Ил бәғерен бәпләп тотҡан ауыл, ҡала Аҡылығыҙ, моңоғоҙҙан ҡеүәт ала01.12.2017
Ил бәғерен бәпләп тотҡан ауыл, ҡала Аҡылығыҙ, моңоғоҙҙан ҡеүәт ала Ҡатын-ҡыҙ донъяһы – ғәйәт ҡатмарлы бер донъя ул. Тәү ҡарашҡа ғына ябай күренә, ә серҙәренә төшөнә башлаһаң – тотош ғүмерең дә етмәҫ! Хас та һыуҙың бер тамсыһы. Тамсы тамһа, ер ҡуйынында оҙаҡ ятҡан орлоҡ шытым бирер, үҫеп сығып, күкрәп сәскә атыр, емешләнер. Ул – йәшәү сығанағы. Шул уҡ ваҡытта Ерҙәге тормоштоң барлыҡҡа килеүе, ҡан хәтере, кешелек тарихы ла һыйған уға. Ҡөҙрәтле лә, ғибрәтле лә, һиммәтле лә көстө уға Аллаһ Тәғәлә үҙе һалғандыр. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙенең тәғәйенләнешен, ошо тамсылай, бар ҡатмарлылығында аңлаһа икән!

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең хәҙерге заманда биләгән урыны ниндәй һуң? Тарихына күҙ һалһаҡ, уны башлыса ғалимә, зыялы ҡатындар етәкләгәнен күрербеҙ. Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтова, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова, Гүзәл Рамазан ҡыҙы Ситдиҡова, Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева был йәмғиәттең милли йөҙөн һаҡланы, уның фәндә, мәҙәниәттә, мәғарифта тотҡан урынын, тәғәйенләнешен яҡшы аңлап эш итте.
Хәҙер иһә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте – тотороҡло концепцияһы булған ижтимағи ойошма. Милләтебеҙҙең барыр юлдарын барлап, киләсәккә ниәттәрен ғилми нигеҙҙә нығытып, маҡсатлы эшләүсе интеллектуаль көс ул. Сәйәси йоғонтоло Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзы, практик йүнәлештәге ағинәйҙәр хәрәкәте менән бергә халҡыбыҙ рухиәтенә ныҡлы терәк булыр өс таған булып тора улар.
Әлбиттә, был тәңгәлдә атҡараһылар байтаҡ. Бурыстарҙы, хоҡуҡтарҙы аныҡлап, киләсәккә юлдарҙы барлап, алға атлау өсөн Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте 4 декабрҙә IV йыйынын үткәрә. Йыйын Башҡорт академия драма театры бинаһында сәғәт 10-да башлана.


Вернуться назад