Киләсәккә төбәп үткер ҡараш01.12.2017
Ниндәй сетерекле хәл килеп тыумаһын, һәр ваҡыт унан сығыу юлын табыр. Мәсьәләнең айышына төшөнөп, сәбәбен тәрәндән эҙләр. Ҡараштарын киләсәккә төбәп, үҙе сәскән изгелек орлоҡтарының быуаттар аша шытымын күҙаллар. Эшмәкәрлеге киң һәм күп яҡлы. Бихисап аҡсалар ағылған, уны күпләп таратҡан, матди байлыҡ, дәрәжә өләшкән ер түгел ул. Рухи таҙарыныу, тупланыу, берҙәмлектең көсөн, туғанлыҡтың ҡәҙерен, ҡан тартыуын тойоу аша кемлегебеҙҙе һәм тәғәйенләнешебеҙҙе аныҡ тойоп, ҡаушамай, ҡурҡмай үҙ һүҙебеҙҙе әйтеп, аныҡ эштәр башҡарыу мөмкинлеген биргән, ғәҙеллекте яҡлаған, ҡул ҡаушарып ятмаған, гүзәл заттарыбыҙҙы туплаған, донъяны йәмләүгә, күңелдәрҙе яҡтыртыуға дәртләндергән ҡеүәтле көс ул Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте.
Ойошманың йәме, ҡеүәте – йәндәрен ҡәрҙәшлек, изгелек өсөн фиҙа ҡылырға әҙер апайҙар, һеңлеләр. Уларҙың йөрәк ялҡыны, дәрте, сәме ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенә көс, һут бирә.
Был ойошманың киләсәге нисек күҙаллана һуң?
Элек-электән килгән тотороҡло йола үтәү, тормош ҡанундарын һанлау, уның тәртибен йәш быуынға тапшырыу, ололарҙы ололоҡлау, кеселәргә хөрмәт күрһәтеү, тәрбиә һабаҡтары биреү артабан да дауам ителәсәк. “Бәхетле никах”, “Нардуған”, “Сөмбөлә”, “Фатиха биреү”, “Урал батыр” байрамдары, рух, сәм, илһам күтәренкелеге бирер төрлө йыйындар үткәреү шуларҙың бер сағылышы буласаҡ. Мәктәптәрҙә “Ҡаһарманлыҡ дәрестәре” уҙғарыу, яңы эш башларға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙарға хоҡуҡи, социаль йүнәлештәге кәңәштәр менән ярҙам итеү, юл ярырға булышыу, ауыр тормош хәлендәге гүзәл заттарыбыҙҙың йөрәгендә өмөт ҡабыҙып, йәшәү дәрте һалыу, уларҙың артабанғы тормоштарын ыңғай ыҙанға төшөрөп ебәрергә йоғонто яһау – ошоларҙы эшмәкәрлегебеҙҙең төп йүнәлештәренең береһе итеп күрәбеҙ.
Йәмғиәттең йөкмәткеһе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һәм ғаилә өсөн сыҡҡан, илле йыллыҡ тарихы булған “Башҡортостан ҡыҙы” журналының асылынан айырылғыһыҙ икәне шикһеҙ. Һәр йәһәттән баҫмабыҙ нисек ҡатын-ҡыҙға рухи таяныс, кәңәшсе булһа, йәмғиәт тә шул юҫыҡта ғәмәли эштәр атҡарырға тейеш, тип күҙ алдына килтерәм.
Ижтимағи тормошта, сәйәсәттә, социаль тормошта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың әүҙемлеген күтәреүҙе, профессиональ яҡтан балҡырға ярҙам итеүҙе мөһим бурысыбыҙ тип һанайым. Тәҡдире буйынса милләт әсәһе булған башҡорт ҡатын-ҡыҙы телебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышы өсөн яуаплы зат икәнлеген уйында тоторға, быны иң тәүҙә үҙ яҙмышында раҫларға тейеш. Йәмғиәт шул юҫыҡта эшләгәндә, ҡеүәте артыр, халыҡ араһында абруйы күтәрелер, уға ышаныс нығыныр.
Гөлназ ҠОТОЕВА,
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе вазифаһын башҡарыусы.