “Гармун­сы дуҫ”, “Күршеләргә ҡунаҡ килгән” ке­үек драма әҫәрҙәренең ваҡытында башҡорт сәхнәһенең күрке булыуы был жанр нес­кәлектәрен яҡшы белеүе хаҡында һөйләй.
“Иблес” поэмаһы композицион яҡтан теүәл һәм йыйнаҡ. Ике ҙур бүлек айырым бүлексәләрҙән тора. Тәүге бүлектә күберәк тарихҡа экскурс яһап, ваҡиғаларҙы күңел аша тергеҙһәк, икенсе ҙурырағы 15 бүлексәнән тора. Шағир унда проблеманы икенсе яҫылыҡҡа күсерә. Сәфәрҙә тыуған сабый Мәхмүт буй еткерә. Уның булмышына туған моң килеп һарыла. Әсәһе Бибикамалдың һағышлы моңо:
Әсә йырлай… Мәхмүт йөрәгенә
Ағыла йыр әллә ҡайҙарҙан.
Алыҫтарҙан сыңлап килә төҫлө
Ата-баба тыуған ярҙарҙан.
Мәхмүттең оҫта тимерсе булып танылыуы менән Әхмәт ғорурлана, тик:
Тик улының йырын тыңлап, Әхмәт
Тертләп ҡуйҙы: “Был ни ғәләмәт?!”
Тап ошо юҫыҡтағы бәхәс үҫкәндән-үҫә, трагедияға барып етә. Әхмәттең:
Ул бит беҙҙең йорт теле генә,
Бар һөйләшеп ҡара, аралаш…
Бында һиңә бер тел – бөйөк тел бар, –
тигән һүҙҙәренең нигеҙе ҡатлаулы һәм ҡатмарлы. Ә Мәхмүт: “Тел үҙе лә иман”, – тип өндәшә икән, нисек дөрөҫ әйтелгән­легенә инанаһың! Бөгөн дә бит туған теле­беҙгә һәр яҡлап хафалар янағанда халыҡ шағирының поэтик һүҙҙәре бик көнүҙәк яңғырай. Әсәһе Бибикамалдың:
Ер менән йыр – бер үк ҡарындан,
Ә, етмәһә, йырҙы шағир яҙған.
Мәхмүтте төштәренә кергән, ә ғүмерҙә бер тапҡыр ҙа күрмәгән ата-бабалар төйәге тарта. Ә атаһының:
Һин бит үҙ-үҙеңде
Ожмахыңдан ҡыуған ғазазил!..
Ҡайҙан хасил һиндә бындай уйҙар? —
тип ярһып, һуңғы нөктәне ҡуя.
Әхмәт улы Мәхмүтте, Иблес тип, сәнсеп үлтерә.
Ялтырап китте бысаҡ… Ауҙы Мәхмүт…
Һүнде хыял – һүнде ҡайтыр юл.
Һуңғы һулыш ҡына әйтә алды:
“Миндә түгел… Иблес… Һиндә ул…”
Поэмалағы ваҡиғалар тағы ла икенсе яҫылыҡҡа күсә. Шағир полифоник сюжет менән оҫта эш итә.
Яуызлыҡтың ғәме – яҡшылыҡты
Ҡол итергә бары мәңгегә.
Тик бынан ҡотолоу юлдары һәм саралары бармы? Юҡ, тип кенә нөктә ҡуйһа, шағир шағир булмаҫ ине. Таба ул, барлыҡ сылбырҙарҙы емереп, күккә күтәреп сөйә. Нур булып күктән төшкән ҡыҙ телгә килә:
Мин – Мөхәббәт! Ошо ерҙең күрке,
Ошо ерҙең көсө, йән-һыны.
Илаһи образ тыуған еребеҙгә бәрәкәт һәм тыныслыҡ, һөйөү һәм мәңгелек илтә. Халыҡ яҙыусыһы Ә. Хәкимов прозаһында ла бындай образ колоритлы урынды алғайны.
Н. Нәжмиҙең “Иблес” поэмаһында эпик киңлек ҙур урынды биләй. Геройҙар Баш­ҡортостанда, Кавказда, Ғәрәп илдәрендә хәрәкәт итә. Күп төрлө сюжет һыҙыҡтары бер идеяны тулыландыра, тәрәнәйтә бара. Гуниб тауҙарында Шамилды әсир итеп, Калугаға оҙатылыу картинаһы ла идеяны көсәйтә.
Кешенең рухи азатлығын Иблес кенә еңә алмай. Ул азатлыҡ эскән һыу, һулаған һауа, тыуған ер йылыһы һәм моң менән кешегә һеңә. Кешене шәхес кимәленә кү­тә­рә, иңенә яуаплылыҡ та һала. Поэманың нигеҙендә ошондай фекерҙәр төрлө яҫы­лыҡтан сығып, бик үҙенсәлекле итеп ҡорола.
