Сәсәндәр ижады – кинола05.12.2017
Өфөлә Ләйсән Золотарева ҡатнашлығында башҡорт эпостары буйынса сюжеттар төшөрөлә. Эпостарҙан өҙөктө сәсәндәр йолаһын дауам итеүселәр башҡара. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡомартҡыбыҙ “Урал батыр” эпосы проектта айырым урын биләй.
Тәүге сюжеттар Башҡортостандың Милли музейында төшөрөлдө. Уларҙа Башҡорт дәүләт университеты студенттары, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы сәсәндәр мәктәбендә уҡыусылар, Бөрйән районынан сәсәниәләр Сәлимә Ғарифуллина менән Гүзәл Сырлыбаева, шулай уҡ “Рәсәй-1” каналындағы “Зәңгәр ҡош” проекты финалсыһы Ләйсән Золотарева ҡатнашты. Видеосюжеттарҙы режиссер Фәрзәнә Утарбаева, уның ярҙамсыһы, оператор Азамат Тимербаев төшөрә. Проекттың ойоштороусылары – Башҡортостандың Сәсәндәр үҙәге, Республика халыҡ ижады үҙәге. Эштең маҡсаты – сәсәнлек институтын һаҡлап ҡалыу, “Урал батыр” эпосын, эпик мираҫты танытыу һәм өйрәнеү.
Р. ИБРАҺИМОВ.