Лилиә яулаған уңыштар01.12.2017
Лилиә яулаған уңыштар Сәхнәлә берсә аҡҡоштай талпынып, берсә ойоҫҡота баҫып бейегән Лилиә Мөхөтдинованы күргән тамашасы уның эшҡыуар икәнлегенә һис тә ышанмаҫ. 2016 йылда “Әбйәлил биҙәктәре” фольклор ансамблендә сығыш яһап, нәзәкәтле ханым “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының Гран-прийына лайыҡ була. Оҙаҡ йылдар Әбйәлил районының “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамблендә сығыш яһай, республика данын Германияла күрһәтеү өсөн коллектив менән сит илгә сыға. Бөгөн Лилиә Зәбир ҡыҙы – районда малсылыҡ тармағы буйынса киң үҫеш алған эшҡыуарҙарҙың береһе, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе.


Тормош иптәше Әбүзәр Ғаяр улы менән бергә 2006 йылда үҙ эштәрен асалар. Ғаилә башлығының оҙаҡ йылдар малсылыҡта эшләүе, һөт-тауар фермаһы мөдире булараҡ тәжрибәһе лә ярап ҡала. Шәхси ихатаһындағы биш һыйыр, ун ике йылҡы, биш һарыҡтан башланған ғаилә бизнесы тиҙ арала киң үҫешә. Бер йылдан Мөхөтдиновтар буш торған ферманы, аҙаҡ орлоҡ һаҡлау складын һатып ала, мал һанын арттырыуға өлгәшә.
Әле хужалыҡта 112 баш һыйыр малы, 170 һарыҡ, 125 йылҡы, 50 бейә иҫәпләнә. Йыл һайын 15 тоннанан ашыу ҡымыҙ етештерелә, 85 центнер ит һатыла, 450 килограмм һарыҡ йөнө тапшырыла.
2015 йылда “Крәҫтиән (фермер) хужалығы базаһында ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү” программаһы нигеҙендә Мөхөтдиновтар 3,6 миллион һум грант ала. Был аҡсаға трактор, симменталь тоҡомло таналар, ике тоҡомло үгеҙ һатып алына, ферма ремонтлана.
– Йылҡысылыҡ тармағы яйға һалынды, – ти хужалыҡ етәксеһе. – Ҡымыҙға һорау ҙур булғанлыҡтан, етештереп өлгөртә лә алмайбыҙ. Ферманың “Яҡтыкүл” курорт зонаһында урынлашыуы отошло, клиенттар үҙҙәре килеп ала. Һарыҡсылыҡ тармағы ла аҡрынлап үҫешә, йәй шашлыҡҡа, дини байрамдарҙа ҡорбан өсөн һарыҡтар үтеп тора. Айырым клиенттар һарыҡ итенә өҫтөнлөк итә, ундайҙар өсөн һуйып тапшырабыҙ. Әле малсылыҡта проблемалар бар, һөттө ҡайҙа илтеп һатырға тигән һорау борсой. Әлбиттә, күрше Магнитогорск йәки Мәләүезгә тапшырырға мөмкин, әммә уның хаҡы, ваҡытында иҫәпләшмәүе бер аҙ күңелде ҡыра. Ошо тәңгәлдә эште яйға һалғанда, ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала, – тип йылмая Лилиә Зәбир ҡыҙы.
Уңған кеше бар яҡлап та уң килгән тигәндәй, малсылыҡ тармағында ғына туҡтап ҡала торғандарҙан түгел геройым. Киләсәктә туризм йүнәлешендә лә үҙен һынап ҡарамаҡсы. Ҡымыҙ фермаһы янында ағастан йорттар һалып, этноауыл төҙөргә хыяллана. Туристар өсөн тирмәләр ҡороп, уны башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәренә, көнкүрешенә, милли йолаларына хас йыһазландырыу, башҡорт милли аш-һыуын (бишбармаҡ, ҡорот, ҡымыҙ) әҙерләү, атта һыбай йөрөү кеүек төрлө ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәттәр ҡарала. Йыл һайын Яҡтыкүлгә төрлө тарафтарҙан меңдәрсә кешенең ял итергә килеүен иҫәпкә алғанда, этноауылдың ҙур һорау менән файҙаланылыуы бөгөндән үк билдәле.
Мөхөтдиновтар үҙҙәре йәшәгән Һамар ауылында ғына түгел, ауыл биләмәһендә, районда үткәрелгән бик күп сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, Ололар көнөндә, Яңы йыл байрамдарында ауылдаштарына бүләк тарата. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары табип һөнәрен һайлаған, улдары – буласаҡ юрист, ә кескәйҙәре Асҡарҙағы Таһир Кусимов исемендәге гимназияла белем ала. Әсәһенән күргән тун бескән, тигәндәй, бәләкәй ҡыҙҙары Әлиә дүрт кенә йәшендә “Иң йәш бейеүсе” номинацияһына лайыҡ була, ә һигеҙ йәшендә балалар араһында үткән “Байыҡ” телевизион конкурсында Гран-при яулай. Бейеүгә ғашиҡ Лилиә Зәбир ҡыҙы ауылда үҙенең инициативаһы менән бейеү түңәрәге алып бара. Түңәрәктә төрлө йәштәге 50-нән ашыу кеше шөғөлләнә. Бейеүсе, эшҡыуар, бәхетле әсә, һөйөклө ир ҡатыны Лилиә ханым тормоштан да, ғаиләһенән дә уңған. Ә уңған булыуҙың төп сифаты – бер эштән дә ҡурҡмаҫҡа, ҡояш менән бергә торорға, эшләргә лә эшләргә, ти мәҡәлә геройы.

Әбйәлил районы.


Вернуться назад