Бөрйән шоңҡары18.04.2012
Бөрйән шоңҡарыҺеҙҙең Бөрйәндә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур райондарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? Ҡыйындыр, әлбиттә. Ә бит Бөрйәнде күреү генә түгел, шунда тыуып, шунда үҫкән кешеләр бар. Уларға рәхәт, исмаһам, тыуҙыңмы, рәхим ит: Бөрйән.
Һүҙемде Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Өс таған” әҫәрендә һүрәтләнгән Бөркөтлөнө Бөрйәнгә әйләндереп яҙыуым хилафлыҡ түгелдер тип уйлайым. Был һүҙҙәр Бөрйәнгә лә тап-таман! Изге еребеҙгә үҙем тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан кеше булараҡ, һоҡланыуымды белдерергә ошонан да “майлыраҡ” һүҙ тапмам һымаҡ. Уйлап ҡараһаң, минең тыуған яғымды ла Хоҙай ҡая-таштарҙан, тау-урмандарҙан мәхрүм итмәгән. Ләкин Бөрйән ерендә үҙемде ҡая-тауҙар булып өйөлгән тарих ҡатламына барып сыҡҡандай хис иттем: һәр бер ҡарыш еренән башҡорт рухы, башҡорт еҫе аңҡый бында. Ошо тупраҡҡа баҫып йөрөгән, күгенең иҫерткес һауаһын һулаған кешеләрҙән көнләшеп ҡуйҙым хатта. Шуларҙың береһе — яҙыусы, журналист Иршат Теләүембәтов.
Сая шоңҡар шикелле яңы ғына ғүмеренең 50-се ҡаяһына ҡунған Иршат ағайҙың тыуған ауылына — Аҫҡарға килеп төштөк. Ауыл халҡы, Аҫҡар мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҡолас йәйеп, әйҙүкләп ҡаршыланы беҙҙе. Уҡыусыларҙың йыр-бейеүен, Иршат Теләүембәтовтың хикәйәләренән өҙөктәр сәхнәләштереүен ҡарап кинәндек. Баймаҡ яғынан Аҫҡарға килен булып төшкән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таңһылыу Хәмитова бик матур Бөрйән шоңҡарыойошторған сараны. Шуны әйтеү ҙә етә: өс сәғәт буйы барған кисә өс минуттай булып тойолдо беҙгә.
Иршат Теләүембәтовтың тәүге уҡытыусыһы Рәйсә Ибраһимова юбилярҙың мәктәп йылдары хаҡында һөйләп, уның үҙенсәлекле, һәр һорауға тапҡыр яуап биреүен билдәләне: “Әле лә хәтеремдә, — тине Рәйсә апай, — Батман һүҙендә “н” хәрефе ҡайҙа тора, тип һорайым. Иршат оҙаҡ уйлап торманы, “н” хәрефе батмандың төбөндә, тип яуап бирҙе”.
Иршаттың еңгәһе Сәрүәр Шәрәфетдинова ла биш йәшлек малайҙың шуҡлыҡтарын иҫкә алды: “Беҙҙең һыуға барғанды тәҙрәнән ҡарап ҡала, шул арала әллә ҡайҙан килеп сығып һыу алған биҙрәгә япраҡ, ҡом һала. Шаян малай булып үҫте Иршатыбыҙ”.
Хәйер, был шуҡлыҡтар әле лә ташламаған уны. Берәй хәл-ваҡиғаға ҡарата шаян һәм тапҡыр тел менән һыныңды ҡатырғансы йәки кәрәгеңде биргәнсе әйтеп ҡуйыу холҡо бар.
Бөрйән шоңҡарыИршат ағайҙың “әртис”леге бының менән генә бөтмәй әле. Кисәлә халыҡ таланттарының Бөтөн Рәсәй конкурсы лауреаты Теләүембәтовтарҙың ғаилә ансамбле сығыш яһағанда Иршат та түҙеп ултыра алманы, ҡулына тиҙ генә баян алып һыҙҙыртып та ебәрҙе. Һа-а-й, дәртле халыҡ йәшәй икән Бөрйәндә!.. Ана, хатта туҡһанға етеп килгән Рабиға инәй Ишмырҙина күңелле көйҙәргә еңел генә баҫып бейергә төшөп китте.
Кисәлә Бөрйән районы хакимиәте башлығы Динир Әсҡәт улы Әхмәтйәнов ҡатнашты, яҙыусыға ихлас теләктәрен еткереп, сапсып торған арғымаҡтың теҙгенен тотторҙо.
Ауылдаштары ярата, хөрмәт итә Иршат ағайҙы. Өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә йылы һүҙҙәрен әйтеп, ихлас әҙерләгән бүләктәрен тапшырып ҡалырға тырышты.
Байрам ашы — ҡара-ҡаршы тигәндәй, Иршат Теләүембәтов Өфөлә йәшәүсе Бөрйән ҡыҙы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаны юлдаш итеп алғайны. Башҡорт һандуғасын бөрйәндәр ҡат-ҡат сәхнәгә саҡырып, алҡыштарға күмде.
Аҫҡарҙан һуң район үҙәге Иҫке Собханғолға йүнәлдек. Бындағы осрашыу ҙа гөрләп уҙҙы. Ысын йөрәктән әйтелгән изге теләктәр, яҙҙың яғымлы ҡояшылай, күңелдәрҙе наҙланы.
Өҫтәп шуны ғына еткерге килә: яҙыусы менән осрашыуҙарҙы ойошторған Бөрйән районы хакимиәтенә, бигерәк тә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәшит Монасиповҡа, юбиляр уҡыған һәм уҡытып киткән Аҫҡар мәктәбе коллективына һәм барлыҡ ауылдаштарына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
С. ӘБҮЗӘРОВ.


Вернуться назад