Сыуаш ерендә – башҡорт теле28.11.2017
Сыуаш ерендә – башҡорт телеБашҡортостан Республикаһы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы ижади сәфәр менән Шупашкар (Чебоксары) ҡалаһына барып ҡайтты.
Йәштәр театры II төбәк-ара милли йәштәр һәм йәш тамашасылар театрҙарының “Тылсымлы палитра” исемендәге фестивалендә ҡатнашты.


Сарала билдәле яҙыусы, журналист, З. Биишева һәм М. Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Суринаның “Алтын балта” әкиәте күрһәтелде. Спектаклде 2005 йылда режиссёр Илнур Муллабаев ҡуйҙы. Әкиәттә етем егет Тимербай таңдан ҡараңғы төнгә тиклем байҙарға эшләй, йонсоп йәшәй. Бер мәл Тимербайҙың тормошонда мөғжизәле хәл була: Һыу инәһе килеп егеткә ярҙам ҡулы һуҙа, намыҫлы һәм саф күңелле булғаны өсөн алтын-көмөш балталар бүләк итә. Шул бүләк егеткә бәхет килтерә.

Шәүрә ШӘКҮРОВА,
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәби-драма бүлеге мөдире.


Вернуться назад