Мәңге йәшә, халҡым, милләтем! Күңелкәйем алйыу-алйыу...01.12.2017
Күңелкәйем алйыу-алйыу,
Әллә һин алйыттыңмы?
Ирендәреңдән үпкәндә
Ут, әллә бал йоттоммо?

Үҙе утлы, үҙе баллы –
Хәтеркәйем шашына.
Табынамын күҙҙәреңә,
Ҡарлуғастай ҡашыңа.

Хыялымдың тылсым ҡошо –
Бейектәрҙә гел генә!
Хоҙайымдың баҡсаһында
Үҫкән аҫыл гөл генә!

Өндәремдә тилертәһең,
Төштәремә керәһең.
Диуаналар итергәлер,
Дыуамаллап, күрәһең...

Иртән торһам уфтанамын,
Кисен ятһам уйлайым.
Күҙ алдымда тора һының,
Мәңге ҡарап туймайым.

Киләһең дә, көләһең дә,
Иҫһеҙ иҫәр итәһең.
Өндәреңдән иҫерәмен,
Ожмахыңа илтәһең!

Айнытһаңсы алйыуымдан,
Ал мине, ал, тиһәңсе!
Күҙ алдымдан һүрелмәҫлек
Мәңгелеккә килһәңсе!

11.10.2017.


Ах, был күҙҙәр!

Ах, был күҙҙәр, ах, был йөҙҙәр! –
Керә ниңә төшөмә?
Өндәремдә мендәремдә
Йөрәккәйем өшөнә.

Ниңә, ниңә күрҙем уны,
Сихри өнөн ишеттем?
Мәңге яныу, боҙланыуҙы
Ғүмеремә иш иттем.

Күҙ алдымдан китмәҫ инде
Йөҙкәйенең миңлеһе.
Мине түгел, миңлеләрҙе
Һөйә Хоҙай һеңлеһе...

Ах, был илаһи илауым!
Ах, был ярһып көлөүем!
Берсә янып, берсә туңып,
Терелеүем, үлеүем!

Хоҙайымдан ялбарамын,
Яныуҙарҙан арала!
Әммә илаһи йырҙарым
Яныуымдан ярала...

11.10.2017.


Йөрәк

Ҡанһыраған
ҡаңғыр йөрәгемде
Тертләтмәгеҙ, төртөп тырпай һүҙ.
Йәшәйем бит ҡанапҡыл осонда,
Йөрәгемде тотоп: “Түҙ һин, түҙ!”
Мөмкинме һуң түҙеү,
төңдөрһәләр
Көтмәгәндә
ҡаҙап арҡамдан?
Нисә тапҡырҙар бит тишкеләнеп,
Бәғеркәйем бырғый ал ҡандан.
Йөрәккәйем тере иләк инде –
Ҡанһырай ҙа ҡатып ямала.
Беләм-беләм! – йыртып йығылтырға
Ең осонан бысаҡ ҡайрала.
Тамшанмағыҙ! Тауға ташланмағыҙ,
Һуйып һалырға тип
Намыҫты!
Урал батыр, Буранғолдар ҡаны
Йөрәгемде ҡанап нығытты.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары

Моңландыртһа башҡортомдоң
Оҙон көйлө йырҙары,
Күңелемдә нур уйната
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары.

Һүнмәһен тип, бөлмәһен тип,
Йөрәгемдең ҡуҙҙары,
Ялҡындарын ялмандырта
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары.

Көндәремде томалаһа
Яҙмыш буран-боҙҙары,
Бер йылмайып яҙ килтерә
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары.

Бөрөләнмәҫ саҡтарымда
Тәҡдиремдең наҙҙары,
Бөрө елкәйҙәрен бөркә
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары.

Сәмдәремде сәскәләтә
Йәнкәйенең саздары.
Йәнем ҡылдарын сыңрата
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары.

Туған телем, илем өсөн
Үтәм утты, һыуҙарҙы.
Яугир менән яуға бара
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары.

Төңөлмә тип, бөгөлмә тип,
Дәртләндерә уйҙары.
Баш Йортомдоң баш йәмелер
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары!

Мәңге булыр, күкрәп торор
Күңелемдең яҙҙары.
Илемә яҙ килтереүсе –
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары.

