Мәҙәни үҙәктән барыһы ла ҡәнәғәт01.12.2017
Мәҙәни үҙәктән барыһы ла ҡәнәғәт Һуңғы ваҡытта ауыл ерендә йәшәүселәрҙең ялын һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә ҙур иғтибар бирелә. “Ауыл мәҙәниәт учреждениеларын яңыртыу һәм матди-техник базаһын нығытыу” республика программаһына ярашлы, 2015 йылда Хәйбулла районының Әбүбәкер мәҙәниәт йорто күп тармаҡлы мәҙәни үҙәк булараҡ үҙ ишектәрен аса.


Ауыл халҡы рәхәтләнеп ял итһен, ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: шашка, шахмат йә өҫтәл теннисы, Интернетҡа тоташ­тырылған ике компьютер урынлаш­тырылған, һаулығын нығытырға телә­гәндәргә өс тренажер, фитобар, интерактив таҡта, телевизор һәм хатта кескәйҙәр өсөн уйын бүлмәһе лә бар.
Бында күңел асыу саралары ғына үткәрелмәй, ә һәр кемдең ижади һәләтен үҫтереү, спорт менән шөғөлләнеү, төрлө түңәрәктәргә йөрөү мөмкинлектәре булдырылған. Китапханасы Рәсимә Аҡылова етәкселегендәге модель китапхана заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған, теләүселәр Интернет аша үҙенә кәрәкле мәғлүмәт туплай, яратҡан авторҙарының китабын һайлай.
Мәҙәни үҙәк етәксеһе Лариса Бигушова әйтеүенсә, ауыл халҡы бик ҡәнәғәт. Улар бында бик теләп йөрөй: ағинәйҙәр ҡул эштәрен тотоп килә, үҙ-ара кәңәшләшеп, бер-береһе менән аралашырға яратһа, ир-ат фойеға ҡуйылған ҙур телевизорҙан хоккей, футбол уйынын күҙәтергә килә. Эргәлә генә фитобар урынлашҡан, ауылдың егәрле ҡатын-ҡыҙҙары йәй буйы йыйған шифалы үләндәрҙән тәҡдим ителгән хуш еҫле тәмле сәйҙән баш тартыусылар бик һирәк. Тренажер залында шөғөлләнеүселәрҙең дә иҫәбе-һаны юҡ! Бигерәк тә йәш әсәйҙәр күп ваҡытын спорт күнекмәләренә бүлә. Кескәйҙәрен матур итеп йыһазландырылған балалар бүлмәһенә ҡалдырып, үҙҙәре залда шөғөлләнә. Уйын бүлмәһендә йомшаҡ уйынсыҡтар, хоккей, футбол уйындары бар, теләүселәр швед ҡоролмаһында рәхәтләнеп уйнай, икенселәр телевизорҙан әкиәт ҡарай ала.
Бер яҡ бүлмәлә йыһазландырылған тарихи музейҙа ниндәй генә экспонаттар урын алмаған?! Бында халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреш әйберҙәрен дә, милли кейем-биҙәүестәрен, хужалыҡ, һунарсылыҡ, малсылыҡ, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек өсөн ҡулланылған боронғо ҡорамалдарҙы осратырға мөмкин. Башҡорт өйөн сағылдырған, бөхтә итеп йыһазландырылған бүлмә әбүбәкерҙәрҙең шанлы һәм данлы тарихын сағылдыра, киләсәк быуынды үҙ тарихын онотмаҫҡа саҡыра.
Ысынлап та, дәртле һәм талантлы халыҡ йәшәй Әбүбәкерҙә. Бигерәк тә Лариса Бигушова етәкселегендәге “Аҡбуҙат” балалар түңәрәгенә, “Шоңҡар” театр төркөмөнә йөрөүселәр күп. Спектаклдәр менән район ауылдары буйлап гастролдәргә сыға, төрлө республика һәм район конкурстарында алдынғы урындар яулай Әбүбәкер әртистәре.
Гүзәлиә Әбүбәкерованың “Ташлы буйы ынйылары” фольклор ансамбле сығыштарын һәр ерҙә көтөп алалар.
Төрлө быуын таланттарын бергә туплаған ансамблдә олоһо ла, йәше лә ихлас сығыш яһай. Улар онотола барған халыҡ йолаларын сәхнәләштерә, ошо төбәктә сыҡҡан йыр-көйҙәрҙе башҡара, халҡыбыҙҙың бай фольклор өлгөләрен күрһәтә. Әлфидә Ултыраҡованың “Көмөш йөҙөк” вокаль, “Йәшлек” бейеү, “Ҡара юрға” халыҡ инструменттары ансамблдәре күптән инде районда киң танылыу яулаған, юғары оҫталыҡҡа эйә булған ансамбль һанала. Уларҙың сығышы районда үткән һәр мәҙәни сараға йәм һәм биҙәк өҫтәй. Шулай уҡ бында “Серле биҙәктәр” тип аталған ҡорама түңәрәге, “Хужабикә” ҡатын-ҡыҙҙар, “Көслөләр һәм етеҙҙәр” патриотик, “Серле шаҡмаҡтар” исемле шахмат клубтары уңышлы эшләй.
Егеттәрҙе әрме сафына оҙатыу һәм ҡаршы алыу, үҙҙәренең бергә йәшәүҙәренең алтын, яҡут туйҙарын билдәләүселәрҙе тәбрикләү, төрлө йола байрамдары кеүек саралар ҙа йыш үтә. Шулай уҡ Ололар көнө, Яңы йыл, 8 Март байрамдары кеүек мәҙәни сараларҙа халыҡтың әүҙем һәм берҙәм булыуы һоҡландыра.
Мәҙәни үҙәктең хужалары Лариса Бигушова, Гүзәлиә Әбүбәкерова һәм Әлфидә Ултыраҡоваларҙың өс тағандай берҙәм, татыу, дәртле эшләүҙәре – ауыл халҡы өсөн оло табыш.
Ҡасандыр клубтарҙа үткән концерт, дискотека кеүек саралар ауыл халҡының һәм йәштәрҙең ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереп еткермәһә, бөгөн халыҡтың ялын файҙалы һәм күңелле ойоштороу өсөн заман талаптарына яуап биргән, уникаль объект барлыҡҡа килеүе, иң мөһиме, халыҡтың ҡәнәғәт булыуы – мәҙәниәт учреждениеларын яңыртыуҙың дөрөҫ йүнәлеше, яңы алымы.


Вернуться назад