Заманыбыҙ һандуғасы18.04.2012
Заманыбыҙ һандуғасыЙәшерен-батырын түгел, хәҙерге ваҡытта йырсылар ғәләмәт күбәйһә лә, улар араһында музыкаль белеме булмағандары ла бихисап. Был осраҡта профессиональ йыр сәнғәтенең артҡа сигенеп, үҙешмәкәрлектең ҙур урынды биләп алыуы ла ихтимал. Халҡыбыҙҙың аҫыл өлгөләрен “йыртыҡ-ямау”ҙан нисек айырырға? Бөтөн йырсыларыбыҙ ҙа заман талабы тип, кимәлен юғалтмаҫмы?
Шөкөр, баҡырҙан алтынды айыра белеүсе сәхнә оҫталары бар әле! Һүҙем — заманыбыҙ һандуғасы, башҡорт моңон Европа илдәренә, Ҡытайға, хатта Америкаға еткергән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Римма Амангилдина хаҡында. Үҙенең ҡабатланмаҫ моңо менән меңәрләгән тамашасының йөрәген әсир иткән, күптән инде халыҡ артисына әүерелгән гүзәл ханымдың сығышын һәр тарафта көтөп алалар. Халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙың да ул һәр саҡ биҙәге булып тора. Һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмай, башҡорт һандуғасы менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.
— Римма апай, йырсы булыу теләге ҡасан тыуҙы?
— Беҙ бәләкәй саҡта ауылға артистарҙың килеүен түҙемһеҙләнеп көтөп алыр инек. Уларҙың сығышын ҡараһаң, күңелгә дәрт өҫтәлә. Ябай ауыл тамашасыһы иҫәбендә булһам да, киләсәктә сәхнәгә менеп, улар кеүек йырлаясаҡмын, тип татлы хыялдарға бирелер булдым. Үҫә барған һайын йыр-моңға һөйөүем артҡандан-артты. Ә инде мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа барырға тип баш ватып торманым: туп-тура Өфө сәнғәт училищеһына юлландым. Ошо һөнәрҙе һайлағаныма һис кенә үкенгәнем юҡ. Ваҡыт уҙыу менән йыр сәнғәтенең асылына нығыраҡ төшөнәһең, уны тәрәнерәк аңлайһың.
Барыбыҙ ҙа йырларға яратабыҙ бит инде. Ниндәйҙер эш башҡарғанда ла, моңһоуланғанда ла, шатланғанда ла — моң беҙҙең юлдаш. Махсус белем алмайынса ла күңел өсөн йырларға мөмкин ине. Ә бына уның тамырына төшөп, “күҙәнәгенә” хәтлем аңлап, халыҡҡа еткереү, ҡәҙерлерәк. Минеңсә, йыр сәнғәте ауыр ғилемдәрҙең береһелер ул.
— Һеҙ Ғәли Хәмзин етәкселегендәге “Йәдкәр” фольклор ансамблендә “нығындығыҙ” бит әле...
— Танылған коллективта эш башлауыма бәхетлемен. Мәктәп йылдарында уҡ улар, беҙҙең яҡҡа килеп, концерт ҡуя ине. Тәнзилә апай Үҙәнбаеваның, Ғәли ағай Хәмзин мәрхүмдең, Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың тауышын шул хәтлем үҙ иттек, ҡурайсы Ишморат Илбәковтың да сығышын көтөп ала инек. Ҡайһы саҡ улар күрше ауылда концерт ҡуйһа, тамашаға шунда барабыҙ. Аҡсабыҙ булмаһа ла, тәнәфес ваҡытында залға инеп өлгөрәбеҙ. Аҙаҡ һуңлап ҡайтабыҙ, атай-әсәйҙән кәрәген алабыҙ... Артистар беҙҙең яҡҡа йәнә килһә, нисек тә булһа, бармай ҡалмайбыҙ. Уларҙың сәхнәгә кейеп сыҡҡан матур-матур кейеменә ҡарап ҡыҙығаһың, киләсәккә әллә ниндәй хыялдар ҡорабыҙ. Концертта мин гелән хыял донъяһына сума инем.
Ишморат Илбәков өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнай — һәр тамашасы уға һоҡланып баға. Ошо мәлдә ҡурайсы нәҡ миңә генә ҡарап һыҙҙырта тип тойола торғайны (көлә).
Ә инде училищены тамамлағас та, “Йәдкәр”гә алынғас, бәхетемдең сиге булманы. Эш башлағанда коллектив ағзалары терәк тә, таяныс та ине. Уларҙың хәстәренә әле лә рәхмәтлемен. Тәнзилә Үҙәнбаеваны апайым урынына күрҙем. Етәксебеҙ Ғәли Хәмзин дә итәғәтле, йомшаҡ күңелле булараҡ иҫтә ҡалған. Ҡайҙа барһаҡ та халыҡ көтөп ала. Ҡунаҡханаларға урынлашыу хаҡында уйланманыҡ та. Беҙҙә ҡал да беҙҙә ҡал тип торалар. Һуңынан “Далан” төркөмөндә лә эшләнем бит инде. Гастролгә сыҡҡанда Тәнзилә апайҙы ҡабул иткән кешеләр инде үҙемде саҡыра ине.
— Егерме йылға яҡын Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләйһегеҙ. Камиллыҡҡа өлгәшеү өсөн ошо ваҡыт арауығы етерлекме?