1976 йылда ижад ителгән “Урал” поэма­һы темаһы менән тәүгеһенә яҡын. Тыуған ер, Ватан төшөнсәләре беҙҙең халыҡта изгеләрҙән-изге һанала. Әҫәрҙең сюжет һыҙығы ла ошо хәҡиҡәтте матур алымдар, хәтерҙә ҡалырҙай поэтик образдар аша аса. Лирик герой ҡурайсы, өзләүсе Ишмө­хә­мәт улы Ишбулла менән осраша. Маҡ­тауға һаран лирик герой һоҡланыуын йәшерә алмай:
Уйнай икән, тимәк, үҙәк өҙгөс,
Йырлай икән – дала киңлеге.
Бейей икән – ут сәсрәтеп тора –
Башҡорт шундай тигән шикелле.
Берсә уйнап, йырлап, берсә бейеп,
Ишмөхәмәт улы Ишбулла.
Тымыҡ океан ярында ҡунаҡханала Ишбулла янына ят кеше килә. Шағир яратып ҡулланған диалогтар аша икәүҙең әңгәмә­һен бирә. Ул ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм бәхәсле. Автор төрлө яҡ ҡараштарын түкмәй-сәсмәй һүрәтләй.
Башҡортлоҡ ул милләт кенә түгел,
Ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы.
Ерҙә әле рух бар – халыҡ рухы,
Ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы.
Халыҡ рухы халыҡ ҡанынан ул,
Ул — бөйөк һәм изге төшөнсә, –
ти Ишбулла. Ят ҡунаҡ та башҡорт булып сыға. Улай ғына түгел, ә Ишбулланың яҡташы — Бөйөк Ватан һуғышында әсир төшөп, сит илдә ҡалған кеше. Ят кешегә герой “Урал” йырын йырлап, һуғышта ятып ҡалған атаһын хәтерләп, күҙе йәш­ләнә. Моң әсир иткән ике кешенең ике төрлө яҙмышы. Берәүһе ошо моң менән Ер шарын урап бәхет тапһа, икенсеһе уны ишетер өсөн зар-интизар булып йә­шәй. Ике яҙмыштың ҡапма-ҡаршылыҡлы һыҙаттары поэманың нигеҙен тәшкил итә. Ишбулланың прототибы – мәшһүр ҡурай­сы Ишмулла Дилмөхәмәтов.
Н. Нәжми шиғриәте моңло һәм бай. Уның поэмаларында ла көйгә, йырға ҙур урын бирелә. “Ғүмерлек йыр” поэмаһының геройы ла тарихи шәхес – Советтар Союзы Геройы Зоя Космодемьянская. Лирик герой батырҙың тыуған ере Петрищевоға килә. Замандашының тулы образы, үткәндәге ваҡиғалар – барыһы ла күҙ алдына баҫа. Авторҙың:
Ә ниңәлер һөрән һалыуҙар бар
Тиң булам тип көнгә-заманға, –
тигән юлдар бөгөн дә көнүҙәк яңғырай. Авторҙың:
Ләкин ерҙә яҡты яҡты эҙең ҡалһын,
“Кеше ул!” – тип әйтә алырлыҡ.
Еңел түгел кеше булыуҙары
Кеше булыу ҙа ҙур батырлыҡ, –
тигән юлдары уйҙарға һала. Зояның әсә­һенә, батырлыҡҡа дан йырлай алмай оҙаҡ ғазап сигә лирик герой, ләкин ғүмерлек йыр барыбер тыуа. Ғазаптарҙы еңеп, ергә һәм моңға дан йырлап.
Назар Нәжмиҙең “Ағым” поэмаһы композицион яҡтан традицион жанр талапта­рына яуап бирә. Ләкин сюжет ептәре бер нисә яҫылыҡта: тәүгеһе лирик герой хәрә­кәтенә бәйле; икенсеһе – ағымдай урғыл­ған хис-тойғоларҙың үҫеше. Әҫәрҙә бик күп хикәйәләр поэтик образ кимәленә күтә­релә. Ул һүҙҙәр менән уйнамай, ә эпик фе­кер киңлеге динамикаға нигеҙләнә, ғаләмде урап сыға. Иҙел башынан, Уралдан, Заһир Исмәғилев менән Зөлфәр Хисмәтуллиндан башланған сәфәр сыға Йомағол. Ябай ғына сәйәхәт түгел, ә ғүмерлек, файҙалы һәм бик кәрәк. Поэмала тәбиғәт йәнле Ноғман Мусин, Шәйехзада Бабич, Шәриф Бикҡол шәхестәре лә телгә алына.
Лирик геройҙың:
Ә мин иһә бөгөн шиғриәттең
Ҡотобонда, гүйә, торамын,
Уй-хистәрем, йәнем-тәнем менән
Шул тарафтар булып уҙамын, –
тип кенә ҡалмай, ә төп герой Йомағолдоң тормошон, характер һыҙатын тулайым асып бирә. Поэманың сюжеты шулай: һал ағыҙыусы йәш егет Йомағол Иҙел башынан өйлөк бүрәнәнән һал һаллап, түбәнгә аға.