Көрәшербеҙ, өлгәшербеҙ,
Килер еңеү туйҙары.
Мәңге йәшә, мәңге йәшнә,
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары!

11.10.2017.


Мөһөр

Мөһөрсөнөң ике мөһөрө бар:
Ҡараҡурғаш, “көмөш” баҡырҙан.
Боҙоҡтарға “көмөш” мөһөрләткән,
Баҙыҡтарға ҡурғаш баҫтырған.
“Лучший башкир” булған борондан уҡ
Боҙоҡйәндәр – көмөш миҙаллы.
Баҙыҡйәндәр – ҡара мөһөрлөләр
Язалы ла ылғый ыҙалы...
…Ҡара мөһөр ҡарай маңлайымдан,
Салауаттың “ВОР”лы йөҙөләй.
Өндө тығылдыртҡан тығындары
Быуа, быуа йәнде, өҙөлмәй...
Башҡортостанымдың әсәйлеге
Семтей, семтей, үгәй әсәләй.

Ҡоролоштоң ҡырҡмыш ҡарлауҙары
Ҡырҡа, ҡырҡа, яман силсәләй.
Тыумай ҡала тыуыр балаларым —
Ҡарында уҡ мөһөр һуғылған.
Ғәҙеллек һәм Хаҡлыҡ шаңҡытылған,
Ил Намыҫы алйып йығылған.
Үгәй әсәйләнгән Күк Уралым
Күкһәүҙәргә имсәк имеҙә.
Үҙ улдарын убып упҡындарға,
Үбә-үбә өрәк тергеҙә.

Уралһыҙлатылған урамымда
Ҡомаҡ кимерә йорт-бурамды.
Урал түгел! – Мине үгәйләтеп,
Бур-килмешәк ура Уралды…
Көмөш мөһөрлөләр көшөлләнә
Башҡортлоҡтоң башын киҫергә.
Балаң тейеш “әсәй” тимәй, имеш,
“Мама” тиеп кенә үҫергә…

Көмөшләнеп мантый майҙандарҙа
Маңҡортланған зәғиф-зәнкиҙәр...
Ҡара мөһөрләнеп ҡарай күҙгә
Буранғолдар, Бабич, Зәкиҙәр...
Мираҫ булып миңә ҡалды мәллә
Мөһөрләнештәре уларҙың?!.

Аҙым һайын һыҙам һыҙланыуҙан,
Һулыш һайын һынам сәсәүҙән…
Ҡасан килер, әллә килмәҫ тәме
Бошмаҫ башҡорт боҫҡан аңына?!
Йоҡлатып бит уны юхалары,
Ҡәбер ташы ҡаҙай янына...

Буйымда уҡ быуып туңдырылған,
Тыумайынса ҡалған хитаптар
Тулғаҡлатып туҡмай тыу толҡамды, –
Ил белмәҫлек бөтмәҫ ғазаптар...
Бөйөк Мөхәммәтша Буранғолдоң
Ҡатарында ҡатам, ҡанһырап.

Айырма шул: “ҡара ҡарға”лары
Килмәй төнөн, ҡорбан-йән һорап...
Көпә-көндөҙ ләкин ҡоҙғондары
Тибеп китә батыр ирҙәрҙе.
Теллеләрҙең, теҙеп, телен ҡырҡа,
Күҙлеләрҙән соҡой күҙҙәрҙе…

Ҡарыулыға ҡағып ҡара мөһөр,
“Лучшийлатҡан” батша башҡортто…
Нисә быуат инде бала быуҙы!
Әсә ҡарынында баш ҡырҡты!..
...Ҡара мөһөр ҡарай маңлайымдан,
Салауаттың “ВОР”лы йөҙөләй.

Көмөш миҙаллылар маҙалана...
Ҡылыҡтары – ҡыйыҡ көҙгөләй...
Башҡортлоғон ҡорҙоң ҡырсып ташлап,
Мөһөрсөләр мөҙҙәт яҡшырта.
Бөгөн инде башҡорт маңҡорттары
Ҡара мөһөр баҫа башҡортҡа.

08.03.2015.

Өндәшеү

Борондан уҡ бара барымта-яу –
Башҡорт затын ҡырып бөтөрөү.
Аҙмы булды беҙҙе дарға аҫыу,
Атыу, киҫеү, туҡмап үлтереү...

