23-24 ноябрҙә баш ҡаланың “Башҡортостан” концерт залында “Их, өс егет, өс егет...” исемле тамаша була.
Ҡылыҡтары һынды ҡатырған күҙлекле Бөжәнчикте хәтерләйһегеҙме? Тоҡанған матай кеүек сәхнәгә йүгереп сыҡҡан спортсы Сагидуллушканы онотмағанһығыҙҙыр? Хәҙер инде был егеттәр халыҡ һөйөүен һәм ихтирам яулаған ир-уҙамандар –
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Азат Йыһаншин, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет, Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Ғафаров менән Алмас Әмиров. Һәм бына тиҫтә йылдар үткәс, был проект өр-яңынан баш ҡалабыҙ сәхнәһенә ҡайта.
Күптән түгел ошо уңайҙан матбуғат конференцияһы үтте. Сәстәренә бер аҙ сал ҡундырып, бер нисә йәш өҫтәһәләр ҙә, йөрәктәре һәм күңелдәре менән һәр саҡ йәш һәм дәртле өс егет уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. – Заманында “Их, өс егет, өс егет...” проекты юғары уңыш ҡаҙанды. Бының сере нимәлә?
Алмас ӘМИРОВ:
– Ысынлап та, ул замандарҙа төрлө мәҙәни проекттар күп булһа ла, бер нисә йыл дауамында тулы залдар йыйған тамашалар аҙ ине. Беҙҙең проекттың уңышы иһә уның драматургик нигеҙле булыуындалыр, моғайын. Сөнки төрлө йүнәлештә киңәйтелеүенә ҡарамаҫтан, сюжет бар. Унан һуң егеттәр, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, билдәле шәхестәр. Тамашасыларҙың уларҙы яңы образдарҙа күрә алыуы, шул уҡ ваҡытта күренештәрҙең йыр-моң менән үрелеп барыуы уңышҡа илткәндер тип уйлайым.
– Ә тарихына күҙ һалһаҡ...
Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ:
– Бик ҡыҙыҡ булды ул. Йәйге ялдан һуң театрға килеп, оперативкаға индек. Кемдер диңгеҙ буйында, кемдер ауылда ял иткән. Ихластан аралашабыҙ. Азамат ҡына етди күренә. “Бына егеттәр менән бер проект хаҡында уйлайбыҙ, ҡатнашырға теләгең бармы?” – ти был. Иртәгәһенә башланғысҡа “Их, өс егет, өс егет, Азат, Азамат, Байегет” тигән исем дә уйлап таптыҡ...
Алмас ӘМИРОВ:
– Егеттәр ярҙам һорағас, эшкә башкөллө сумыу шарты менән ихлас ризалаштым. Проектты театр менән берлектә башлап ебәрҙек. Башланғысты ғәмәлгә ашырыу өсөн етәкселек менән һөйләшергә кәрәк ине. Дүртебеҙ йыйылышып, театрҙың ул саҡтағы етәксеһе Хөрмәтулла Үтәшевкә керҙек. Сценарийыбыҙ тулыһынса әҙер түгел, шулай ҙа ҡыҙыҡһыныу, сәм бар. Дүртәүләшеп дәртләнеп, әллә нимәләр һөйләйбеҙ генә... Бары етәксебеҙ, ярай, егеттәр, тотоноғоҙ, тип әйтһен генә! Шулай, Хөрмәтулла Ғаззали улы фатихаһын биргәс, ныҡлап тотондоҡ.
– Ваҡыт үтеү менән был тамашаның эстәлеге һәм образдары үҙгәрҙеме?
Алмас ӘМИРОВ:
– Проект нисек бар шулай сәхнәгә сығасаҡ. Әлбиттә, тамашасылар ҙа беҙҙең менән бергә өлкәнәйә, бергә үҫә. Шуға ла яңы проектта барыһын да иҫкә төшөрөп, күңел асырбыҙ тип уйлайым. Бәлки, элекке кеүек өс сәғәт буйына йүгереп тә булмаҫ, шулай ҙа тырышырбыҙ инде.
– Рәсәй һәм республика эстрадаһының төп бәләләренең береһе – билдән түбән юмор. Кәметеп булмаймы шуны?
Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ:
— Миңә ҡалһа, һәр кем үҙенә оҡшағанды һайлай. Һуңғы йылдарҙа иман көсәйә. Шуға ла бындай күренештәр яйлап үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр тигән фекерҙәмен.
– Әлеге мәлдә командала кемдәр эшләй, кемдәр менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?
Алмас ӘМИРОВ:
– Сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева, режиссеры – Рөстәм Хәкимов. Ә сәхнә артында тотош бер команда йүгерә – костюмерҙар, гримерҙар, монтажлаусылар һәм башҡалар. Уларҙың һәр береһенә ҙур рәхмәт.
– Мәскәү продюсерҙары сит илдәрҙә барлыҡҡа килгән комеди-шоуҙарҙы үҙләштереп, ыңғай баһаланған яңы саралар үткәрә. Беҙҙә был йүнәлештә эшләү мөмкинлеге бармы, ғөмүмән, кәрәкме халыҡҡа бындай саралар?
Азамат ҒАФАРОВ:
– Халыҡ юморҙы яратып ҡабул итә. Мәҫәлән, “Урал билмәндәре”н алайыҡ. Халыҡ рәхәтләнеп ҡарай. Тимәк, шундай тамашалар кәрәк. Бер яҡтан ҡараһаң, тормош үҙе драмаға әйләнеп бара кеүек. Шуға гел генә драма йәки трагедия уйнап булмай бит инде. Көлкө, йыр-моңо ла кәрәк, тип уйлайым.
– Был проект менән район-ҡалаларға гастролдәргә сығасаҡһығыҙмы?
Азамат ҒАФАРОВ:
– Әлбиттә. Быға тиклемге проекттар менән бик күп райондарҙа булдыҡ һәм был юлы ла тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырасаҡбыҙ, Алла бирһә.
Алмас ӘМИРОВ:
– Төрлө ерҙәрҙә йөрөйбөҙ, шулай ҙа беҙҙең тамашасылар кеүек халыҡ аҙ. Нисек кенә булмаһын улар беҙҙең менән бергә тын ала, тормошобоҙ менән ҡыҙыҡһына, ниндәйҙер яңылышлыҡтар булһа ғәфү итә. Бөгөнгө проектҡа килгәндә, яратҡан тамашасыларыбыҙға ҙур рәхмәт, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Беҙҙең менән бергә булһындар, ҡартаймаһындар.
Азамат ҒАФАРОВ:
– Тамашасыларыбыҙ беҙҙе һағынғандыр тип уйлайым. Барыһын да баш ҡаланың “Башҡортостан” концерт залында көтөп ҡалабыҙ. Һис шикһеҙ шатландырасаҡбыҙ.