Ағып килгән саҡта тын ғына,
Яр ситендә бер ҡыҙ йырлай ине
(йырлай-йырлай ул кер сайҡай ине),
Тауышында сихри моң ғына.
Бер күреүҙән ғашиҡ булған Йомағол ме­нән Шәмсиҡәмәр мәңгегә ҡауыша. Улар­ҙың яҙмышын ил яҙмышы менән үлсәргә мөмкин. Ярты быуат йәшәп, алтын туйҙа­рын үткәргәндәр. Ике ул һәм өс ҡыҙға ғү­мер биргәндәр. Йомағол — Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын үтеп, иҫән ҡайтҡан яугир. Днепрҙы кискәндә лә һал һаллап, күпме ватандашын ҡотҡара. Үткән ғүмер юлын хәтирәләргә һалып, алтын туй мәжлесендә иҫләп, барлыҡ туғандар ҙа Йомағол ғаилә­һенә рәхмәт уҡый. Милләт-ара татыулыҡ, башҡа кешеләргә хөрмәт менән бағыу ул ғаиләнең йәшәү рәүеше булған. Лирик герой Йомағол кеүек төҙөүселәргә дан йырлай һәм үҙе хаҡында:
Бөтәбеҙ ҙә төҙөүсе беҙ… Мин дә
Һеҙгә яҡташ ауыл малайы.
Ғүмер буйы төҙөйөм һәм һалам
Кешеләргә күңел һарайы.
Автор милли характерҙы дөрөҫ тасуирлай:
Күҙ алдына һин килтереп ҡара
Болон һәм йәйләүһеҙ башҡортто.
“Ағым” поэмаһында фәлсәфәүи нигеҙҙә­ге хәрәкәт бар тарафты биләп, кеше уй­ҙары­ның да үҫешен күҙ алдына баҫтыра. Шағир һәр ҡатламдағы ағымды күҙаллап, йыйнаҡ һәм бай фекерле әҫәр ижад иткән.
Н. Нәжмиҙең “Бер туғандар” поэмаһы ла 1983 йылда яҙылған. Был йылдарҙы ижади тормошонда иң илһамлы һәм бай осор тип билдәләргә мөмкин. Автор эпиграфта уҡ бер туған ағайҙары Ғәҙелкарам менән Ғиләжетдинде иҫкә алып китә. Поэманың нигеҙендә автобиография ята, тиһәң дә хата булмаҫ. Йыйнаҡ, бар яҡтан уйланылған лирик поэма. “Беҙ өс туған – беҙ өс таған инек”, – тигән юлдар әҫәрҙең лейтмотивына әйләнә. Атайҙары йәшләй үлеп киткәс, ағайҙар иңдәренә барлыҡ яуаплылыҡты ала, әсәләре лә бөгөлөп төшмәй.
Булғанбыҙ беҙ әсәй өсөн Иман,
Өмөт, Һөйөү тигән өс таған.
XX быуат афәте был өс егетте лә аямай, улар ил һағына баҫа. Ҡанлы һәм данлы һуғыш юлында ҡорбан ҙур була. Ржев янында Ғиләж һәләк була, Курск ду­ға­һы пулеметсы Карамды ҡулһыҙ итә. “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була оло ағаһы.
Шағирҙың “Дуҫ тураһында ун бер йыр” поэмаһы 1960 йылдар аҙағында ижад ителгән. Композицион йәһәттән структу­раһы исеменә үк сығарылып, һәр йырҙың үҙ атамаһы ла бар. Поэманың инеше “Шиш­мәләр” тип аталып, төп герой – шишмә телен белгән Ғилуан менән таныштыра. Артабан һәр бүлек уның тор­мо­шоноң иң үҙенсәлекле мәлдәрен сағыл­дыра. Ғилуан мари ҡыҙы Сәликәгә өйләнергә йөрөгәндә һуғыш сығып, ул яуға китә. Һуғыш уны ҡулһыҙ һәм һөйгән йәрһеҙ ҡалдыра. Йәш егет Мәликәгә өйлә­неп, гөрләтеп донъя көтәләр, ун балаға ғүмер бирәләр. Туғыҙ улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биргән Ғилуандың ҡулы берәү ге­нәме? Лирик герой һоҡланып, мөхәббәткә дан йырлай. “Йырҙарымдың әле һуңы юҡ…” тигән өлөш эпиграф кеүек бирелгән. Ул йырынан матур ғаиләгә һәйкәл ҡоя.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең ижадында төрлө жанрҙар бихисап. Шиғриәттең юғарылығын белдергән поэмаға шағир әҙерлекле, ныҡлы уйланып, тормош тәжрибәһе туплағас тотона. Шуға ла лиро-эпик төр уның ижадында өр-яңынан асыла, балҡый. Улай ғына түгел, ә башҡорт шиғриәтенең көслө бер тулҡыны, ҡабатланмаҫ моңо булып яңғырай Назар Нәжми шиғриәте.



Вернуться назад