— Һеҙҙең эшегеҙ бигерәк еңел — сығаһың да йырлайһың, тиеүселәр бар. Әммә был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Асылда иһә, йырсы һәр саҡ үҫеш юлында булырға тейеш. Халыҡта, камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тиҙәр бит. Үҙ өҫтөңдә эшләгән һайын, әле күпте белеп бөтмәйем, өйрәнәһе бар, тигән һығымтаға киләһең. Йөрөгән таш шымара тигәндәй, төрлө күнекмә башҡарам, концертмейстер менән даими шөғөлләнәм.
— Репертуарҙы нисек һайлайһығыҙ?
— Тәүшарт — башҡарасаҡ йырҙың тауышҡа ятыуы. Шунан уның мәғәнәһе лә мөһим. Бына бик шәп йыр яҙҙым, уны башҡарһаң, бөтә концерттарға ла саҡырасаҡтар, тип килгәндәре лә булғылай. Әгәр эстәлеге оҡшамаһа, көйө күңелгә ятмаһа — йырламайым. Беҙ бит тыумыштан халыҡ ижад иткән йыр-моңдо тыңлап үҫкәнбеҙ. Шуғалыр ҙа халыҡ йырҙарын яҡын күрәм.
— Уңайһыҙ булһа ла, күпселек тамашасыны ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирмәксемен. Шул тиклем зауыҡлы сәхнә кейемен ҡайҙан алаһығыҙ?
— Рәхмәт. Оялтып та ебәрҙегеҙ әле. Артист халыҡ алдына сыҡһа, тәү сиратта уның өҫ-башына күҙ һалалар. Тимәк, кейгән костюмың да матур, үҙенсәлекле булырға тейеш. Бына инде нисәмә йыл Өфөләге “Мода йорто”нда сәхнә өсөн махсус кейем тектерәм. Ундағы тегенселәр буй-һынымды ла, яратҡан төҫөмдө лә белеп бөткән.
Яңыраҡ һеҙҙең гәзиттә бер тамашасының фекере баҫылып сыҡҡайны. Ниндәйҙер концертта артистарҙың бер-бер артлы асыҡ күлдәктә сығыш яһауы хаҡында һүҙ бара. Ысынлап та, сама тигән ғәмәл кәрәк. Шәхсән үҙем зауыҡлы кейемдәрҙе хуп күрәм.
— Америкала сығыш яһау бәхете һәр кемгә лә эләкмәй. Унан ниндәй тәьҫораттар һаҡлайһығыҙ?
— Эйе, океан аръяғында алған хис-тойғоға, яҡты хәтирәләргә әле булһа ла хушһынам. Беҙ Вашингтон ҡалаһында, шулай уҡ ул илдең бер нисә залында йырланыҡ. Әйткәндәй, донъя кимәлендә танылыу яулаған Майкл Джексон тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан сәхнәгә лә күтәрелергә тура килде. Юғары кимәлдә үткән сараның тамашасылары ла интеллигенция вәкилдәре ине. Улар беҙҙе ҡыҙыҡһынып ҡараны, йырлағаныбыҙҙы ла видеоға яҙып ултырҙы. Ә инде дәррәү алҡыштары күңелгә дәрт өҫтәне.
— Яңыраҡ ҡына үткән концертығыҙҙа шуға иғтибар иттем: ҡатнашыусылар әллә ни күп булмаһа ла, һәр кеме ҙур киләсәкле. Уларҙан айырылырға тырышып, еңел-елпе йырлағандарҙы программағыҙға ылыҡтырыу теләге булманымы?
— Ҡара ергә баҫыу — оло бәхет, ти боронғолар. Ысынлап та, бар тәбиғәт уянған саҡта, наҙ бөркөлгән миҙгелдә концерт ойошторорға теләгем тыуҙы. Һорауығыҙға килгәндә, әйткәнегеҙ менән килешәм. Бөрйән егете, йырсы Айгиз Ғиззәтуллин, ҡурайсылар Марсель Сәйетов менән Рөстәм Шәрипов та, бейеүселәр ҙә, режиссер ҙа һәләтле, уларҙың киләсәге өмөтлө. Ә инде минән яҡшыраҡ артист сығыш яһап, үҙем шулар араһында һүрелеп ҡалмайым, тип өтәләнмәйем. Төп маҡсатым — кешенең зауығына яуап бирерҙәй тамаша ойоштороу. Бының өсөн халыҡҡа оҡшаясаҡ, күңеленә май булып яғылырҙай концерт программаһы әҙерләргә кәрәк. Юғары профессиональ кимәлдәге артистарҙы йәлеп итеү маҡсатҡа яҡынайта. Был осраҡта үҙеңде түгел, ә халыҡты уйлайһың. Хәҙерге ваҡытта йырсылар ҙа ғәләмәт күп, тимәк, һайлау мөмкинлеге лә арта. Концерттарҙың кимәле лә төрлө. Беҙ иһә нәҡ халыҡтан сыҡҡан аҫыл өлгөләрҙе еткереүҙе үҙ бурысыбыҙ итеп ҡуябыҙ.
Мөмкинлектән файҙаланып тамашасыларыма рәхмәтемде белдермәксемен. Киләсәктә лә һеҙҙең менән йәнә тулы залдарҙа осрашырға яҙһын.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад