МИЛЛӘТЕМДЕҢ БЕР ЯПРАҒЫ БУЛЫП ЙӘШӘЙЕМ01.12.2017
БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте эшендә ҡатнашыуыма байтаҡ булып китте. Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтова алып барған тәүге ойошоу йыйылыштары ла, хөрмәтле етәксебеҙҙең хушлашыу өсөн саҡырған һуңғы ултырышы ла һәм шунда: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәте йәшәргә тейеш”, – тигән һүҙҙәре лә хәтерҙә.
Һуңғы ваҡиғаға ун өс йыл үтеп киткән. Йәмғиәткә ойошҡан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, шөкөр, етәксебеҙҙең һүҙен нәҙер итеп алып, ҡулынан һәм көсөнән килгәнсә эште дауам итә. “Башҡортостан” гәзитенән хаҡлы ялға сығып, баш ҡаланан ауылға йәшәргә күскәс тә, күңелемә һеңгән милләтемә ҡарата һөйөүем кәмемәне, киреһенсә, халҡыма кескәй генә күңел ынтылышын еткереү йөҙөнән нимә лә булһа эшләгем килде. Етмәһә, тап шул йылдарҙа “яптимизация” ҡоторҙо; башҡорт мәктәптәре күпләп ябылды, башҡорт ауылдары ташландыҡ хәлгә ҡалды. Был хәл милләтебеҙҙең ассимиляцияға бирелеүен тиҙләтә, һан яғынан кәмей барыуын көсәйтә, телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен сикләй. Ауылдың милли мәктәптән яҙырын, туған телде юғалтырын күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
Ошондай упҡын ҡосағында балалар баҙап ҡалмаһын, бәләкәс йөрәктәрҙә туған телгә һөйөү осҡоно һүрелмәһен тигән уй-теләк күңелемдең иң түрендә булды. Шуға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яҡшы уҡыған, ошо фәндән бәйгеләрҙә ал бирмәгән уҡыусыларға үҙемдең иҫәптән журналист премияһы булдырҙым. Һәүәләй урта мәктәбе директоры Наталья Әхмәтова, директор урынбаҫары, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Лена Әбдрәфиҡова әйтеүенсә, премия биреү башҡорттар менән бергә татар, сыуаш һәм башҡа милләт балаларын да дәртләндергән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә иғтибар ныҡ көсәйгән. Шуға ла мәктәп уҡыусылары олимпиада, конкурс кеүек төрлө бәйгеләрҙә бик теләп ҡатнаша.
70 йәшем тулыу айҡанлы “Башҡортостан ҡыҙы” журналына биргән интервьюла (2017 йыл, №2): “Борон-борондан тамырҙарым менән башҡорт тигән баһадир олонға барып тоташҡанмын. Ошо данлы, затлы олондоң мәңге йәшәүенә һут биреүсе бер япраҡ саҡлы булғым килә”, – тигәйнем. Ошо вәғәҙәмдән тайпылмаҫыма ышанысым ҙур.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Ибраһим ауылы.