Артыбыҙҙа сөнки Урал тора –
Гәүһәрҙәрҙән-гәүһәр еребеҙ.
Еребеҙҙе ҡотлап, миллион йылдар
Яу ҡайтарған Хаҡлыҡ Ире беҙ!

Ошо ерҙе тартып алыр өсөн
Бөгөн дә бит яһил яу бара!
Яһиллығы әммә йәшерелгән –
Фәнни ысул менән атҡара.

Кәрәк түгел атом бомбаһы ла,
Ҡырсыр өсөн ерҙән башҡортто:
Башҡорт башын үҙе ҡырҡһын өсөн,
Ысулдарын яһил яҡшыртты.

Үҙ-үҙенә үлем приговорын
Раҫлап яҙа башҡорт ғариза.
“Балам – маңҡорт, теле урыҫ”, — тиеп,
Башҡортлоғон тыя был ҡаза...

Хәбәр килде: бөлөү Бөрйәнемдән, —
Йәнен алып илдең башланған.
Бөрйән бөтһә, башҡорт бөтәсәге
Бөгөндән үк инде фашланған...

Һиңә әйтәм, башҡорт башы бөрйән,
Алданаһың, алйып алдаҡтан!
“Урыҫ булһа балам – түрә булыр”, —
Тигән уйың һине алйытҡан!

Түрә түгелме ни аҫыл затың –
Заттарҙан-зат Урал хужаһы!
Тамағың ас, өҫтөң яланғасмы?! –
Телең һатып ашау нужаһы!..

Ымһынаһың, ҡалъя ҡабамын, тип,
Урыҫ менән татар түренән.
Етмеш ете ата-бабаларың
Ләғнәт уҡый һиңә гүренән!

Дарман арттырыулы дарыу, тиеп,
Дошман һиңә ағыу ҡаптыра.
Тамуҡ ҡапҡаларын иркен аса,
Ожмах ҡапҡаларын яптыра.

Алйыуыңды баҫып, көрәшкә баҫ –
Ғаризаңды кире тартып ал!
Йыртып ташла! Вәғәҙә итһәләр ҙә
Ауыҙыңа ҡалъя, татлы бал!

Тура килер ҡапҡан ҡалъяларын
Ҡаның менән ҡуша ҡоҫорға.
Ғаризаң бит тамуҡ юлламаһы –
Тарих сүплегенә осорға...

Таш йортонан сығыр, үкерешеп,
Тарпандар һәм ярһыу мамонттар –
Һорау алыр һинән бабаларың!
Яҡынлаша һуңғы минуттар!

Бабсаҡ бабаң, тороп ҡәберенән,
Ҡапҡа ҡағасағын көт тә тор!
Ни тип уға яуап бирәсәкһең?! –
Өйөң тулы ялған, фетнә, мор!

Табан аҫтыңда ер умырылыр,
Түбәңде ут ялмар! Ел-дауыл
Тупраҡлатыр тыумыш түлдәреңде!
Ҡалмаҫ һинән хатта көл, ҡауыл...

Башҡорт еҫе киткән Уралыңды
Тапап иҙер яуыз ят бауыр...
Үлем приговорлы ғаризаңды
Ғазраилдан йыртып ташлағыр!..

12.09.2017.



Милләтһеҙ ғилләттәргә

Милләтеңдән еләп екһенмәгеҙ,
Башҡорт итеп әсәң тыуҙырғас.
Йә әсәңде, йә үҙеңде һатып
Ашау хисен Хоҙай ҡыуҙырғас.

Күпме генә ярамһаҡланмағыҙ,
Ярылырға етеп урталай,
Яртығыҙға ярлыҡаусың сыса,
Яртығыҙҙы ҡәберҡорт ялай.

Көсәнмәгеҙ, көслө кәсәһенән
Ялманырға тамсы һарҡытын!
Аллаһ Үҙе сүпкә сиртер һеҙҙе,
Осормаһын өсөн Ер ҡотон.

Донъя гражданы булмаҡ булыу –
Шайтандарға булыу олтораҡ.
“Башҡортмон!” тип бер ҡат үлеү яҡшы,
Йәшәгәнсе ҡырҡ ҡат, ҡалтырап!

13.06.2014.


Вернуться назад