Мин ышанам – Иман һүҙе еңер17.11.2017
Мин ышанам – Иман һүҙе еңерИнаныу

Европалағы хәлдәрҙән һуң…

Ғәҙеллеккә халҡым сарсаған саҡ,
Сарсаған саҡ иман һүҙенә,
Әммә бөгөн шундай заман килде –
Шундай заман, илем, түҙ генә!

Бар офоҡто ал ҡан менән солғап,
Ҡара таңдар тыуа еремә,
Бындай мәлдә яҡты, саф киләсәк
Бер әкиәт булып күренә.

Көнбайышты ялҡын ялмаған саҡ – 
Иманһыҙҙар менгән тәхеткә,
Бөгөн ҡан илаған ошо халыҡ 
Өмөтләнгәйне бит бәхеткә!

Аҡты һәм ҡараны айырмайса
Үҫеп еткән быуын заманы –
Бөгөн килеп һеҙҙең томаналыҡ
Бөтә донъябыҙҙы ҡаманы…

Иҫәрҙәргә ҡәләм тотторған саҡ,
Һүҙ алған саҡ аҡтыҡ диуана:
Улар бөгөн бөтә мәмләкәтте
Гонаһтарға илтеп ҡыуана!

Мөхәббәткә хаҡтар ҡуйған заман,
Пәйғәмбәргә яла яҡҡан саҡ,
Урамдарға ғәҙеллекте түгел,
Иҫәрлекте яҡлап сыҡҡан саҡ!

Манаралар тигеҙләнгән осор,
Ҡөрьәндәрҙе утҡа ташлаған,
Хәүефләнеп ҡуям ҡайһы мәлдә:
Әллә ахырзаман башланған?!

Сеү! Ишетәм! Ниндәй илаһи һүҙ,
Ниндәй илаһи моң ағыла,
Ул моң аңды, йәнде сайҡап сыға –
Һәр бер күҙәнәккә ҡағыла!

Уны ишеткәндәр йөрәгендә
Яһиллыҡҡа урын табылмаҫ,
Был һүҙ менән ғүмер кисергәндәр
Аңһыҙлыҡтан инде абынмаҫ!

Эй, Мөхәммәт, һин еткергән һүҙ ул,
Аллаһ һүҙе – иң-иң ғәҙеле,
Шул һүҙҙәрҙе әйтеп намаҙ уҡый
Һинең халҡың бөгөн теҙелеп.

Бәхет нуры булып төшкән һүҙҙәр
Алып сығыр беҙҙе яҡтыға,
Мөхәммәттең эҙҙәренән барған
Йөрәктәрҙән һәр саҡ моң сыға!

Көрәшәбеҙ ҡорал менән түгел,
Көрәшәбеҙ изге һүҙ менән,
Мәрхәмәтлек һәм сабырлыҡ менән,
Болот япмаҫ яҡты йөҙ менән!

Ошо аманаты Пәйғәмбәрҙең! –
Азатлыҡ һәм сафлыҡ юлы ул!
Унан барған ғына һәр саҡ уңыр –
Бөтмәҫ бәрәкәткә тулыр ул!

Һәм шул саҡта килер донъябыҙға
Яһиллыҡтан азат киләсәк!
Мин ышанам – Иман һүҙе еңер! –
Бер көн яҡты һәм саф иртә менән
Был кешелек уны күрәсәк!


Таш аҡтарам...

Таш аҡтарам. Ҡулдарымда һөйәл
Күптән инде ҡанап йөҙәтә,
Июль ҡояшы минең ғазабымды
Күктән бик битараф күҙәтә.

Атай менән таштар аҡтарабыҙ,
Бөрсөк-бөрсөк тирҙәр атыла,
Бөтә теләк – ошо соҡорҙарҙы
Уйып ҡалыр кәрәк яҡтыла.
Бында тиҙҙән һарай ултырасаҡ,
Ғәрәп батшалары көнләшер,
Ә әлегә таштар аҡтарамын,
Хатта әмәлем юҡ һөйләшер...

Янда сылтыр-сылтыр шишмә аға,
Ятып шунан һыуһын ҡандырам,
Әммә йәй ҡояшы йәлләү белмәй,
Тиҙҙән тағы, тағы яндыра...

Иҫкә төшә шул саҡ Эстон яры:
Ата һәм ул – таштар аҡтара,
Шул ваҡытта Урал тауҙарынан
Кешнәп саҡыра кеүек саптары.

