ӘСӘЙ24.11.2017
ӘСӘЙБөгөн, әсәй, һине төштә күрҙем:
Һағыш баҫҡан ине йөҙөңдө,
Сумған инең уйҙар даръяһына,
Тәҙрәгә текләп күҙеңде.

Әллә, әсәй, сырхап тораһыңмы,
Бошоп тора мәллә эскәйең?
Йыуатырға һине ниндәй генә
Һүҙ табырға икән, әсәйем?!

Һағышыңды һыпырып алыр инем
Сал сәсеңде һыйпап, ҡулыңды...
Араларҙа саҡрымдар ята, –
Тауҙар юлы арбай улыңды.

Тормош, гүйә, ошо тауҙар кеүек:
Әйләнһәң дә ҡая ҡошона,
Хәүефтәрҙән ҡурсып, уттар йотоп,
Һинең өсөн әсә бошона.

Ирҙәр алмаҫ үрҙәр юҡ донъяла, –
Тейгәндә лә башың болотҡа,
Моңһоу күҙен тәҙрәгә төбәп,
Әсәй көткәнлеген онотма!

Бөгөн, әсәй,
һине төштә күрҙем...


Вернуться назад