Йәлләт ҡамсыһының эҙе ҡала
Таштар артмаҡлаған иңдәрҙә,
Батыр баштарына яҙылған шул
Таш аҡтарыу йыраҡ илдәрҙә!

Ә яҡында диңгеҙ тулҡынлана –
Ҡайҙа Уралымдың шишмәһе?!
Башҡортомдоң көмөш баҡсаһына
Һыу алырға дошман төшмәһен!..

Бына таныш елкәй иҫкән кеүек –
Әллә алыҫ Урал сәләме?..
Бәлки, Салауатын ҡотҡарырға
Күтәргәндер башҡорт әләмен!

Йыйырсыҡлы йөҙөн Юлай бора –
Аҡһаҡалдың көнө һанаулы.
Артмаҡлаған таштар ҡабат ауа –
Һаҡсы ҡараштары янаулы...

Ата һәм ул Балтик ярҙарында,
Юҡ, таш түгел, тарих аҡтара –
Халыҡ ҡәһәрләгән батшаларға
Ҡойон яҡынлаша ҡап-ҡара...

...Уйҙарымдан ҡайтам бөгөнгөмә –
Ҡулдарыма һөйәл өҫтәлгән,
Халҡы өсөн таш аҡтарғандарҙы
Онотмаһын һәр кем иҫ белгән!

Бына ҡояш байый – урын әҙер,
Тиҙҙән күтәрелер ҙур һарай,
Азатлыҡта тирем тамғанғамы
Йөрәккәйем минең йыр һорай!..


Мин тыуған көн –
һинең киткән көнөң…


Теүәл 80 йыл элек 27 сентябрҙә
Муса Мортазин һәләк ителә.

Мин тыуған көн – һинең киткән көнөң,
Башҡортомдоң ғорур батыры,
Быуат төптәренән азатлыҡҡа
Һаман һының тора саҡырып!
Йәлләт ул көн һине аяманы –
(Башҡорт аяр йәлләт тыумаған!)
Һин булғанһың икән зиндандарҙа
Шул көн “Тәфтиләү”ҙе йырлаған...

Онотманыҡ һинең ғәййәрлекте,
Онотманыҡ Бабич ғүмерен,
Онотманыҡ һаман быҫҡып ятҡан
Йылайырҙың ҡыҙыл күмерен…

Һин эйәрткән арыҫландай улдар
Һаман юрта кеүек аттарҙа
Һаҡлар өсөн ғәзиз Уралҡайҙы,
Бирмәҫ өсөн уны яттарға!

Бала саҡ хыялы: гүйә, мин дә,
Муса батыр, һинең яныңда,
Ҡылыс менән киләсәкте ярам –
Азатлыҡ йүгерә ҡанымдан!

– Комбриг тере! Комбриг беҙҙең менән! –
Мин ишетәм һалдат оранын!
Шул иртәлә был мәңгелек ауаз
Нисә тапҡыр илде ураны?..

Һиңә арнап бөгөн шиғыр яҙам,
Ә күҙҙәрем йәшкә сыланған,
Ә бына һин ғорур ауғанһыңдыр
Аяу көтмәйенсә йыландан!..

Һин киткән көн – халҡым тыуған көнө,
Онотолмаҫ был көн бер ҡасан!
Ҡасандыр һин көрәшкәнгә генә
Бөгөн киләсәкте мин асам!
Бөгөн Уралыма мин баҫам!..


Имән

Билдәле дәүләт эшмәкәре
Исмәғил Ғәбитовҡа.

Һеҙ Бөрйәндә үҫкән имән кеүек –
Олоно ныҡ, тамырҙары тәрән,
Һеҙҙең һымаҡ шәхестәрҙә генә
Мин халҡымдың бөйөклөгөн күрәм!

Һеҙ Бөрйәндә үҫкән имән кеүек –
Ел-дауылдар һындырырлыҡ түгел.
Йөҙөгөҙҙә милләтемде күрәм:
Бөгөлмәҫ ихтыяр һәм асыҡ күңел!

Һеҙ Бөрйәндә үҫкән имән кеүек,
Тик шуныһы – һеҙҙәй бөгөн һирәк!
Уралтауҙың зарын ишетәмен:
Исмәғилдәй улдар миңә кәрәк!


Йөрәгемде устарыңа һалдым

Кешеләргә ышанырға булдым,
Ышанысһыҙ йәшәй алмаҫмын!
Йөрәгемде устарыңа һалдым –
Алдашҡандар, әйҙә, алдашһын.

Ышанырға булдым! Намыҫ таҙа –
Гәлсәр шишмәләрҙә йыуылған!
Һин дә кисер бер мәл хаталанып
Йәннәт ҡапҡаһынан ҡыуылһам…

Кемдер берәү әгәр ғәйбәт һөйләп,
Ғәйбәт һатһа оло баҙарҙа,
Аптырамам… Бысраҡ ағып китер
Ташҡын менән яҡты яҙҙарҙа!

Әгәр утты-һыуҙы бергә кискән
Дуҫым бер мәл хәнйәр ҡаҙаһа,
Ышанысым кәмер… Тик юғалмаҫ,
Ә ғазаптар үтер сыҙаһам…

Бәхет шарабы тип уртлағаным
Әгәр ағыу булһа бер иртә,
Асыуланмам ҡылығыңа йәрем –
Ағыу ҙа бит ҡай саҡ иҫертә…
Кешеләргә ышанырға булдым,
Ышанмаһам Хоҙай аңламаҫ,
Йөрәгемде устарыңа һалдым,
Аҙан моңон иртән тыңлағас…

Бәхет тамсыларын
йыйып барам…


Бәхет тамсыларын йыйып барам… 
Ниңә улар тамсы ғына икән?! 
Ниңә сарсап көткән ошо хистәр 
Ямғыр булып яумай зәңгәр күктән?! 

Бәхет тамсыларын йыйып барам 
Һәм ҡабаттан ергә ҡойоп барам, 
Әйҙә, һин дә тәмлә был хистәрҙе, 
Һағыштарҙан бойоҡ саңлы урам…


Камиллыҡтың сиген
эҙләп киттем…


Камиллыҡтың сиген эҙләп киттем,
Шуны эҙләп тағы, тағы барам,
Тамсыға зар ирендәрем кипте,
Һулҡылданы ҡанһыраған яра…

Камиллыҡтың сиге, бәлки, юҡтыр,
Булмағандай хыял өсөн сиктәр –
Сикһеҙ йыһандарҙа йондоҙ атыр,
Ҡояш яныр бары сикһеҙ күктә…


Ҡош һәм Ватан

Йылы яҡҡа осоп арыған ҡош
Ял итергә төшкән күл буйына,
Ә бында, ти, йәннәт! Шуны данлай
Барыһы ла, баҡһаң, талдарынан!

Ҡошсоҡ бәйән иткән үҙ яҙмышын:
Һәр көҙ осоуҙарын сит яҡтарға,
Ҡанаттары нисек талсығыуын
Ынтылғанда алыҫ офоҡтарға.

Ә яҙ менән тыуған яҡтарына
Ҡабат ҡайтыу өсөн атлығыуын,
Көньяҡтың аяуһыҙ ҡояшынан
Оҙон ҡышта нисек талсығыуын.

Яңы таныштары бик йәлләгән
Һәм ҡалырға өндәгәндәр бында:
Һалҡын ҡыштар урап үткән урын –
Мәңге туңмай торған күл буйында.

Арыған ҡош быға риза булған,
Кем теләмәй рәхәт яҙмыштарҙы!
Күл буйында ул наҙланған һәр көн,
Туғанылай күргән сит ҡоштарҙы.

Тик бер көн тегеләр йыйын йыйған:
Был күл ҡорбан талап итә икән!
Әгәр уның талап үтәлмәһә –
Тупраҡ аҫтарына китә икән!

Шул саҡ ҡорбанды ла тиҙ тапҡандар –
Йылы яҡҡа осҡан ҡошсоҡ булыр!
Беҙҙеке лә түгел – сит яҡтарҙан,
Хатта юҡ бит талсығы ла ҡуныр…

Бисараҡай ары осмаҡ та бит –
Тик миҙгеле генә күптән үткән,
Ҡайтыу ҙа юҡ тыуған тарафтарға –
Һалҡын елдәр ажарланып көткән…

Һәм ҡоллоҡта ҡалған был ҡошсоҡто
Күп тә үтмәй, күл дә йотоп ҡуйған,
Бер нисә көн үткәс, бындағылар
Йәнә ғәҙәттән тыш йыйын йыйған:

– Кәрәк булыр беҙгә тағы ҡорбан
Рәхәт йәшәү өсөн күлебеҙҙә,
Һыу эсергә төшкән бер ҡошсоҡ та
Күккә күтәрелмәҫ кире беҙҙән!

Быуаттарҙан быуаттарға шулай
Илһеҙ ҡалғандарҙы һыйындырып,
Тыныс йәшәй икән улар бында –
Туйыу белмәҫ күлен туйындырып.


Вернуться назад